Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
13.01.2017
МӘҒЛҮМӘТЛЕ ИТӘ ГӘЗИТ
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Бөтә мәғлүмәтте Интернет селтәренән алып булған заманда йәшәйбеҙ. Яңылыҡтар өҫтөбөҙгә яуып тора. Һәр кешенең ҡулында телефон, айфон, планшет булғанда гәзит-журналдарҙың кәрәге лә юҡ һымаҡ. Шулай ҙа халыҡтың күпселек өлөшө ваҡытлы матбуғат баҫмаларына өҫтөнлөк бирә. Сит өлкәлә йәшәгән танышым, мәҫәлән, башҡорт гәзиттәренең электрон вариантына яҙыла һәм уларҙың һәр береһен принтер аша сығарып алып, гәзит итеп рәхәтләнеп уҡыйым тип белдерә.

«Атайсал» гәзитенең дә типографияға электрон формалы PDF форматы ғына оҙатыла. Сибай типографияһы хеҙмәткәрҙәре уны күсереп алыу ҡоролмалары ярҙамында металлик пластинаға төшөрөп, офсет валына ҡуя. Артабан резина валына беркетелә. Шунан ғына ул әҙер гәзит булып, ҡырҡылып килеп сыға.

Яҙғанда ғына ябай күренгән был процесс артында типография коллективының тырыш хеҙмәте йәшеренгән. Һеҙ һүрәттә күргән гәзит баҫыусылар Рафаэль Мәхмүтов, Илдар Фәйзуллин, Рәмилә Боҫҡонова һәр баҫма сифатлы сыҡһын өсөн тырышһа, өлкән мастер Гүзәл Исмәғилева производство процесын көйләй. Дизайнер Самат Әминев һәр баҫма продукцияның биҙәлеше өсөн яуаплы.

—Урал аръяғының иң эре полиграфия предприятиеларының береһе һаналған беҙҙең типографияла Сибай ҡалаһы ғына түгел, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары гәзиттәре лә баҫыла. Заманса баҫма технология ҡорамалдарына эйә булыуыбыҙ күп төрлө сифатлы төҫлө полиграфия продукция етештереүгә мөмкинлек бирә,—ти типография директоры Булат Кәшфулла улы Абдрафиҡов.—Көрсөк заманында иҡтисади күрһәткестәрҙе тотороҡло итеү еңелдән түгел. Шулай ҙа йылды уңышлы тамамланыҡ. Полиграфия хеҙмәттәрен киңәйтеү, технология циклдарын модернизациялау, яңы ҡоролмалар һатып алыу буйынса эш алып барабыҙ. Производствоны оптимәлләштереү, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыу ҙа күҙ уңынан ыс-ҡындырылмай.

Быйылғы йыл Сибай типографияһының берҙәм коллективы өсөн үтә иҫтәлекле. 1957 йылдың апрелендә предприятие барлыҡҡа килеүгә 60 йыл тула. Типография етәкселеге юбилейға ентекле әҙерлек башлаған.

Беҙ бөгөн Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан типография коллективын, ҡала һәм район гәзиттәрендә эшләүсе коллегаларыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайбыҙ! Яҙғандарыбыҙ ташҡа баҫылһын, ташҡын да, осҡон да, ҡаяу ҙа, дауа ла булған һүҙебеҙ халыҡҡа барып етһен.

 

Һүрәттә: типография коллективының уңған хеҙмәткәрҙәре.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap