Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
13.01.2017
ШИҒЫРҘАРЫН ЯРАТАБЫҘ
Untitled document

Ҡалабыҙ китапханаларының кәштәләре төбәгебеҙҙең талантлы шәхестәренең китаптары менән тулыланыуы ҡыуаныслы. Рухи хазиналар донъяһын байытып, 2015 йылда Мотал Рәмовтың «Рәхмәт һиңә, Тыуған ерем!» китабы донъя күрҙе.

Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәргә дәрт, илһам уятыусы ижад әһеле, яҡташыбыҙ, РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы, «Илһам шишмәләре-2005» төбәк-ара шиғриәт бәйгеһе һәм төрлө конкурстар лауреаты, республикабыҙҙа танылған журналист Мотал Рәмовтың был китабы шиғриәт һөйөүселәрҙең күңел донъяһында түрҙән урын алды ла инде.

Мотал Зәкирйән улы—ҡалабыҙ китапханаларының яҡын дуҫы. Ул унда үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй.  Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында «Рәхмәт һиңә, Тыу-ған ерем!» китабының исем туйы китап һөйөүселәргә ҙур байрам булды. Был китапта ниндәй генә темаға шиғырҙар юҡ. 100-гә яҡын шиғырҙары, йырҙары, мөнәжәттәре һәм таҡмаҡтарынан торған йыйынтыҡта тыуған ергә, илгә, телгә, тәбиғәткә, дуҫтарға, туғандарға, мөхәббәткә мәҙхиә йырлана. Бында тупланған шиғырҙарҙы китапханасылар төрлө сараларҙа сценарийҙар яҙғанда ҡуллана. Эстәлекле итеп яҙылған, һутлы, бай телле шиғырҙарын китап һөйөүселәр ҙә яратып уҡый.

Яҡташыбыҙҙың тәүге шиғырҙар шәлкеме, Бәләбәй ҡалаһында үткән «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестиваленән һуң, 2006 йылда баҫылып сыҡҡан «Йәйғор» китабында донъя күргәйне. 2013 йылда Республика инвалидтар йәмғиәте тарафынан сығарылған «Артылыш» китабында ла уның шиғырҙарына тос өлөш бирелгән. Ошоларға өҫтәп, яҡташтары Мотал Рәмовты Шәйехзада Бабичтың ҡәберен асыусы булараҡ та хөрмәт итә.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, һәүәҫкәр композиторҙар Дамир Солтанов, Вилүр Мәүлетов, Илшат Абдрахманов, Илдар Рәхимғолов, Рифат Йәмлихин, Азат Исҡужин, күптән түгел генә беҙҙең аранан киткән Юлай Моратов һәм тағы ла бик күп музыканттар Мотал Рәмовтың шиғырҙарын көйгә һалған. Уларҙы беҙ сәхнәләрҙән, телевидение, радио аша күреп һәм ишетеп торабыҙ. Уның тәрән күңелдән урғылған шиғырҙарына бик матур моңло йырҙар килеп сыға, «Раббым» тигән йыры ғына ла тиҙ арала киң ҡатлам тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Был йырҙы тыңлағанда тәндәр зымбырҙап, берсә уйланып, берсә моңланып алаһың. Күңелгә ятышлы йырҙарынан күҙҙәрҙән йәш аға.

Мотал Зәкирйән улы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премияға лайыҡ шәхес. Ул үҙенең ижады һәм эше менән ҡалабыҙҙа мәҙәни тормошҡа тос өлөш индерә. Уның күп йыллыҡ тырыш эшмәкәрлеге, емешле ижады был исемгә лайыҡ тип уйлайым. Уға ныҡлы һаулыҡ һәм ижадында яңы үрҙәр теләйем.

Нәйлә Мөхтәр ҡыҙы Fөбәйҙуллина,

 

Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының элекке методисы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap