Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
13.01.2017
САЛАУАТТЫҢ СӘСӘН ҠЫҘЫ...
Untitled document

Арҙаҡлы шәхесебеҙ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, журналист Рамаҙан Fимран улы Өмөтбаевтың исемен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бирелә.

Ҡалабыҙҙа ил, тел һағында уяу торған, халҡым, тип янып йәшәгән, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан шәхестәребеҙгә Р.Өмөтбаев исемендәге премия тапшырыу матур күренешкә әйләнде. Быға, һис шикһеҙ, үҙенең йәшәйеше һәм эшмәкәрлеге менән башҡаларға өлгө булырҙай милләттәшебеҙ дәғүә итергә тейеш.

Салауат районының Лағыр ауылында тыуып үҫкән, Мәсәғүт педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған Рүзидә Рәсүл ҡыҙы Үтәшева шиғриәт һәм әҙәбиәт донъяһына үҙенең шиғырҙары менән килеп инде. Башлаған эшен аҙағына тиклем еткереп эшләргә яратҡан Рүзидәнең ҡәләме йылдан-йыл нығына, үткерләнә генә бара. 2003 йылда «Йәшлек» гәзите тарафынан ойошторолған «Сатҡылар» әҙәби конкурсында «Гонаһтарға яҙмыш хаҡ һорай» хикәйәһенең республика күләмендә өсөнсө урын яулауы һәм 2008 йылда Рәшит Солтангәрәев исемендәге бәйгелә «Мүклек» исемле хикәйәһе өсөн лауреат булыу Рүзидә Рәсүл ҡыҙы Үтәшеваның күңелен тағы ла күтәреп ебәрә. Уның ижады хәҙерге ҡатмарлы донъяны дөрөҫ һәм теүәл сағылдырыуы, үҙенең тормошсанлығы менән арбай.

2008 йылда Сибай Яҙыусылар ойошмаһы сығарған альманахҡа, 2011 йылда Бәләбәй ҡалаһында  баҫылған «Йәйғор» йыйынтығына ингән, республиканың төрлө баҫмаларында донъя күргән шиғырҙары әсәлек һәм балалыҡ, тыуған ер, тел ҡәҙерен белеү, мөхәббәт темаларына арналған.

Рүзидә Үтәшеваның 2015 йылда нәшер ителгән «Ете юл сатында…», «Йондоҙҙарҙы усҡа алыр инем…» исемле китаптары әҙәбиәт донъяһына яңы асыш, яңы балҡыш булып килеп инде. Йыйынтыҡҡа ингән геройҙарҙың яҙмышы, башҡарған изге эштәре күңелдә ғорурлыҡ тыуҙыра. «Йондоҙҙарҙы усҡа алыр инем…» тигән шиғырҙар йыйынтығында бөйөк шәхесебеҙ Р.F.Өмөтбаевҡа арнап яҙылған «Мәҙхиәләр әйтмәй түҙеп ҡара, башҡортомдоң шундай иренә!» тигән шиғри арнауҙың да урын алыуы ҙур ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙыра.

Рүзидә Үтәшеваның ниндәй генә әҫәрен алып ҡараһаң да, һәр береһе кешелеккә, тормошҡа оло һөйөү, ышаныс, иман нуры, сабырлыҡ, инаныу менән һуғарылған. Мөхәббәт һәм нәфрәт, яңғыҙлыҡ һәм етемлек, репрессия һәм һуғыш тарафынан һындырылған яҙмыштар, изгелек һәм яуызлыҡ тураһында уйланырға мәжбүр иткән әҫәрҙәре үҙ уҡыусыһын таба.

Теленең халыҡсан, ябай булыуы әҫәрҙең бәҫен күтәрә, камиллаштыра, ышандыра, яһалмалылыҡҡа урын ҡалдырмай. Быларҙың барыһы ла авторҙың сәсән телле әҙибә булыуын күрһәтә. Ул балаларҙа телгә ҡарата һөйөү, илһөйәрлек тәрбиәләй. Йәш ижадсыларҙың һәләтен үҫтереүгә күп көс һала.

Бөгөнгө көндә Рүзидә Рәсүл ҡыҙы Үтәшева Сибай ҡала гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ижади ҡарашлы уҡытыусының яулаған уңыштары бихисап. Мәғариф министрлығы тарафынан үткәрелгән дәрес эшкәртмәләре бәйгеһен генә алайыҡ: 2008 йылда З.Биишеваның 100 йыллығына арналған конкурста—2-се, 2009 йылда М.Аҡмулла ижады буйынса—1-се, 2012 йылда Р.Fариповтың 80 йыллығына арналған бәйгелә—2-се, 2013 йылда З.Биишеваның 105 йыллығына арналған конкурста—2-се, 2014 йылда М.Кәримдең 95 йыллығы айҡанлы уҙғарылған бәйгелә 1-се урын яулай ул. 2011 йылда «Аҡмулла   вариҫтары» конкурсында республика күләмендә хаҡлы рәүештә 2-се урынға лайыҡ була. Ҡала кимәлендә яуланған уңыштары бихисап.

Р.Р.Үтәшеваның уҡыусылары ла республикала төрлө бәйгеләр һәм олимпиадаларҙа йылдан-йыл юғары уңыштарға өлгәшә. 2011-2012 уҡыу йылында Табакова Юлиә республикала башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән олимпиадала еңеүсе булһа, Үтәшев Азамат интернет-олимпиадала 1-се урын яуланы. Фәнни-тикшеренеү эше буйынса Таһирова Әлиә республикала 1-се һәм 2-се урындарҙы алды.

Миңә, ваҡытында ҡалабыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методисы булараҡ та, ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ та, Рүзидә Рәсүл ҡыҙы тарафынан юғары кимәлдә үткәрелгән бик күп кластан тыш сараларҙа, асыҡ дәрестәрҙә ҡатнашырға тура килде. Уҡытыусының эш һөҙөмтәһен ул уҡытҡан уҡыусылар һәм йылдар билдәләй. Уның фиҙакәр хеҙмәте Хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды. Рүзидә Рәсүл ҡыҙы—Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына лайыҡ булған юғары категориялы уҡытыусы.

Халҡының киләсәге өсөн арымай-талмай ижад итеүсе, рух тәрбиәләүсе, сәсән телле уҡытыусы, төрлө сараларҙың алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы, йыр-моңға ғашиҡ шағирә, өмөтлө әҙибә Рүзидә Рәсүл ҡыҙының ижади эшмәкәрлеге Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премияға, һис шикһеҙ, лайыҡ тип иҫәпләйем!

Рәсимә Айсыуаҡова,

Р.Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған

 

уҡытыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap