Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
13.01.2017
ИЛ ТАРИХЫ МЕНӘН ИШЕЛЕП ҮҪКӘН ЯҘМЫШ
Untitled document

...Был донъяға һәр кем үҙ урыны, үҙ тәғәйенләнеше менән тыуа. Кемдер—кешеләрҙең тәнен, бәғзеләр йәнен дауалай. Берәүҙәр тыумыштан уҡ сауҙагәр була, икенселәргә иһә Аллаһы Тәғәлә күңел тулы моң биргән. Шулай ҙа донъяла иң изге, бар профессияларҙың да башында торған бер һөнәр бар—уҡытыусы. Сөнки, ҡайҙа ғына эшләһәк тә, ниндәй генә вазифа биләһәк тә, тәү сиратта был яҡты донъяға тыуыуыбыҙ менән ата-әсәйебеҙгә рәхмәтле булһаҡ, икенсе рәхмәтебеҙҙе хәреф танырға, оло тормош юлына сығыуыбыҙға күп көс һалған, аҡ менән ҡараны айырырға, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булырға өйрәткән уҡытыусыбыҙға юлларға тейешбеҙҙер. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, күп йылдар Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы Баймырҙина тураһында уҡыусылары әле лә тик яҡты хәтирәләр генә һаҡлай.

Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы Баймырҙинаның ғүмер юлы ил тарихы менән ишелеп үҫеп, тормош йылдары ауыр осорҙа үткән меңәрләгән башҡорт ҡатындарының яҙмышына оҡшаған. Ул 1916 йылдың 25 ноябрендә Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районында тыуған. Темәстә мәктәпте тамамлағандан һуң уҡыуын педучилищела дауам итә. Көндөҙ үҙе белем эстәһә, кистәрен ауыл ололарын «яҡтыға сығырға» ярҙамлаша. Уҡытыусы булараҡ хеҙмәт юлын Үҙән ауылында (хәҙерге Яковлевка) башлай. Мәктәптең беренсе уҡытыусыһы ла тап ул була. Тәүге көндән үк үҙ һөнәре буйынса ауылда әүҙем эш алып бара. Йәмәғәт эштәрен ихлас  башҡара. Бында Fиниәт Fәтиәтулла улы Әйүпов исемле егет йәш ҡыҙ йөрәгенә һөйөү осҡондары тоҡандыра һәм 1933 йылда улар сәстәрен-сәскә бәйләй. Мөхәббәт емештәре булып улдары Салауат һәм ҡыҙҙары Маһинур тыуа.1937 йылда Гөлнур Рәхмәт ҡыҙын Күсей ауылы Советы янындағы Ишбирҙе руднигының ете йыллыҡ мәктәбенә эшкә күсерәләр. Йәштәрҙең татыу «ояһын» совет-фин һуғышы «туҙҙыра». 1939 йылда тормош иптәшен армияға оҙатҡан 23 йәшлек йәш ҡатын тол ҡалыры тураһында уйлап та бирмәй... Fиниәттең «ҡара ҡағыҙы»н ауыл сәхнәһенә Fәлиәбаныу булып менергә торған Гөлнурға сығышынан һуң ғына тотторалар.

Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы бирешмәй,  бөтә күңелен балаларға һала. Ал-ял белмәй мәктәп тормошонда тир түгә, ҡайғыһын эш менән баҫа, иптәшенең төҫө булған балаларына ҡарап йыуана. Үҙе иҫән сағында Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, ғалим Абдрахман Fәлләмовтар тураһында ла үҙенең иң яҡын, тырыш уҡыусылары булараҡ иҫләй.

Ҡайғылы осоронда ул Күсейҙә йәшәгән апаһы Әсмә Баймырҙинаның терәген ныҡ тоя. Яҙыусы Таңсулпан Fарипова уның тураһында: «Уның һыны минең бөгөнгөләй хәтеремдә. Ул һәр ваҡыт минең менән булды. Уның педагогик оҫталыҡ балҡышында мин дә бәләкәйҙән үҙемде педагог итеп белеп үҫтем»,—ти оло һоҡланыу менән.

Fәзиз әсәһе тураһында тик яҡты иҫтәлектәр генә һаҡлаған ҡыҙы Маһинур инәй: «Ҡәҙерлемдең шул тиклем тыныс, сабыр, түҙемле булыуына әле лә һоҡланам. Түҙеп булмаҫтай тойолған мәлдәрҙә лә, ашарыбыҙға, кейеребеҙгә булмай ултырған саҡта бер ваҡытта ла уның күҙ йәшен күрмәнек. Ул эштән ҡайтҡас, һағыҙ менән генә булһа ла сәй эсеп алабыҙ ҙа, өсәүләшеп гөрләшә башлайбыҙ. Йә ул ағайым менән мине таҡмаҡ әйтеп бейетә, йә бөтә ихласлығы менән ҡыуанып мәктәп хәлдәре, уҡыусылары менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләр ине»,—ти.

Ишбирҙе ауылында эш башлағас, 1946 йылда мәктәп директоры Хөсәйен Абдрахманов менән яҙмышын бәйләй. Ике балаға ғүмер бирәләр. Үҙенең дүрт,   иптәшенең өс балаһына әсә һөйөүен, йөрәк йылыһын тигеҙ өләшә Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы. Уларҙың бөтәһен дә уҡытып, оло тормошҡа аяҡ баҫтыралар.

1949 йылда атаҡлы уҡытыусы ишле ғаиләһе менән Сибай ҡалаһына күсеп килә. 3 йыл ҡаланың 1-се мәктәбендә, артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы 5-се мәктәптә эшләй. Киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, асыҡ пландар менән янған уҡытыусы балалар, ата-әсәләр, хеҙмәттәштәре араһында ла ихтирам, абруй ҡаҙана. Тәжрибәле педагогка методик ярҙам һорап та киләләр, эргәһендәгеләрҙе кәңәшенән дә ташламай олуғ остаз. Белем кимәле юғары, аң-даирәһе киң, фекерләү ҡеүәһе көслө уҡытыусының оло ихласлыҡ менән башҡарған эшен, эше генә лә түгел, йәшәү рәүешенә әйләнгән профессияһын хөкүмәт юғары баһалай: ул Сибай ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе булып «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән юғары исемгә лайыҡ була.

1972 йылдың 10 ноябрендә Гөлнур Рәхмәт ҡыҙын оло хөрмәт менән хаҡлы ялға оҙаталар.

Данлыҡлы мөғәллимәнең тыуыуына 90 йыл тулған көндәрҙә Сибай ҡалаһының         5-се мәктәбендә хәтер кисәһе үтте. Ошо көндәрҙә арҙаҡлы педагогтың тыуыуына 100 йыл тулды. Уның тураһында әле лә йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр, күңел йылыһы һаҡлайҙар.

... Ябай ҙа ул, бөйөк тә ул, бөтә һөнәр кеүек кәрәк тә ул. Эйе, уҡытыусы хаҡында был һүҙҙәр. Бөтә заманда ла был һөнәр эйәләре һәр ваҡыт иң ихтирамлы, ҡәҙерле булған, йәмғиәттә үҙ урынын тапҡан. Бөтә булмышы менән үҙ һөнәренә ғашиҡ һәм тоғро, ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмай, уҡытыусы исемен ғорур күтәрә белгән Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы Баймырҙина бик күптәргә үрнәк, өлгө булырҙай шәхес ине.

Нурзилә Һөйәрғолова,

5-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте

 

уҡытыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap