Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
13.01.2017
ИЛ ИНӘҺЕ—ЗАТЛЫ ЗАТА
Untitled document

Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, профессор, гуманитар фәндәр Академияһының академигы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың мәғариф, Fәлимов Сәләм һәм Рәсәй Федерацияһының хөкүмәт премиялары лауреаты Fәлин Салауат Әхмәҙиә улы үҙенең 1999 йылда баҫылған «Тел асҡысы—халыҡта» тигән китабын ошо һүҙҙәр менән башлаған: «Был китабымды ҡырҡ йәшендә, береһенән-бере бәләкәй ете бала менән тол ҡалып, сәмләнеп, ғәмләнеп донъя көткән, бесән сабып, мал аҫрап, беҙҙең барыбыҙға ла юғары белем алырға, халҡыбыҙ алдында дәрәжәле, мәртәбәле кеше булырға ярҙам иткән, әле лә ата йортонда йүгереп сығып, ҡапҡа асып, аш-һыулы, баллы-майлы өҫтәле, йылы һүҙе, яҡты йөҙө менән ҡаршы алған Зата затлы Маһикамал атлы әсәйемә бағышлайым».

Ысынлап та, кем булған ул, аҫыл зат, ил инәһе закон Зата? Һүҙем ошо хаҡта булыр. Сал Уралға арҡа терәп, йәйрәп ятҡан Ирәндек тауҙарына иркәләнеп кенә, боролоп-боролоп уға һыйынып аҡҡан Һаҡмар йылғаһы буйындағы Аҫҡы Шырмай (хәҙер ул юҡ) исемле ауылда 19-сы быуатта яҡты донъяға ауаз һалған ул. Биш йәшенән атҡа атланған, ир-егеттәр менән ярышып ал бирмәҫ, ҡыйыу, ҡуш йөрәкле ҡыҙ булып үҫкән.

Ул ваҡытта Һаҡмар йылғаһы бик ҙур, мул һыулы булған, яҙғы ташҡындарҙа тирә-яҡты һыу баҫып, диңгеҙҙәй йәйрәгәс, Аҫҡы Шырмай халҡы кәмә менән йөрөгән. Ат йөҙҙөрөп, аръяҡтан бирьяҡҡа сығыр булғандар. Кеше буйы йәйендәр ҡойроғо менән һуғып, яр буйындағы ваҡ малды, ҡош-ҡортто йотҡан, балыҡ Һаҡмарҙа мыжғып торған. Урман-тауҙар кейеккә бай булған. Ана шул хозур ожмах мөйөшөндә тәбиғәт балаһы булып буй еткергән минең ҡартәсәйҙең әсәһе—закон Зата. Һаҡмарҙа балыҡ кеүек йөҙгән, тиң-тошо менән балыҡҡа, еләк-емешкә йөрөгән. Ул мәргән уҡсы һәм оҫта һунарсы булып танылған. Зәңгәр күҙле, оҙон толомло ҡыҙ матур йырлаған, сәсән телле, үткен булып буй еткергән. Башҡорттоң боронғо йолаһы буйынса, ата-әсәһе һайлаған, үҙе һымаҡ үткен, мөһабәт кәүҙәле, яҡын-тирәнең билдәле көрәшсеһе, уңған, уҡымышлы һәм бай егет Килмәков Хамматҡа кейәүгә сыҡҡан. Йәштәр матур итеп донъя көтә башлай. Ләкин уларға бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәргә насип булмай, Хаммат батырҙы батша хеҙмәтенә алалар.

Йәш ҡатынға өйөр-өйөр йылҡы, көтөү-көтөү һыйыр, һарыҡ-кәзәһе булған ҙур хужалыҡты алып барырға тура килә. Ул һыбай йөрөп, донъяһын донъя итеп, үҙе ир, үҙе ҡатын, ире юҡта баш булып, һынатмай йәшәй. Һөйөлөп, һөйөп тә өлгөр-  мәгән ҡатын, Хаммат батырҙы һағынып бәйеттәр, йырҙар сығара. Яңғыҙы Һаҡмар буйҙарын ҡыҙырғанда моңло йырҙарын йырлап, күңелен йыуата. Fорур, һыр бирмәҫ Зата закон кеше күрмәгәндә һығылып илап та ала, янған йөрәген Һаҡмар тулҡындары менән ярышып һыуыта. Хаммат батыр ялға ҡайтҡан һайын, йөклө ҡалып, 11 балаға әсә була. Шулай итеп, иренә һөйөклө, тоғро ҡатын, балаларына яҡшы әсәй, ҙур хужалыҡҡа баш булып йәшәй. Уның сығарған бәйеттәрен әхирәттәре илай-илай тыңлар булғандар, ә һағышлы йырҙарын бөгөн дә Ирәндек тауҙары һаҡлай кеүек. Балалар бер-бер артлы үҫә торалар. Килмәков Хаммат ҡартатай I Бөтә донъя һуғышынан әйләнеп ҡайта алмай, 1914 йылдан алып хәбәре юҡ.

Миңлезата өләсәй русса ла һөйләшкән, бөтә законды белгән, тирә-яҡтан уға кәңәшкә килгәндәр, ғариза-фәлән яҙҙырғандар. Бөгөнгө оло быуын кешеләре уны онотмай, уның тураһындағы хәтирәләрен ихтирам менән һөйләйҙәр, ә унан ҡалған балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәләрен закон Зата, затлы Зата тоҡомо тип йөрөтәләр.

Эйе, халҡыбыҙҙа донъя тотҡаһы булып йәшәп, үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырған, сабып барған атты туҡтатырҙай, ялҡын ялмаған өйгә инерҙәй ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Шуларҙың береһе ил инәһе, затлы зат Миңлезата Килмәкова. Ул үҙенән һуң яҡты хәтирәләр генә түгел, ысын мәғәнәһендә затлы бүләсәләр ҡалдырған, улар тыуған тупраҡҡа аҫыл таш булып һибелгән. Һәр береһе үҙенсә балҡый, нур сәсә, бәрәкәтле еребеҙҙең биҙәге булып йәшәй. Ул ер кешеһеме, тракторсы, һауынсы  булһынмы, бынамын итеп донъя көтә, күпләп мал аҫрай, ҡымыҙ етештерә, быйма баҫа, баҡса тултырып емеш-йәшелсә, картуф үҫтерә. Закон Затаның ейән-ейәнсәрҙәре араһында күпме эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, табиптар, башҡа һөнәр эйәләре бар. Улар ғәзиз еребеҙгә ерегеп, илебеҙгә, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итә. Килмәковтарҙың өлкән ҡыҙы Сафура Сөләймәнованың ике улы ла офицер тигән юғары дәрәжәгә эйә булды. Өлкән улы Әғзәм Сөләймәнов 33 кенә йәшендә майор дәрәжәһендә үлеп ҡалмаһа, кем белә генерал да булыр ине. Уның берҙән-бер улы Марат Сөләймәнов—Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институтында ғалим, директор урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы. Икенсе улы Хәмзә ҡырҡ йыл Беренсе Этҡол мәктәбендә математиканан уҡытты. Уның бер генә бөртөк улы Хәлит Хәмзә улы—Сибай ҡалаһының хакимиәт башлығы. Сафура Сөләймәнованың ейәне Хәмитов Хөрмәт БР хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы һәм Йылайыр, Баймаҡ райондары буйынса бүлек начальнигы, уның һеңлеһе Әнүзә полицияла хеҙмәт итеп майор дәрәжәһенә етте.

Кинйә ҡыҙы Маһикамалдың ете балаһы ла юғары белемле, өлкән улы бөтә Рәсәйгә билдәле ғалим Салауат Fәлин атлы уҙаман. Уның ҡыҙы Гөлназ Fәлина—музыка белгесе, доцент, фән кандидаты. Булат Fәлин Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Маһикамал инәйҙең кинйә ҡыҙы—филология фәндәре кандидаты, доцент.

Кулак мөһөрө һуғылып Себергә һөрөлгән Килмәков Шафиҡтың ҡыҙы Асия Рәхимғолова данлыҡлы һауынсы булһа, уның ейәнсәре Рәхимғолова Гөлсинә Рифат ҡыҙы аспирантура һәм УГАТУ-ны тамамлап, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты булып китә. Икенсе улы Fәле ауылдың тәүге шоферы булып ЗИС-5 машинаһы менән Бөйөк Ватан һуғышында башынан аҙағына тиклем оҙон юл үтеп, тыуған яғына иҫән-һау ҡайтып, ғүмеренең ахырына тиклем механик булып колхозда эшләй. Уның ейәнсәре Гөлсинә Килмәкова М.Аҡмулла исемендәге университетта тәрбиәүи эштәр буйынса декан ярҙамсыһы, аспирант. Һеңлеһе Әлфиә лә шунда уҡ аспирантура тамамлаған белгес, ә Ғәле олатайҙың ейәне Илгиз Байымов Баймаҡ районы хакимиәтендә эштәр идарасыһы. Зата өләсәйҙең тағы бер ейәне Рәхмәтуллин Радик ике тиҫтә йылдан ашыу Баймаҡ районының баш агрономы булып эшләне. Уның улы Рәил балалар «Байығы»нда Гран-при яулаған оҫта бейеүсе.

Ил инәһе затлы Зата Килмәкованың бөтә балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәләрен, уларҙың ҡаҙаныштарын иҫәпләп бөтөү мөмкин түгел. Улар тыуған еремдең биҙәге булып йәшәй, балалар үҫтерә, затлы нәҫелде дауам итә.

Зәкиә Сөләймәнова.

Баймаҡ районы

 

Беренсе Этҡол ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap