Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ТАМАМЛАНМАҒАН ЙЫР
Untitled document

Таһир ҠОТОЕВ

Дауамы. Башы 1-се һанда.

—Барғас та ҡапҡыларға ашанты һалманымсы,—тине хужабикә.

—Уныһы тегендә етерлектер. Ниғмәт күршегә йәүкәләмәһәң булмаҫ, Бурылды1 апарып көн һайын Аҡташ туғайына тышаһын, юғиһә өйҙәге бесәнгә барымһыҙ, һайланып ирәүәндә семсенергә ярата. Йәнә уны һолонан өҙмә, мөҙөртмә.Тегендә оҙаҡламам, аҙна-ун көн яҙған уколдарын алып, дарыуҙарын эсермен дә ҡайтып та төшөрмөн.

—Шулай ғына була күрһен инде.—Ҡатыны ирен ҡеүәтләне лә китергә ваҡыт еткәнлекте белгертеп артҡараҡ шылған яулығын төҙәтеп япты, аяҡтарындағы сөм галоштарының өҫтөн усы менән һыпырҙы. Хужа ишек төбөнә килгәс, хушлашҡандай итеп стенаға ҙурайтып эленгән, был икәүгә шыпа ла оҡшамаған һылыу һалдат фотоһүрәтенә күҙ атты.

Фазулла салондың алғы ултырғысына ултырҙы ла асыҡ ишеккә башын тығып унан айырылырға теләмәгән ҡатынына өндәште:

—Йәмилә, һин үҙеңде үҙең хәстәрлә инде, өй тирәһендәге бөтмәҫ эште ослайым тип эләгеп-йығылма. Картуф та ятып торһон, ҡайтҡас, икәүләп… Аҡтырнаҡты,—хужабикәнең аяҡтарына һырпаланған эткә ымланы,—бәйгә ҡуй, уға ирек бирһәң район үҙәгенә саҡлы сабыр.—Тегеһе һүҙһеҙ баш һелкте.

«Әсәйемдең исеме лә Йәмилә бит. Бөтә Йәмиләләр ҙә сал сәсле, сабыр, күндәм холоҡло, хәстәрҙәре менән көндө төнгә ялғаған эшсән булалар микән әллә?..» Килгәндән алып уйым әсәйем тирәһендә уралды.

Машина ҡуҙғалып киткәс Фазулла апаруҡ теремекләнде, тәҙрәнән ҡарап, тыуған ҡырҙары менән таныштырып ҡулын болғаны:

—Мыртый, бынау ер Өкө Буйы тип атала, арыраҡ—Серек Баһыу, офоҡҡа ҡарай һуҙылғаны Һары Тай яланы, уға сауҡалыҡтар менән ҡайылған Һарналы Төбәк килеп ҡушыла. Һарынаның нин-дәйерәк үҫемлек икәнен беләһеңме?—үҙе үк кире ҡаҡты. —Ҡайҙа инде онотола барған ҡыр ризығын һеҙгә татып ҡарарға! Уны таныу, айырыу өсөн иң әүәл үҙәк өҙөлөп асығырға кәрәк. Ә беҙҙе, ауыл халҡын аслыҡ йылдарында үлемдән һарына тәлгеһе2 әрсәләне.—Һүҙгә ҡушылыусы булмағанғалыр көн сыуағына ишаралап Сәмиғулла Дәүләтбирҙин ише яманһыулап өҫтәне.—Ҡатындар йәйе килде. Ир-аттың йорт мәшәҡәттәре йәй көнө, ә бисә-сәсә аҙна-ун көн эсендә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеп ҡалырға тырыша, шуға сыуаҡ көндәр ошо атама менән йөрөй ҙә инде.—Сығышың менән ҡайһы яҡтанһың?.. Ә-ә-ә, күрше икәнһең. Һеҙҙә ошо мәлде төптө хата булһа ла әбейҙәр сыуағы тиҙәр, ә беҙҙә яңы мин әйткәнсе йөрөтәләр.

Дауаханаға килгәс тә Фазулла Тулыбаев өгөтләүҙе ҡолағына ла элмәй, еңмешлегенә барып, туҡтала-туҡтала булһа ла өсөнсө ҡатта урынлашҡан терапия бүлегенә үҙ аяҡтары менән күтәрелде, палатаға инеп тәғәйен карауатҡа урынлашҡас айырылырға теләмәй эйәреп ингән миңә күптәнге танышылай күреп мөрәжәғәт итте:

—Мыртый, бында район үҙәгендә таныш-белештәрем юҡ самаһында, мине әүрәтеп ингеләп-сыҡҡылап йөрө әле, ваҡыт табып…

Ваҡыт тигәнең миндә инде ул, ауылдарға саҡырыу булмағанда аша-төшә баҫып, йүгерә-атлай терапия бүлегенә күтәреләм. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ошо ҡаҡса ауыл ҡартына ҡарата ниндәйҙер эске яҡынлыҡты һиҙемләнем: һүҙҙәребеҙ ҙә берегә, янында рәхәт, ышыҡ та. Бәлки, атайһыҙ үҫкәнгә теләктәш, кәңәшсе эҙләп ир-атҡа тартылыу ғәләмәтелер.

Фазулла Тулыбаевҡа тәрән, күп яҡлы тикшереү үткәрҙеләр, шунан бәҙрәфтән башҡа ергә сығып йөрөмәҫкә ҡушып һалып та ҡуйҙылар.

Эргәһенә ингәндә ул көрәктәй устарын башы аҫтына ҡуйып ятып тора ине, мине күргәс тороп ултырып, таралып һибелгән сәстәрен суғырмаҡланып ҡатҡан бармаҡтарына араланы:

—Яңы ғына, инүәлит кешеләй анау тимер арбаға һалып апарып ЭКГ тигән нимә үткәрҙеләр. Төшөндөр әле шул нимәнең асылын?

—Электрокардиаграмма ул, йөрәгеңдең эшен ҡағыҙ таҫмаға яҙғандар.

—Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнер мәлдә ят инде һапата* бисәләй түшәмгә төбәлеп. Инәңде орайым3!—Йонсоу ҡарашын палатаға яңылыш осоп инеп сыға алмай тәҙрә быялаһына башын төйгән күбәләккә йүнәлтте.

—Бына һеҙ һораған махорканы килтерҙем әле. Район үҙәгендә табып булманы, ауыл магазиндарының береһендә ятҡан.

—Маршанскиймы?—Фазулла ҡыуанғандай теремекләнеп китте.—Ызнамы шәп иткәнһең! Юғиһә, һалам тәме килгән сигареттарҙы төтәтеп ялҡып кителгәйне. Уларҙың ни тәме лә ни көсө. Ошондайҙы ауыл кибетенә һатыусының ҡыр быуынына төшөп эҙләтеп, таптыртып ҡайтартам. Мындай нәмә башҡа урындарҙа юҡ. Әүәле Михайловка утарында йәшәгән Иван ҡорҙаштан алған самосадты баҡсала үҫтерә инем. Һиңә әйтәйем, вәт исмаһам тәмәке! Һурҙы ниһәң төтөн шауҡымы шундуҡ мейегә бәрә лә үпкәләрҙе ҡороштороп ебәреп  тура эсәкте бөрөп ала. Хәҙер ундайҙы тартыр йәштә түгелмен.

—Хәлегеҙ нисек?—Урынһыҙыраҡ һорауымды бирҙем.

—Нисек, тип, шу, бер көйө инде. Килгәндән алып, төрлө уколдар менән бешекләһәләр ҙә алға китеш тойолмай. Йәнә япа-яңғыҙым ятып үҙәккә үтә башланы. Уттай ҡыҙыу эш мәлендә кем генә бында инеп бикләнергә те-ләһен. Тикшергән враштарын әйтер инем, арыу ултыраһыңмы абзый, тиәһе урынға, ауырыуымдың төбөнә төшөп белергә ын-тылалар. Күкрәк ситлегендәге йөрәктең иңрәү сәбәптәрен бар төшөндөр уларға! Йөрәк, бигерәк тә ир йөрәге, сәстәрҙе салландырып, бына ошолайтып һыҙып туҙа инде ул.

Сәләмәтлеге шәптән түгелдер, ошоға ҡәҙәр гел ҡара-ҡаршы ултырып гәпләшкән Фазулла түшәгенә ҡырын ятып аяҡтарын эсенә тартыңҡыраны:

—Кисә бөгөн йөрәк тын алырға бирмәй алҡымға килә лә тығыласы, ҡороғор.—Берауыҡ тын ятҡас ғыжылдап йүтәлләп алды ла тоноҡ шыйылдап һүҙ башланы.     —Тәүге көндән һиңә ылығыуыма ғәжәпләнмә, мыртый. Тышҡы ҡиәфәтең, һөйләшеүең, атлап йөрөүең менән малайыбыҙға бигерәк оҡшағанһың. Тәү күргәс тә Фәйзулла ҡайтып индеме, тип аптырағандай ҙа иттем хатта. Һиңә нисә йәш әле? Ана бит, бер ҡатарһығыҙ. Малайға быйыл ҡыш егерме өс тулған булыр ине. Көтөп алған берҙән-бер бала булды ул. Мулла исемде Фәйзулла тип ҡушһа ла мин дә, әсәһе лә яратып гел Танһыҡ, тип өндәштек. Ауылда ла, иптәштәре араһында ла ул шул исем менән йөрөнө. Бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙем. Мәктәптә лә яҡшы уҡыны, спортты үҙ итте. Армияға барам да барам, тип атлыҡты, йөрәкһене лә торҙо шу. Ауыл хужалығы институтында йөрөгән еренән уҡыуын ташлап китте лә барҙы, һауа-десант ғәскәрҙәренә эләкте. Әйткәндәй, Фәйзуллабыҙ атайым мәрхүмгә оҡшап кәүҙәгә ҡалын, төҫкә-башҡа сибәр, бер дастоин бала ине. Армияға алынаһы кис ауыл клубының сәхнәһен дер һелкетеп эй осоноп бейене лә һуң! Бәхилләшеп ярһыуы шул булғандыр инде.

Дәртләнеп, талпынып киткәйне лә ҡурғаш табутҡа тейәп апҡайттылар. Самолеттары һауала шартлаған. Дүрт һалдатын эйәртеп оҙата килгән әфисәр табутты асып ҡарарға ҡырҡа рөхсәт бирмәне. Ҡаты бойороп ебәргәндәрҙер, күрәһең, ярамайҙан һалдырып тик тора. Әллә унда беҙҙең малай ятҡан, әллә икенсе бер ете-яттың һөйәктәре, Хоҙай белә… Фәйзулланы ерләгәс ҡәбере өҫтөнә военкомат килтергән йондоҙло ташты ҡуйған булдылар, теге һалдаттарҙы теҙеп ҡуйып автоматтарҙан залп бирҙерттеләр. Атыуҙары менән һауаны түгел минең күкрәк ситлеген теткеләнеләрме ни!—Шул мәлде яңынан кисергәндәй күкрәген ыуҙы.—Тора-бара ошоға саҡлы ҡайҙалығын белгертмәгән йөрәк шаярғылай башланы, Йәмилә еңгәйең дә күҙ менән ҡаш араһында йоҡарып китте. Ауылда яҡын туғандар ҙа юҡ хисабында. Бер-беребеҙгә терәк булырға тырышып икәүҙән-икәү генә көңгөр-ҡаңғыр итеп йәшәп ятҡан көн.

Уңғансы шәфҡәт туташы палатаға башын тыҡты:

—Айҙар, һиңә кисекмәҫтән вызовҡа сығырға!

—Ҡуҙғалайым булмаһа?

—Бар, бар, эшең шу бит. Кискәре, саҡырыу-фәлән булмаһа, ятағыңа ҡайтам тимәһәң, хәлемде белерһең, бәлки?

Мин ингәндә Фазулла ағайҙың кәйефе апаруҡ күтәренке ине. Ятып торһа ла һөрәнләп ҡаршы алды:

—Махорка килтереп ҡыуандырҙың бит. Кинәнеп төтәтеп алдым, тамағым туйып ҡалғандай итте. Бындағы беҙҙе баҡҡан ҡыҙ ят еҫте һиҙеп ҡалып әрләне әрләүгә, нисауа, еҫкә өйрәнһә күнер әле. Еңгәйең дә өйләнешкәс, тартма ҡара мунса ыҫын, тип мышҡылдай ине лә, хәҙер, ошо мәлдә шул еҫте һағынып ултыралыр әле.—Оҙон-оҙаҡ хәбәргә күскән Фазулла ағай эргәһенән урын күрһәтте.—Утыр, мынауында. Бөгөн кис беҙҙеке булырға оҡшай. Ҡабаланмай-ашыҡмай ғына сөкөрҙәшәйек.—Тумбочкаһынан аҙыҡ-түлек сығарып алдыма теҙҙе.—Еңгәңде әйтәм, сыҙап ята буламы, килеп еткән  бит. Әйҙә, һыйлан, етеш барынан.

—Рәхмәт, яңы ғына киске ашты ашаным.

—Балнистыҡынмы?

Шаяртыуға борҙом:

—Эт туйған ерендә йөрөй, тиҙәр, Фазулла ағай, тик һеҙҙең өлөшкә теймәнем.

—Салғыйға йәбешкән, өрөп теңкәгә тейгән эттәр арта барған заманда йәшәһәк тә үҙеңде маһмайға тиңләмә, мыртый. Килешмәй.—Фазулла мәрәкәләүҙе ҡабул итмәй йоҡа ирендәрен ҡымтып шымтая биргәс дауам итте.—Кеше тыуғас та Хоҙай Тәғәлә уның ғүмер ағышына етмәле ризыҡты алдан хәстәрләп бүлеп ҡуя ти. Шуға яттар өлөшөнә инеп булмай, ҡапҡан ризығың һиңә тәғәйен Тәңре бүләге. Миңә тигәне әллә ҡалған, әллә юҡ…—Йәшәүҙән төңөлгәндәй көтмәгәнерәк хәбәр һалды ла йөҙөнә ҡунып өлгөргән күңелһеҙләнеү күләгәһен ҡыуырға теләгәндәй өҫтәне. —Йәш саҡта тамаҡ тигәнең туймай ул, өҙлөкһөҙ ашағы килеп үҙәк өҙөлә. Шулай булғас, тартынма. —Ҡабырғалы ҡаҙыға, ҡаҡланған ҡаҙ ботона, банкалағы яңы айыртылған ҡаймаҡҡа, йомарланған ҡыҙыл эремсеккә, ҡоротҡа, литр ярымлыҡ пластик һауытҡа тултырылған ҡымыҙға ымланы.

Етем ҡорһағы ете ҡат, тигәндәй ихласлап ризыҡҡа йомолдом, үҙем Фазулла ағайға ҡарап-ҡарап алам. Ул да ым-хәрәкәтемде һиҙҙе:

—Нишләптер тамаҡҡа аш үтеңкерәмәй ошо арала. Ә һин иғтибар итмә, мин дә яйлап ҡына сепсенермен шунда. Ошо һый ҡана һуң тегендә, алғы һыҙыҡта булһа.—Ул әңгәмәне яңыртып семәрләп сигелгән янсыҡ сығарҙы ла үртәлгәндәй ҡулын һелтәне. —Бында ярамай бит әле, онота ла ебәрәм.—Тәмәкеһен кире кеҫәһенә тыҡҡас дауам итте:

—Тегендә, Сталинградта, алғы һыҙыҡта аҙна самаһы ашарға килтермәнеләр. Ысынын ғына әйткәндә тамаҡ ҡайғыһымы, көнөнә әллә нисә тапҡыр өҫкә менеп киләләр, атака өҫтөнә атака. Тышҡы ҡулсанан беҙҙекеләр фрицтәргә тынғылыҡ бирмәй, үҙҙәре ҡамауҙа ҡалған былар беҙгә ал-ял күрһәтмәй ҡыҫа. Пуля, снаряд, мина ярсыҡтары ямғыр һымаҡ яуа, ер йыртыла, һауала көйөк, төтөн еҫе, Волга яна, тик шуныһы ғәжәп, шул мәшхәрҙә һалдат тере, тере генә түгел ҡулынан ҡоралын төшөрмәй йәнтәслим үлем менән яғалаша. Һинең һымаҡ үҫә барған йәштәбеҙ, үлтереп ашағы килә, хет бүре булып оло, хет эргәләге заводтан тирә-яҡҡа һибелгән кирбестәрҙе кимер. Бер көн иптәш егет снаряд туҙҙырған кухня эргәһенән бүҫкә тоҡ арыш онон табып килтерҙе. Йән биргәнгә йүн биргән, әмәлен таптыҡ тәки, теге ондо ҡарға бутап ашаныҡ. Аслыҡ бер аҙ баҫылғандай итте. Иртәгеһен таң менән немецтар атака алдынан беҙҙең позицияны утҡа тоторға керештеләр. Эргәмдә генә ут бағанаһы һауаға күтәрелде лә мина ярсығы уң яҡ осаны йотоп та ҡуйҙы. Башта аңымды юғалтманым, арт һаным уттай янып барһа ла ауыртыуҙы ла тойманым, ята торғас, күп ҡан юғалтыуҙандыр инде, булмышым ҡапыл ҡара упҡынға осто. Ҡанға туҙып оҙаҡ ҡына соҡорҙа ятҡанмын, санитарҙар табып алып подвалда урынлашҡан санчасткә әпкигәндәр. Оҙон рәттә сиратымды көтөп ятам. Көнө-төнө операция өҫтәленән китмәгән врачтар яралыларҙы ҡабул итеп өлгөрә алмайҙар. Шәфҡәт туташы ярамдағы марляны көн һайын алмаштыра ла һыҙланыуға ҡаршы укол ҡаҙай. Бар күрһәткән ярҙамы шул. Ярам ҡанлы эрен менән ҡапланды. Уңғансы эске ҡулса менән тышҡыһы бергә ҡушылды. Мине тылдағы госпиталгә оҙаттылар. Баҡҡан хирург аяғыңды ҡырҡам, юғиһә бысраҡ яраңда гангрена башлана, ти ҙә ҡуя. Хоҙай Тәғәлә үҙенә саҡырһа барырмын, иллә аяҡты киҫергә бирмәйем, тип ныҡ ҡырталаштым. Янбашымды яңынан итенә еткәнсе таҙарттылар ҙа сәләмәт ерҙәге тиремде һуйып ярама яптылар. Яйлап-яйлап ҡына ыңғайға киттем бит, осама ит ҡунмаһа ла ярам бөтәште, әрнеп һыҙлауы баҫылды. Өс ай тирәһе госпиталь карауатында аунағандан һуң комиссовать иттеләр.

 

Дауамы бар.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap