Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ТАМАМЛАНМАҒАН ЙЫР
Untitled document

Таһир ҠОТОЕВ

Дауамы.

Башы 1-2-се һандарҙа.

Ҡайтһам, бында яу яланынан яманыраҡ юҡлыҡ һәм ҡытлыҡ, емереклек. Көллө халыҡ күтән һурпаһын1 эсә. Шундуҡ билде етенән быуып колхоз эшенә егелдем: ҡыш көнө ҡара таңдан костелгә таянып йылға буйына барам да ферма малын һуғарырға мәке уям, ә аяҡтар дыулай, ҡайһы саҡ ваҡыт-ваҡыт асылып яфалаған ярам ҡанап балаҡ еүешләнә. Йәйге осорҙа бакуйҙы алдан ярып төшөп бесән сабам. Туҡтап яралы аяҡты алға ҡуям да ике-өс ынтылып һелтәнәм, шунан тағы баштағы хәрәкәттәр ҡабатлана. Көсөргәнеүҙән күҙҙәр соҡорҙарынан сығырҙай була, күлдәк манма тир. Шулай ҙа һыр бирмәҫкә тырышам. Артымдан минән һуң ҡайтып төшкән Фәтхулла ҡорҙаш килә. Уның да уң яҡ ҡулын терһәктән түбән снаряд өҙөп алып киткән. Беләк киҫәген салғы тотҡаһына яйын килтереп ҡайыш менән бәйләп ала ла икәүләп ярышып, сәмләнеп эшләйбеҙ.  Шулай булмай тағы, зәғиф кенә булһаҡ та беҙ ҙә егет йораттары бит әле. Уҙышыуыбыҙҙың да үҙенә күрә серле ғилләһе бар, күҙебеҙ ҡараҡай, ҡатма ғына Йәмиләгә төшкән.  Еңгәгеҙ һайландыҡтан ҡалған ике ғәрип араһынан мине, аҡһаҡты һайланы, кис клубта «Наза»ға бейегәндә тыпырҙап ҡаршыма килеп баҫты. Аҫҡауҙы онотоп һыңҡылдата баҫып уртаға төш тә кит, бына бит һөйөү нишләтә!—Шул илаһи йәшлеген хәтеренә төшөргән Фазулла ағайҙың йөҙө яҡтырып китте, күҙҙәренә шуҡ осҡондар ҡунды—Фәтхулла дошманлашып, хаслашып йөрөмәне, мәле ул түгел ине шул, күрше ауылдан ҡыҙ һайланы. Матур итеп, татыу йәшәнеләр, тик ҡорҙашым иртә китеп барҙы, ҡулы өҙөлөүҙән тыш йәҙрә ярсығы үпкәһен үтәләй тишкәйне, өҙлөкһөҙ ҡан төкөрөп йөрөнө, яраһынан оҙаҡ киңгәне2. Өйләнешкәс мине ҡырсылыҡ бригадиры итеп ҡуйҙылар, еңгәң һауынсы эшендә йөрөнө. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң яҙмыш елдәре беҙҙе Йәнсура районына ташланы, нисәмә йылдар ошонда ғүмер һөргәс ерегеп киттек, тәбиғәте лә, кешеләре лә туғандарҙай яҡын. Бында күсеп килгәс үҙ ҡулдарым менән үҙ оябыҙҙы ҡорорға тотоноп киттем, әлеге торған йортобоҙ урынына мунсалай ыҡсым бура күтәрҙем. Ниргәне3 уратҡандан аҙаҡ бүрәнәне илла-алла менән4 мендереп һалам да баҫҡыс һөйәп өҫкә күтәрелгәс таптарҙы сәсрәтә сабып бура бурайым. Бер көн ни ғиллә менәндер баҫҡыс ауған бит, ҡултыҡ таяҡтарым да әллә ҡайҙа яталар. Fүмерем буйы ауыҙымдағы ҡанды мир5 алдына төкөрмәнем, ғорурлығым, ир намыҫым алда йөрөнө. Урамдан һирәк-һаяҡ үткән-һүткән бисә-сәсәнән ярҙам һорай алмайым бит инде, еңгәң һауындан ҡайтып  баҫҡысты күтәреп ҡултыҡ таяҡтарымды әпкилгәнсе ултырҙым бура башында. Шундай саҡтар ҙа була ул тормош юлында… Хәбәргә әүрәтеп лыбырҙай ҙа лыбырҙайымсы, әйҙә ошоно тотоп ебәрәйек әле.—Кәсәләргә ҡымыҙ тултырып шуның берәүһен миңә һондо.

Күңеленең ирәмһегән сағы ине шикелле Фазулла ағайҙың, бына ул ниндәйҙер мөһим, шауҡымлы эш башҡарырға йыйынғандай алға ынтыла биреп ҡуйҙы ла, йәнендә моронлаған хисен тыйырға көс табып минең яҡҡа һирпелде:

—Күптән көйләгәнем юҡ, тыңлаһаң маташтырып ҡарайыммы әллә? Моңоң бар тигән була Йәмиләм. Әллә хаҡты һөйләй, әллә күңелемде ҡыймай күтәрмәләүе.

—Әйҙә, йырлағыҙ.—Һәр кемдең үҙ йыры, үҙ моңо бит, юғары кимәлдәге башҡарыуға өмөт итмәһәм дә тыйнаҡ ҡына ризалаштым.

—Тамаҡ ярмай ғына, йәме?..—Фазулла ағай күкрәк тултырып һуланы ла быуылғандай кинәт туҡтап ҡалып тамағын ыуҙы.—Элекке саҡ түгел шул, тын ҡурыла… Йырға килгәндә былайыраҡ…—Теле менән ярғыланып кипкән ирендәрен сылатып тамшанғандай итте, ташбыҡ күҙҙәрен ҡыҫа төштө:

Ағиҙелде буйлап ҡына һалдар килә,

Аҫыл ҡоштар һал өҫтөндә һайрап килә.

Ике лә сәләм, бер ҙә сәләм, ҡәләм ҡашҡай,

Ниҙәр генә күрер инде минең ғәзиз башҡай…

Ысынлап та һамаҡҡа тартым, йөрәк түренән һығылып сыҡҡан моң ишетер ҡолаҡҡа яғымлы, ятышлы ғына ине. Палата яҡтырып таш стеналары иркенәйеп түшәме асманға ашҡандай бейегәйеп китте, таш ҡапсыҡҡа мең төрлө үләндәр ҡатнашмаһынан туҡылған дала еҫе килеп тулдымы ни!

Күңел байрамыбыҙҙы теге, урынында ултырып сыҙамаған оздой шәфҡәт туташы яңынан бүлдерҙе. Был юлы ул ишеккә башын тығып ҡына ҡалманы, система ҡулайламаһын шауҙырлатып елтерәп килеп инде.

—Тулыбаев, һеҙгә система ҡуйырға ваҡыт!

—Һуң иртәнсәк кенә…

—Ә быныһы кискеһен ҡуя торғаны!

—Бәлки кәрәкмәҫ, врашҡа дарыуҙы тамыҙҙыҡ, тиер ҙә ҡуйырһың.

—Ярамай! Барығыҙ!—Дорфа ҡыуыу миңә төбәлгәйне.

—Бар, мыртый, иртәгә тамамларбыҙ башлағанды. Нишләптер гел шулай тура килеп тик тора, ошо йырҙы бер ваҡытта ла аҙағынаса еткерә алмайым, бүлдерәләр ҙә ҡуялар…

Өсөнсө көнгә эшкә килгәс, дежурствоны ҡабул итеп алдым да, эш араһында Фазулла ағайға инеп сығырға иттем. Моғайын да был юлы уның йырын бүлдереүсе табылмаҫ. Күтәрелеүемә таныш палата ҡаршыһында аңлашылып бөтмәгән ығы-зығы ине: табиптар, шәфҡәт туташтары улай-былай йүгерешә. Бер аҙҙан барыһы ла тынды. Палата ишегенән сыҡҡан баш терапевт, һонтор буйлы ир кеше, һуҙа-һуҙа баҫып кабинетына ҡарай йүнәлде, ике ҡатын коридор тәҙрәһенең төбөнә барып шыш та быш килеп, береһе икенсеһенә нимәлер хаҡында аңлатырға, иҫбатларға тотондо. Буш система ҡулайламаһын, кислород яҫтығын эләктереп процедура кабинетына йүнәлгән шәфҡәт туташын туҡтаттым:

—Ни булып китте?

—Ни булһын, Тулыбаев китте…

—Ҡа-ҡайҙа китте? Ҡа-ҡайтарҙылармы әллә?—Ныҡ тулҡынланыуҙан тотлоғоп һораным.

Шәфҡәт туташы башын баҫып яуап ҡайтарманы. Эргәмә теге ҡатындар яҡынланы. Йәшерәге көндәлек, ғәҙәти хәлгә баһа биргәндәй тыныс ҡына итеп әйтте:

—Үлде Тулыбаев. Хәҙер уны ауырыуҙарҙың күҙенә артыҡлап салындырмай  моргка алып барырға  кәрәк. Шунан, хәбәр итһәләр, туғандары килеп алыр.

—Нисек инде үлде?! Фазулла ағайҙың бит осланмаған күпме эштәре ҡалды, башлаған йырын тамамлап өлгөрмәне. Туғандарына килгәндә уның ҡатыны ғына, башҡа бер кеме лә юҡ!

Тултырған тауыҡтай тулы кәүҙәле өлкән йәштәгеһе килешһеҙ биҙәнгән һимеҙ йөҙөнә хәсрәт ишаратын сығарҙы:

—Ни хәл итәһең, әҙәм балаһы бына ошолай тыуа ла ғүмере буйы эләкмәҫкә ымһынып, ғазаптар аша ҡайҙалыр ынтылып йәшәй-йәшәй ҙә тотонған эшен аҙағынаса еткәрә, башлаған йырын тамамлай алмай баҡыйлыҡҡа күсә. Яҙмыштан уҙмыш юҡ…

Ҡара көҙҙөң илаҡ көндәре. Йәнде лә, тәнде лә баҫҡан бөләңгертлек. Күк йөҙөн ҡоромдай ҡара, суйындай ауыр болоттар ҡаплаған. Һалҡын, ыжғыр ел ағастарҙың һуңғы япраҡтарын аяуһыҙ йолҡоп ала ла һауала ҡойондай туҙҙырғандан һуң кире аҫҡа ырғыта, эргәләге баҫыу ҡамылына, һаҙ ҡырындағы сабынлыҡта йәшәреп күренгән ҡурпыға һылай һуға, һуңғы сиктә көҙ һағышы урмандарҙан түгелеп ергә күсә. Ярым шәрәгә ҡалған ҡайындар шымшырыҡлап яуған ямғырҙан күшегеп дерелдәйҙәр төҫлө. Үҙҙәре күренмәгән, әммә иңрәүҙәре йәнде телгән ҡоштарҙың тауышы ҡолаҡҡа салына биреп ҡала. Ана шул һоро пейзажды бил быуарынан батҡаҡҡа сумған тиҙ ярҙам машинаһының ямғыр сылатҡан тәҙрәһе аша күҙәтеп ултырам. Саҡырыуға барышлай баттыҡ. Ярҙамһыҙ сыға алмаҫыбыҙ көн кеүек асыҡ, шуға күңелебеҙҙән ашыҡһаҡ та сараһыҙлыҡҡа буйһоноп сәбәләнмәйбеҙ, моторҙы һүндереп үҙ уйҙарыбыҙға бирелеп тынып ҡалғанбыҙ. Йөрәгемде өткән һағышҡа сыҙай алмай ауыр уфтандым:

—Көҙ… Теге саҡ алып ҡайтҡан Фазулла Тулыбаев башлаған йырын тамамлап өлгөрмәне, шул хаҡта уйлап ултырам…

 

—Көҙ шул…—Сәмиғулла ағай әйткәндәремде ҡеүәтләне.—Шулай ҙа йәшәргә кәрәк, мыртый, нисек тә йәшәргә. Әҙәм балаһының тамамланмаған йырға тартым оҙонло-ҡыҫҡалы ғүмере өҙлөкһөҙ изгелек көтөүҙән һәм яҡшыға өмөт итеүҙән тора…

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap