Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
10.01.2017
ДУҪТАРЫБЫҘ БҮЛӘКЛЕ БУЛДЫ
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Декабрҙең аҙағында, йәғни Яңы йылға аяҡ баҫыр алдынан, «Атайсал» гәзите редакцияһында лото-уйын үткәреп, гәзитебеҙгә яҙылыусы дуҫтарыбыҙға бүләктәр оттороу матур бер традицияға әүерелде.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, «Атайсал» гәзитенә тотош бер йылға яҙылыусылар араһында—«Талҡаҫ» шифаханаһына путевка, ә ярты йылға подписка юллаусылар араһында диван уйнатылды.

29 декабргә билдәләнгән сарабыҙ Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе И.Н.Бикмәтовтың, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейынан саҡырылған Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, Сибай телевидениеһы хәбәрселәре, «Атайсал» гәзите мөхәррире һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үтте. Отош уйынын «Атайсал» төбәк гәзите мөхәррире Х.Н.Тапаҡов асты:

—Хөрмәтле дуҫтар! 2017 йылға матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы яҡшы үтте. Беҙ бер генә гәзит уҡыусыбыҙҙы ла юғалтманыҡ, хатта тиражды бер аҙ арттырыуға өлгәштек. «Атайсал» гәзитенең тоғро дуҫтарына: гәзит уҡыусыларыбыҙға, бағыусыларыбыҙға, милли баҫмаларҙы һаҡлап ҡалыу уйы менән янып йәшәүсе милләттәштәребеҙгә рәхмәт. 2016 йылда «Атайсал» гәзите республика баҫмалары араһында иң яҡшыһы тип табылды һәм грантҡа эйә булды. Был еңеү, әлбиттә, хәбәрселәрҙең һәм авторҙарыбыҙҙың дөйөм уңышы. Киләсәктә лә бергәләшеп эшләргә һәм ижад итергә яҙһын,—тине үҙ сығышында Хәйҙәр Ниғәмәт улы.

Лототронға һалынған квитанцияларҙы беҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙ—Азалия, Мәҙинә, Камила, Нурия, Илсур һәм Айназ үҙҙәренең «тылсымлы» ҡулдары менән тартып сығарып торҙо.

Шулай итеп, лото-уйындың дәртләндереү приздары түбәндәге гәзит уҡыусыларыбыҙҙың өлөшөнә төштө. Йыллыҡ яҙылыусылар араһында картина— З.Бикбовҡа (Сибай ҡалаһы, Калинин ур., 44), сәй сервизы—Р.З.Үтәевҡа (Баймаҡ ҡалаһы, С. Юлаев ур., 31-38), автомобиль саң һурҙырғысы—Г.Йәнтилинаға (Сибай ҡалаһы, Шайморатов ур., 88), графин һәм стакандар—Й.Сәйҙәлиевҡа (Баймаҡ ҡалаһы, Еңеү ур.,1-13), «Атайсал» логотибы төшөрөлгән сәғәт—С.Ҡасҡыноваға (Баймаҡ ҡалаһы, З.Вәлиди ур., 6), Сибай филармонияһына саҡырыу ҡағыҙы—С.Хәсәновҡа (Сибай ҡалаһы, Спартак ур., 23-2), автомобиль компрессоры—Р.Кәлимуллинға (Сибай ҡалаһы, З.Вәлиди ур.,52-14), сәскәләр салонынан 1 мең һумлыҡ сертификат—Рустанова (Сибай ҡалаһы, Белов ур., 24/1-44), «Фаберлик» косметик йыйылмаһы—Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылынан Р.Хәсәновҡа, шампан шарабы һәм кәнфиттәрҙән букет—Балапановаға (Сибай ҡалаһы, 8-се март ур., 6), сәй сервизы—Ильясовҡа (Сибай ҡалаһы, Чайковский ур.,12/1-22) эләкте.

6 айға яҙылыусылар араһында кәнфитле букетты Йылайыр районы Ҡашҡар ауылынан М.F.Нәҙерғолова, «Фаберлик» косметик йыйылмаһын Сибай ҡалаһы, Ленин урамы, 8-26 адресы буйынса йәшәүсе Г.Өмөтбаева, креманканы Түбә ҡасабаһынан Г.Баянова, керамик һауыттарҙы Йылайыр районы Ҡашҡар ауылынан Ф.Моратов, тағы ла бер креманканы Сибай ҡалаһы Таулы урамы, 55, сәскәләр салонынан 500-әр һумлыҡ сертификаттарҙың берәүһен Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылынан С.Әхмәрова, икенсеһен Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылынан Ф.Мәмбәтова, салат һауытын Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылынан М.Илбулова, картинаны Баймаҡ районы Күсей ауылынан С.Баймөхәмәтова, филармонияға саҡырыу ҡағыҙын Баймаҡ районы Әхмәр ауылынан М.Б.Насырова, фоторамканы Яңы Ергәндән Р.Р.Аралбаева, салат һауытын Сибай ҡалаһы, Толстой ур., 44 адресынан Таңғатарова, автомобиль саң һурҙырғысын Баймаҡ районы Ишей ауылынан С.Fәрифуллин, сәғәтте Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан Г.Рәхимова, тағы ла бер салат һауытын Сибай ҡалаһының Горький урамы, 57-25 адресынан Г.Кәримова, керамик һауыттарҙы Сибай ҡалаһы, Аҡназаров урамы, 2 адресынан Г.Нарынбаева, шундай уҡ керамик һауыттарҙы Йылайыр районы Йомағужа ауылынан Фәттәх Аҙнағолов, стакандар йыйылмаһын Баймаҡ районы Ишей ауылынан Ю.Ҡарасурин, автомобиль кәрәк-яраҡтарын Баймаҡ районы Ярат ауылынан Лилиә Дәүләтбаева отто.

Төп приз—«Талҡаҫ» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһы (директоры—В.Р.Fибәҙуллин) бүлгән путевка Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Рәмилә Хөснулла ҡыҙы Әлибаеваға эләкте. Сибай ҡалаһының «Таусы» («Горняк») магазинының мебель салоны (директоры—Р.Х.Хәсәнов) тарафынан ҡуйылған елле бүләк—8400 һумлыҡ диван (евро-книжка) Хәйбулла районының Үрнәк ауылында йәшәүсе Б.Я.Аралбаевтың бәхетенә татыны. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Яңы йыл каникулынан һуң барығыҙҙың да редакцияға килеп бүләктәрегеҙҙе алыуығыҙ һорала.

Байрамыбыҙҙың бағыусыларына—«Талҡаҫ» шифаханаһы директоры Вадим Ринат улы Fибәҙуллинға, «Таусы» магазинының мебель салоны директоры Радик Хәлфетдин улы Хәсәновҡа, Сибай мәғлүмәт үҙәге—Башҡортостан Республикаһы «Республика  Башҡортостан» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалына, «Ариадна» магазины директоры Алексей Георгиевич Аксеновҡа, «Лилиә» магазины директоры Лилиә Байсыуаҡоваға, «Инвитро. Сибай Стимул» лабораторияһы директоры Ирина Николаевна Рәхмәтуллинаға, Рәсәй юристары ассоциацияһының Сибай юристары берлегенә, «Фаберлик» кампанияһы директоры Нурбикә Әсхәт ҡыҙы Хөснуллинаға, үҙ ҡулдары менән татлы бүләктәр етештереүсе Айгөл Муллоджановаға, Сибай филармонияһы директоры Айбулат Миннеғәле улы Ҡотошовҡа ихлас рәхмәт белдерәбеҙ. Ҡылған изге эштәрегеҙ сауаплы, эштәрегеҙ уңышлы булһын.

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, 2017 йылға «Атайсал»ға яҙылыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ. Һәр ваҡыт беҙҙең менән ҡалығыҙ. Бергә һәм берҙәм булайыҡ! Барлыҡ ғаиләләргә лә һаулыҡ, именлек һәм бәхет-шатлыҡтарҙан торған көндәр теләйбеҙ!

 

Һеҙҙән матур-матур хаттар көтөп ҡалабыҙ.




гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap