Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
13.01.2017
ҠАЙҘА ҺИН, ҺИН ҠАЙҘА, ЙӘШЛЕГЕМ?
Untitled document

…Бынан күп йылдар элек, класташтары менән осрашыуға йыйыныусыларға ҡарап, беҙҙең дә шулайтып йөрөр көн булырмы икән, тип көнләшкәндәй итә торғайным. Бөгөн килеп иһә мәктәпте тамамлауыма 35 йыл да үтеп киткән! Йылдар туҡтау белмәй, ғүмеркәйҙәр бер күҙ асып йомған арала йылт итеп кенә үтә лә китә икән шул… Кисәге шаян егет-ҡыҙҙар әле олпат ир-уҙамандар, сабыр ғына мөләйем ханымдар булып киткәнбеҙ түгелме шул?!

Хәйбулла районының Һамар ҡасабаһында йәшәүсе Әлфиә Fәйнулла ҡыҙы Солтанғужина (Fәниева) уҙған йыл аҙағында барлыҡ класташтарыбыҙҙы үҙенә ҡунаҡҡа саҡырып алырға йөрьәт итте һәм барыбыҙҙың да ихлас рәхмәт һүҙҙәренә, ихтирамына лайыҡ булды. Тормош иптәше Баязит Латиф улы менән бик матур донъя көтөп йәшәйҙәр икән улар—йорт-ҡураларының бөтөн, мал-тыуарҙарының, ҡош-ҡорттарының ишле булыуы хужаларҙың тернәксел һәм тырыш булыуына ишара яһай. Fаилә башлығы оҙаҡ йылдар урман хужалығына етәкселек иткән, әле үҙ аллы эшмәкәрлек менән мәшғүл. Ә Әлфиә класташыбыҙ, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, күрше Бүребай участка дауаханаһында теш табибы булып эшләй. Татыу ғаиләлә биш бала буй еткергән.

Йәл, осрашыуға барыһы ла килә алманы, шулай ҙа 9 кеше бер-береһен һағынып, бер күрешеү өсөн йән атып, аралар алыҫлығына ҡарамай,  ашҡынып килеп етте. Ә йорт хужалары һәр беребеҙҙе ҡапҡа тышына уҡ сығып, ҡолас йәйеп ҡаршы алды һәм түргә әйҙәне. Хужабикәнең һәм башҡа һабаҡташ ҡыҙҙарҙың шатлыҡтары күҙ йәштәре булып тышҡа тәгәрәне…

Оҙаҡ йылдар бер-береһен күрмәгән класташтарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне—барыһының да һөйләр яңылығы, уртаҡлашыр шатлыҡ-ҡыуанысы етерлек! Күптәребеҙ ҡайны-ҡәйнә генә түгел, өләсәй һәм ҡартатай булырға ла өлгөргән. Йылайыр ауылында йәшәүсе Фариза (Сырлыбаева) һәм Гәрәй Fәниевтар, Рима Алтынсурина (Мозафарова), Сиҙер ауылынан Миңзәлә Ҡотоева (Такаева), Сәләх ауылынан Рафайыл Солтанов, табын хужалары, ҡыҙ-улдарын эйәле-башлы итеп, шаулатып туйҙар үткәргән. Әйткәндәй, Баязит менән Рафайыл үҙҙәренең гармун моңдары менән беҙҙе йәшлек йылдарына алып ҡайтты—алыҫ үткәндәрҙә ҡалған йәшлек йырҙарын йырлашып, бейешеп тә алдыҡ. Ә инде мәктәп йылдарындағы ҡыҙыҡтар сәстәренә сал йүгергән класташтар өсөн көлөп иҫкә алыр хәтирәләргә генә әйләнгән икән! Шуныһы ҡыуаныслы: осрашыуға килеүселәрҙең барыһы ла, тормошта үҙ урындарын табып, бар ғүмерҙәрен яратҡан һөнәрҙәренә бағышлаған кешеләр. Арабыҙҙа ауыл хужалығы белгестәре лә, медицина, банк хеҙмәткәрҙәре лә, хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәр ҙә бар. Кейәү-кәләштәребеҙ ҙә һүҙ тигеҙерлек түгел, балалар хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ...

Fүмер атының туҡтауһыҙ алға елеүен иҫәпкә алып, класташтар осрашыуын түңәрәк даталар айҡанлы ғына ойоштормайынса, йыл һайын саҡырышып торорға килештек. Ә кемгә һәм ҡасан ҡунаҡҡа барырыбыҙ әлегә үҙенә күрә бер сер, сюрприз булып ҡалһын, тигән уй менән киләһе йылдарға тәғәйен генә кешене билдәләмәй ҡалдырҙыҡ. Иң мөһиме, иҫәнлектә-һаулыҡта осрашырға яҙһын, донъяларыбыҙ тыныс, йорт-еребеҙ имен торһон!

Мотал Рәмов.

Сибай ҡалаһы.

Һүрәттә: Беренсе рәттә: Венера Солтанова, Әлфиә Fәниева (Солтанғужина), Миңзәлә Такаева (Ҡотоева), Рима Мозафарова (Алтынсурина), Фариза Сырлыбаева (Fәниева). Икенсе рәттә: Гәрәй Fәниев, Радик Солтанов,

Рафайыл Солтанов,

 

Мотал Рәмов (һулдан уңға).

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap