Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
10.01.2017
ҺУҢҒЫ ЯКОРЬ ТЫУҒАН ЕРГӘ ТАШЛАНДЫ
Untitled document

Һуңғы минутта Ишморатов Фәнис Fәбделмәлик улының башына ниндәй генә уйҙар килде икән, тип уйланып барҙым мин 2016 йылдың 13 декабрендә Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында батыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә стела асыласаҡ урынға. Моғайын, һөйөклө ҡатыны Фәимә, өс йәшлек кенә улы Данис, атаһы хеҙмәт ветераны Fәбделмәлик Дәүләт улы, иртә мәрхүм булған әсәһе Маһира Сәхәүетдин ҡыҙы, Памир тауҙары араһында хат-хәбәр килмәҫтәй өҙәрем ерҙә йәшәгән Розалия апаһы, бер туған 5 ағаһы һәм ҡустылары тураһындалыр. Бәлки, Башҡортостандың иң матур ауылдарының береһе—тыуған ауылы Мерәҫе, уның урам һайын сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙары, класташтары менән походтарға барған ғорур Ирәндек тауҙары, эргәлә генә урынлашҡан Граф һәм Талҡаҫ күлдәре хаҡындалыр. Мөмкин, 16 йыл элек Баренц диңгеҙендә «Курск» атом һыу аҫты кәмәһендә йүнәтмәҫлек авария булғас, 118 кешенән торған экипаж үҙ ирке менән ҡалҡып сыҡмаҫҡа тигән ҡарарға килгәндә бөтә кешелек донъяһын һаҡлап алып ҡалыу тураһында ла уйлағандыр.

Ысынлап та, бик ауырға тура килгән был ҡарар Ер шарын «Чернобыль», «Фукусима» һымаҡ ҙур фажиғәнән ҡотҡара. Шуға ла экипаждың һәр кеме геройға тиң.

Стела Баймаҡ-Иҫән юлының Мерәҫ ауылына боролған урында ҡалҡыу ерҙә ҡуйылды. Талҡаҫ күленә һәм шифаханаһына барған туристар һәм ял итеүселәр уны күреп үтәсәк. Бигерәк тә йәй көндәре шул юлдан көн һайын йөҙәрләгән машинаның уҙыуы урынды уйлап, дөрөҫ һайлағандарына инандыра. Тантаналы митингыны асҡанда Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ситдыҡов Илшат Хәмит улы: «Беҙгә тағы ла яуаплылыҡ өҫтәлде: стеланы артабан да төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу. Шул саҡта уның алдынан халыҡ өҙөлмәҫ һәм Баймаҡ ере геройының исеме мәңгелеккә һаҡланыр»,—тине.

«Күңелемдәге барлыҡ хис-тойғоларымды әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Шунлыҡтан һеҙҙең алда бары тик баш эйәм»,—тине Башҡорт дәүләт университеты студенты, геройҙың улы Данис Ишморатов.

«Атай, һин әрмелә хеҙмәт иттеңме?—тип һорай торғайны  бала сағында Фәнис улым.—Юҡ, мин ауырыу сәбәпле, унда хеҙмәт итә алманым,—тиһәм.—Ә мин офицер булам, һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итәсәкмен,—ти торғайны. Уның балалыҡ хыялы тормошҡа ашты, тик ғүмере бик ҡыҫҡа, ни бары 25 йыл ғына булды»,—тип үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты атаһы Fәбделмәлик Дәүләт улы Ишморатов.

«Яҡташыбыҙ тураһындағы иҫтәлекте халыҡ араһында мәңгелеккә һаҡлайыҡ, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләйек»,—тигән фекерҙәр яңғыраны Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Г.К.Сирғәлина, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссары Х.Х.Хәмитов һәм    башҡаларҙың сығышында. Баймаҡ районы имам-мөхтәсибе Хәмзә хәҙрәт Хәфизов, Сибай ҡалаһы «Тәҡүә» мәсете имам-мөхтәсибе Әғләметдин хәҙрәт Fәзизов мәрхүмдең рухына арнап аят уҡыны. Мерәҫ ауыл хакимиәте башлығы Т.М.Хәфизова проекттың инициаторы, Ф.Ишморатовтың дуҫы Ф.Әбүбәкировҡа, ярҙамлашҡан ҡалған кешеләргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Ул көнө иртәнсәктән ҡышҡы сатнама һыуыҡ булды, етмәһә, буранлап та тора ине. Ләкин Фәнис Ишморатовтың стелаһы алдындағы якоргә гөлләмәләр һалғанда күңелдәргә ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлдө, хатта ел дә баҫылғандай, тәбиғәт тә үҙ еренең тоғро улын һағынғандай тойолдо.

Ирек Бикмәтов.

Мерәҫ ауылының Почетлы гражданы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма

 

комитеты рәйесе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap