Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ҠЫШ САФЛЫҒЫНАН ИЛҺАМ АЛЫП
Untitled document

Бар донъя нурға ҡойонғанмы ни? Тышта ап-аҡ ҡар яуа… Тәбиғәттең хозурлығына таң ҡалып, тәҙрә аша матурлыҡҡа баҡҡан күренекле яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Fарипованың күңелендә бер уй ярала. Уй тигәне—изге, йәғни ижадҡа тартылған балалар араһында конкурс уҙғарыу ниәте була ул. Шул ваҡыттан—егерме йыл элек Сибай яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе йөгөн тартҡан яҡташыбыҙ инициативаһы менән ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында «Ап-аҡ ҡарҙар» ижади бәйгеһе үткәрелә башлай.

Ҡалала 20 тапҡыр үткәрелеп, шуның һуңғы биш йылында Сибай гимназия-интернатында уҙғарылған сара ун дүртенсе мәртәбә Таңсулпан Fарипова призына    ойошторола. Шул йылдар эсендә тиҫтәләгән малай-ҡыҙҙар көстәрен һынап ҡына ҡалманы, ә тәүге сынығыуҙарын да алды. Дәртләнеп, яңынан-яңы офоҡтарға артылды улар. Ошо конкурста ҡатнашып, ҡанат нығытыусылар араһында бөгөн гәзит-журнал-дарҙа, радио-телевидениеларҙа эшләп йөрөүселәрҙең булыуы быға асыҡ дәлил.

Гимназия-интернаттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова ойошторған сара юғары кимәлдә үтте. Төбәк кимәлендәге конкурсҡа уҡыусылар алдан уҡ проза, поэзия һәм журналистика буйынса эштәрен ебәргәйне. Абруйлы жюри ағзалары, шул иҫәптән күренекле яҙыусылар балаларҙың хеҙмәтен йөкмәткеһе һәм әҙәби кимәле йәһәтенән баһаланы. Араларында ижади емештәрен туплап йыйынтыҡ әҙерләүселәрҙең булыуы ҡыуаныслы.

Ижади конкурста талантлы яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Fарипованың ҡатнашыуы сараның баһаһын бермә-бер арттырҙы.

—Матурлыҡ—донъяны ҡотҡарыр, тигәндәй, яҙышҡан кеше насар уйлы булмай. Уның күңеле һәр саҡ камиллыҡҡа һәм матурлыҡҡа ынтыла,—тине Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы үҙ сығышында.—Сибайға килеп эшләй башлағас та, балаларҙың ижадҡа тартылыуын күреп түңәрәк ойоштороп ебәрҙек. Тәүге көнө бөгөнгөләй хәтеремдә. Уҡыусылар таҡтаға сығып, һәр береһе шиғырҙарын яҙа. Анализ яһайбыҙ. Бер ваҡыт кабинетҡа күҙ һалһам, ҡала мәғариф бүлеге етәксеһе Былбыл Зиннәт ҡыҙы ултыра. Күрәһең, уны әҙәби түңәрәктең эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһындырғандыр.

Гимназия-интернат директоры Роза Бикбова конкурстың әһәмиәтен юғары баһалап, ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүселәргә Башҡортостан Яҙыусылар союзының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Сараның мәртәбәле ҡунаҡтары—Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Fаяз Хәсәнов, жюри ағзалары—журналистика ветераны Таңһылыу Fәйнуллина, мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Моталлапова, «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова, БДУ-ның Сибай институты доценты Нәйлә Ыласынова сығыш яһап, күркәм традицияның уңышлы дауам ителеүенә һөйөнөүҙәрен белдерҙе.

Үрҙә әйтелгән өс секцияла урындар билдәләнде. Ә Гран-приға Гөлйемеш Үтәғолова лайыҡ булды. Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың ижад багажы бай ғына. Күптән түгел уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова ярҙамы менән «Таң нурҙары» исемле шиғри йыйынтығын да әҙерләп сығарҙы.

—Тәүге ижади емештәрем ауылда мәктәптә уҡығанда тыуғайны. Бында уҡырға килгәс, «Аҡ ҡауырһын» әҙәби түңәрәгенә йөрөүем һәләтемде асырға ярҙам итте,—тип фекерҙәре            менән уртаҡлашты IX класс уҡыусыһы.—Илһам сығанағым—тыуған ауылым һәм уның янындағы тәбиғәт.

Таңсулпан Fарипова призына уҙғарылған сираттағы конкурс тамамланды. Маҡсатына өлгәштеме? Әлбиттә, өлгәште. Сөнки, Сибай ҡалаһы мәктәптәре уҡыусыларынан тыш, йылайырҙарҙың да килеп, күңелдәренә рухи орлоҡ һәм осҡон алып ҡайтыуҙары—үҙе үк ҙур әһәмиәткә эйә.

Илзирә Сәлихова,

Сибай гимназия-интернатының «Ҡаурый ҡәләм» йәш хәбәрселәр түңәрәге ағзаһы.

 

Һүрәттә: Г.Үтәғолова яҙыусы Т.Fарипова һәм әсәһе менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap