Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ҠОР ЙЫЙҘЫ ХӘЙБУЛЛАЛАР
Untitled document

Һуңғы йылдарҙа Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эшен бермә-бер йәнләндерҙе. Һәр ауыл биләмәһендә ҡоролтайҙар булдырылды, улар аныҡ ҡына план буйынса эш алып бара. Ауыл һайын ир-азаматтар ҡорҙарын ойоштороу ҙа ҙур иғтибарға лайыҡ.

Әйткәндәй, райондың 41 ауылында 550-нән ашыу ағинәй бер нисә йыл бик дәртле эшләп килә. Уларҙың алмаштырғыһыҙ етәксеһе Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова йәш быуынды башҡорт халыҡ йолаларына таянып тәрбиәләүгә ҙур көс һала.

16 ғинуарҙа Аҡъяр ауылының халыҡ ижады үҙәгендә район башҡорттары ҡоролтайы үтте. Оло ҡорҙо Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Хазморат улы Ибраһимов асты. Ул залда ултырыусыларҙы уҙған йылдың эш һөҙөмтәләре, быйылға пландар менән таныштырҙы. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Хәлил Хужәхмәт улы Ибраһимов отчет менән сығыш яһаны.

Хәйбулла районында электән һаҡланып килгән яҡшы традиция бар: милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән күрше Ырымбур өлкәһенең район һәм ҡала ҡоролтайҙарына даими ярҙам күрһәтеү. Төбәктә бер йыйын да, бер байрам да күршеләрһеҙ үтмәй. Был юлы ла шулай булды. Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Йәғәфәр Йәнгилде улы Яманһарин етәкләгән делегацияның урыны түрҙә булды.

Сибай делегацияһына ла айырым иғтибар күрһәтелде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Велмир Хәйбрәхмән улы Аҙнаев ойошма алдында торған бурыстар тураһында ентекләп бәйән итте. Сығышы һуңында ул милиция ветераны, райондың аҡһаҡалдар ҡороноң әүҙем ағзаһы Әхмәт Хәмит улы Хәмиҙуллинға ҡоролтайҙың иң ҙур наградаһы «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы.

Артабан һүҙ Аҡъюл ауылы биләмәһе рәйесе Буранбай Ислам улы Илбәковҡа, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, үҙәк дауахана табибы Даян Баязит улы Солтанғужинға, Атингән ауылының ир-азаматтары клубы ағзаһы Урал Иҙрис улы Торомтаевҡа бирелде.

Ҡоролтайҙа телем, халҡым, ерем тип янып эшләгән бер нисә милләттәшкә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ҡоролтайҙың Резолюцияһы ҡабул ителде. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына яңы рәйес итеп мәғариф бүлеге методисы Fәни Fәли улы Бикбаев һайланды.

Йыйында ҡатнашыусыларға райондың һәүәҫкәр артистары бик сағыу концерт күрһәтте. Хәйбулла ере таланттарға бай булыуына тағы берҙе инанып ҡайттыҡ.

Ирек Бикмәтов,

 

Урал аръяғы төбәк-ара ҡоролтайы Советы рәйесенең урынбаҫары, Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap