Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
13.01.2017
ИЗГЕ ЭШТӘР ОНОТОЛМАЙ
Untitled document

Линара ҠЫРЫМҒУЖИНА

Сибай ҡалаһының «Чернобыль» союзы бына инде 25 йылға яҡын эшләп килә. Унда барлығы 61 ағза теркәлгән. Был ойошманың төп маҡсаты Чернобыль афәтен күргән, шунда ҡатнашҡан кешеләрҙе бер ергә туплап, социаль яҡтан яҡлап тороуға йүнәлтелгән. Бынан тыш улар чернобылсыларҙың тол ҡатындарын да үҙ ҡанаты аҫтына алған. Ҡала кимәлендә союздың эшенә яҡшы баһа бирелә.

Ошо арала идаралыҡтың эше тағы ла юғары баһаланды. Сибай ҡалаһының ветерандар советы рәйесе, полковник Рәшит Хәйҙәр улы Иҙрисов һәм запастағы майор Хәмиҙулла Мөхәмәтйән улы Баймөхәмәтов Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан һәм әлеге көндә лә уларҙы берләштергән ойошма эштәрендә әүҙем булғандары өсөн I дәрәжәле миҙал менән бүләкләнде.

—Был миҙал бөтә кешегә лә бирелмәй. Ул ысынлап та үҙ хеҙмәтең менән яулап алына. Рәшит Хәйҙәр улы һәм Хәмиҙулла Мөхәмәтйән улы ысын мәғәнәһендә уға лайыҡ. Улар хәрби кешеләр. Чернобыль һәләкәте булғас та өс көн эсендә йыйынып сығып китәләр. Икеһе лә бында оҙаҡ хеҙмәт итә. Әле лә улар ҡул ҡаушырып ултырмай. Ойошма төҙөлгәндән алып уның эшендә ҡатнашалар,—ти идара рәйесе, Чернобыль геройы Зиннур Мостафа улы Юланов.

Бөтә илде тетрәткән һәләкәт булған ваҡытта Рәшит Хәйҙәр улы Целиноград ҡалаһындағы Урта Азия хәрби округы штабында хеҙмәт иткән була. Ундағы химик һаҡлау бригадаһын өс көн эсендә туплап, тулыландырып, илебеҙ Еңеү көнөн байрам иткән мәлдә юлға сығаралар. Рәшит Хәйҙәр улы Белоруссия зонаһына эләгә.

—Кешеләрҙе һау көйөнсә йыйып алып киткәс, беҙ уларҙы сәләмәт килеш ҡайтарырға тейеш инек. Шуға ла зыяндың тәьҫирен мөмкин тиклем кәметеү алымдары ҡаралды. Һәр бер хәрбигә карточка асылды, көн һайын уларҙың хәлен тикшереп яҙып торҙоҡ. Беҙҙең төп бурыс шул ине,—ти Рәшит Хәйҙәр улы.

Хәмиҙулла Мөхәмәтйән улының да әрмелә химик ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеп йөрөгән сағы була. Был һәләкәт хаҡында ишеткәс тә биш эшелон юлға сыға. Хәмиҙулла ағай бында йыл ярым хеҙмәт итә.

«Кешелеклелек һәм мәрхәмәтлелек өсөн» тип нарыҡланған миҙалға лайыҡ булыусылар «Чернобыль» ҡала ойошмаһына, уның рәйесе Зиннур Мостафа улы Юлановҡа оло рәхмәттәрен белдерә.

Һүрәттә: З.Юланов Р.Иҙрисовҡа һәм Х.Баймөхәмәтовҡа

 

миҙал тапшыра.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap