Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
13.01.2017
ГӨРЛӘТЕП ДОНЪЯ КӨТӘ ЙӘШТӘР
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Баймаҡ районының Fүмәр ауылында йәшәүсе Айгиз Самат улы Йәрмөхәмәтов Себер тарафтарында эшләп ҡарағандан һуң, үҙ эшен булдырырға ҡарар итә. Атаһы ғүмер буйы йылҡы көтөп, бер ҙә башҡаларҙан кәм йәшәмәй. Шуға бәләкәйҙән белеп, күреп үҫкән эшкә—йылҡы малын үрсетеүгә ҡурҡмай тотона, ошо тәңгәлдә крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп ебәрә.

Шәхси хужалығында аҫралған тиҫтәгә яҡын аттарына өҫтәп башҡорт тоҡомло 10 баш йылҡы һатып ала. Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән махсус программаға ярашлы, шәхси хужалығын асып ебәреүгә грант алыуға документтар йүнләй. Бизнес-план төҙөп, уны уңышлы яҡлағандан һуң, дәүләттән ярҙам ала егет. Шулай итеп, бынан 4 йыл элек үҙ эшен асҡан фермер бөгөнгө көндә ныҡлы аяғында баҫып тора тип әйтергә була.

—Хужалығыбыҙҙа дүрт тиҫтәгә яҡын йылҡы аҫрала. Аттарҙы кешеләр ҡыш һуғымға күпләп һатып ала. Йәй, билдәле, ҡымыҙ яһайбыҙ. Милли эсемлекте ауылдаштарым ғына түгел, күрше ауылдар халҡы бик яратып эсә,—ти йәш фермер.—Декабрь аҙағында ҡолондарҙы айырабыҙ. Йылҡылар күберәк тибендә йөрөй. Ҡар ныҡ ҡалынайып китһә, бесән ашатабыҙ, һоло бирәбеҙ.

Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының ветеринария бүлеген тамамлаған Айгиз Йәрмөхәмәтовҡа махсус белеме шәхси эшендә ҙур ярҙам ғына. Ата-әсәһе, ҡатыны Әминә уның алыштырғыһыҙ ярҙамсылары.

—Ҡымыҙҙы үҙем яһайым. Уны бешеү серҙәрен ҡәйнәмдән өйрәндем. Йәй көндәре йылҡыларҙы һауырға Гөлназ Семенихина ярҙам итә. Тәүлегенә 60-70 литр эсемлек яһаған саҡтар була. Үҙебеҙҙең Fүмәр, Йомаш, Беренсе Этҡол, Таулыҡай ауылдары магазиндарына ҡымыҙ ташып өлгөртөү генә бурыс, шунда уҡ һатылып бөтә,—ти фермерҙың ҡатыны Әминә.

Крәҫтиән-фермер хужалығы тотоусы Йәрмөхәмәтовтарҙың өйҙәре лә ауылдарының күрке. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, йәштәр бик матур йорт һалып ингән. Өс бала—Айгүзәл, Динә һәм Данисҡа ғүмер биреүсе йәштәр дәртләнеп донъя көткәне күренеп тора: йорттары ҡала өйҙәренән кәм түгел, бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Грант алып, эштәрен йәйелдереп ебәргән йәш ғаилә Хөкүмәтебеҙҙән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ла дәүләт ярҙамы алған. Ауылды үҫтереү программаһы сиктәрендә сертификатҡа лайыҡ булып, 2015 йылда йорт төҙөп ингәндәр.

 

Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһе киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып эш итә. Йылҡы малын үрсетеү, ҡымыҙ яһауҙы арттырыу, уны һатыуҙың географияһын киңәйтеү тураһында ла хыялланалар. Йылҡысылыҡты табыш сығанағына әүерелдергән йәш фермерға артабанғы эштәрендә тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap