Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
23.01.2017
ХӘТЕРЕМДӘҢ ТЕРЕ ҠУҘҘАРЫ
Untitled document

Вәлимә инәй

Мәктәптән бер өй аша ғына йәшәгән Мәхмүтйәндең ҡартәсәһе Вәлимә инәйҙең хәтере насарыраҡ була торғайны. Берәүһенә йомош ҡушыр булһа, Шәрифйән, Мәхмүтйән, Алмабикә... тип бөтә бала-ейәндәрен теҙеп ала ла китә. Мәхмүтйән:

—Ана, башланды,—ти ҙә Вәлимә инәй «һанап» бөтмәҫ элек үк ишек алдынан сығып олаға. «Һанап» бөтөүгә ул нимә әйтергә теләгәген дә онотҡан була. Беҙ рәхәтләнеп көләбеҙ.

Бер көндө Вәлимә инәй еләккә тип сығып киткән. Балдый менән Оло тауҙы айырып ятҡан Тәрән үҙәк буйлап мал һуҡмағы менән менеп барһа, эргәһендә генә көслө шартлау тауышы яңғыраған. Ҡурҡышынан ергә йығылған да, нәмә булды икән тип һауаға ҡараһа, күктән ҡарпыш ҡолаҡлы, оҙон ҡойроҡло бер «йылан» зәһәр ҡысҡырып өҫтөнә төшөп килә икән. Ҡото осҡан Вәлимә инәй, биҙрәһен онотоп, саҡ өйөнә ҡайтып йығылған.

—Аждаһа...аждаһа йота яҙҙы,—ти икән артынан йүгереп ингән ейәндәренә.

Вәлимә инәйҙең һүҙҙәренә бер кем дә ышанмаған, әлбиттә. Өлкәнәйгән әбейҙең сираттағы бер ғәләмәте тип кенә ҡабул иткәндәр. Көпә-көндөҙ, ауыл янында ғына ниндәй «аждаһа» осоп йөрөһөн?

Был ваҡиға, бәлки, шуның менән тамамланыр ҙа ине. Ләкин ул «йыланды» күреүселәр ауылда артҡандан-арта бирҙе. Баҡтиһәң, ул «йылан» реактив самолет булған икән. Самолеттың тиҙлеге критик нөктәгә—тауыш тиҙлегенә яҡынлашһа, шартлау яңғырай икән. Шул шартлауҙы ишетеп йығылған да инде Вәлимә инәй. Тимәк, беҙҙең ауылдан реактив самолетты күргән иң тәүге кеше Вәлимә инәй булып сыға ла баһа!

Үткән быуаттың илленсе йылдар аҙағы беҙҙең ауыл кешеләре тормошоноң тыныс ҡына ағышына бер йәм өҫтәне—йәй башланһа беҙҙең соҡорҙа ятҡан ауыл өҫтөнән бер туҡтауһыҙ самолеттар оса башлай. Бер-береһен баҫтырып, баш түбән әйләнеп, шыҡыйып төшәләр, мискә яһап, бер өҫкә, бер аҫҡа ташланалар. Күк йөҙө гөрләп тора. Кинола ла ундай нәмәне күрмәҫһең. Беҙгә, ауыл малайҙарына, хөрриәт тыуҙы: Ҡурҡыс башына менеп тә ҡарайбыҙ, Сәмиғулла олатайҙарҙың кәртә башында ятып та «ухылдайбыҙ». Орскиҙа хәрби аэродром бар, тип һөйләне олораҡтар. Ырымбурҙа осоусыға уҡыған егеттәр шунда килеп осорға өйрәнәләр, тип тә өҫтәнеләр. Орск бит беҙҙән күп булһа, 120-150 саҡрымда ғына ята. Самолет өсөн арамы ни ул...

Разия инәй

Был турала яҙайыммы, яҙмайыммы тип күп уйландым. Яҙып та һалғайным инде, йыртып ташланым. Бөгөн уйланып-уйланып ултырҙым да тағы тәүәкәлләргә булдым. Тормош тик шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тормай бит, әсендергән, көйөндөргән саҡтары ла була. Төрлө кешеләр осрай. Уларҙы хәтерҙән һыҙып ташлап та булмай—хәтер ҡағыҙ түгел.

Әмир менән бәләкәй саҡтан гел бергә уйнап үҫтек. Ул Аҡсура малайы булһа ла Аралбайҙа Хәҙисә өләсәһендә йәшәне. Уҡырға төшкәс, айырылышып та торҙоҡ. Бишенселә Аҡсурала тағы осраштыҡ. Бер класта уҡыныҡ, бер партала ултырҙыҡ. Уҡыуын тамамлағас, Әмир таусы һөнәрен һайланы. Мин дә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баласаҡ дуҫым яҡты донъя менән бигерәк иртә хушлашып ҡуйҙы—алтмышы ла тулмағайны әле...

Әмир менән Гөлсирәләрҙең кәртә артында, Оло тау битендә, сиңерткә баҫтырып йөрөнөк тә, һыуһапмы икән, урамға төштөк. Минең эс бороп алды ла китте бит. Ҡараһам, бер өй алдында, ышыҡ ҡына урында түңәрәк кенә соҡор ята. Үләне лә юҡ. Ултырҙым шунда.

Ултырҙым да—бөттө. Онотолдо. Әмир менән һаман айырылыша алмайбыҙ. Бер ваҡыт ажғырып бер инәй килеп сыҡты.

—Фәрит, кил әле бында. Балсыҡ соҡорона һин ултырҙыңмы? Уҡытыусы балаһы булып...Атайың шулай тип өйрәтәме ни?

Илар хәлгә етһәм дә—өндәшмәйем. Ни тип өндәшәһең инде? Етмәһә, ҡулына һоҫҡо кеүек бер нәмә тотоп алған. Ҡундырһа шуның менән... Инәй ярһыуын дауам итә:

—Тот итәгеңде! Тот тием! Ныҡ итеп тот!

Мин итәгемде ҡалҡытҡан булдым. Уҫал инәй һоҫҡолағы нәмәне минең итәккә ҡаҡты:

—Бар, әсәйеңә алып ҡайтып бир. Бүләк... Минән...

Разия исемле икәнен өйгә илап ҡайтып, әсәйем әрней-әрней күлдәгемде алыштырғанда ғына белдем:

—Разия апайҙың эшелер инде. Шуның ғына эше. Киң донъяға бер үҙе һыйманы бит...

Әле һанап ултырам—Әмир менән миңә алты ла тулмаған булған әле.

Яңыраҡ Сиҙерҙә ауылыбыҙҙың аҡһаҡалдарының береһе Абдулла ағай менән осрашҡанда асылып китеп ошо хәлде иҫкә алдым.

—Уй, бөтә ауылды ҡан илатты инде заманында Разия апай,—тине Абдулла ағай.

—Көҙөн игенде йыйып алғас, беҙ, ас балалар, башаҡ сүпләргә сыға торғайныҡ. Ҡуш устай ғына сүпләп тә өлгөрмәйбеҙ, Разия апай килә лә сыға. Әллә ҡарауыллап тора инде... Йыйған ғына башаҡтарыбыҙҙы, күҙ йәштәрен түктереп, тартып ала ла ҡайта ла китә. Аптырағас, килгәнен күреп, ергә күмә башланыҡ. Типкеләп йөрөп эҙләп ала.

Бер ваҡыт кисен әсәйем, һоло әпсүген йыйып алып ҡайтып, мейестә ҡурып ултыра ине, Разия апай килеп инде лә баяғы ҡурған ғына нәмәне алып сыҡты ла китте. Әсәйем, ҡустым менән өсәүләп ила-а-ап ултырып ҡалдыҡ. Һүҙ әйтеп булмай—коммунист. Аталары фронтта йөрөгән ас балаларҙың ауыҙынан тартып алырға нисек ҡулы күтәрелгәндер.

...Бер ауылда йәшәһәк тә, Разия инәй менән минең юлым бер ҡасан да ҡабат киҫешмәне. Шулай ҙа, мин Мәскәүгә уҡырға ингәс, бер хәбәре килеп етте:

—Фәриттең кеше булырын мин бала сағынан һиҙҙем ул. Таң һарыһынан мәктәпкә бер үҙе (Аҡсурала уҡыған саҡтыр инде) аҡырып илап китә торғайны. Бер ваҡытта ла кире боролманы.

Күҙәтеп йөрөнөмө икән әллә?

Батыр ҡуян

Ҡышҡы каникул осоро булғандыр. Һөйөндөк, Мәхмүтйән, мин—өсәүләп саңғыла селек, тубылғы баҫҡан тау битенә яйлап ҡына менеп барабыҙ. Көн ҡояшлы, күктә болот әҫәре юҡ, ҡарап тороуға иҫ киткес матур күренһә лә, әсе ел битте өтөп алып бара. Шуға, ауыҙҙы бейәләй менән ҡаплап йәки ел аҫтына боролоп, һаңғырауҙар кеүек ҡысҡырып һөйләшәбеҙ.

Бер ваҡыт, ниңәлер артыма әйләнеп ҡараһам, Һөйөндөк, ымлап, миңә нимәлер аңлатырға тырыша. Ул төртөп күрһәткән яҡҡа күҙ һалһам, ап-аҡ ҡарға күмелгән тубылғы өйөмө аҫтындағы өшәләктән ике ҡап-ҡара ғына күҙ, йызлап, беҙҙе күҙәтә. Алдан барған Мәхмүтйән күрмәй, нәмәлер һөйләнә-һөйләнә, уның өҫтөнә менеп бара. Хәҙер инде ымлап аңлатырға ваҡыт ҡалманы. Мин, Мәхмүтйән, алдыңда ҡуян ята, ҡола өҫтөнә, тип ҡысҡырып та өлгөрмәнем, ҡуян, һикереп тороп, алғы аяҡтары менән Мәхмүтйәнде йыға төрттө лә, сабып тау башына менде лә китте. Үр ҡуяны булған икән. Йөҙ метрҙай күтәрелгәс, тау башынан, беҙ Мәхмүтйәнде торғоҙоп, ҡарын ҡаҡҡылағанды оҙаҡ итеп ҡарап ултырҙы әле ул.

Ышыҡ урынымдан торғоҙҙолар, суҡынған малайҙар, тинеме икән.

Ә һеҙ, ҡуян ҡурҡаҡ, тигән булаһығыҙ.

Әсәлек хисе

Йәй баштары. Беҙ, Ҡайраҡлы ауылынан Fилметдин, Аҡсуранан класташым Әмир һәм мин, Абдулла ағайҙарҙың өйө алдындағы эскәмйәгә ултырып алғанбыҙ ҙа төшкөлөккә яҡынлаған ҡояш аҫтында ләззәтләнеп, көлә-көлә гәп һатып ултырабыҙ. Урамда бер кем юҡ. Шуғамы икән, ғәҙәттәгесә, урамға түгел, кәртә артына, арыраҡ ятҡан бейек Олотауға ҡарап ултырып алғанбыҙ. Тау уртаһындараҡ сосайып торған ҙур ҡара таш аҫтында, бәрәсен  эйәртеп, бер кәзә тыныс ҡына ашап йөрөй. Бәрәсе бер-ике аҙналыҡ ҡыналыр, яп-ялтыр ҡара йөнлө, эй һикерә, эй уйнаҡлай. Ҡарап ултырыуы кинәнес. Беҙ ҙә шул шаян ҡара йомғаҡтан күҙебеҙҙе алмайбыҙ.

Шулай ярты сәғәт тирәһе ултырғанбыҙҙыр. Бер ваҡыт әсе итеп йән әрнеүе менән баҡырып ебәргән кәзә тауышына һиҫкәнеп, нимә булды икән тип һикереп торһаҡ, күҙ алдыбыҙҙан бер бүре теге кәзә бәрәсен артмаҡлап тауға сабып менеп бара. Ҡасан, нисек килгәндер был бүре, бәрәстән күҙҙе алмай ултырып, нишләп күрмәй ҡалғанбыҙҙыр. Бер ни аңламаған көйө һайғау менән кәртәләнгән картуфлыҡ аша һикереп сығып, ҡысҡыра-ҡысҡыра баҫтырған булдыҡ. Ҡайҙан ҡыуып етәһең инде...Кәзә, бахыр, бүре тауҙы артылып киткәнсе, яу һалып, артынан йүгергән булды.

Йыл һайын радио, телевидение аша аламаға төрөп ҡый һауытына ташланған, ҡышын һыуыҡ подъездарҙың бетон иҙәнендә ҡалдырып кителгән яңы тыуған балалар хаҡында әсендереп, йәлләтеп һөйләп торалар. Шуларҙы ишетһәм, бәрәсен урлаған бүрене тауҙы артылғансы баҫтырған әлеге кәзә күҙ алдыма килеп баҫа. Кеше исемен йөрөткән ул әҙәм аҡтыҡтарында шул хайуандыҡы тиклем дә әсәлек хисе юҡмы икән ни?

Торонбаш

Атайымдың тәмәке тартҡанын бер тапҡыр ҙа күргәнем булманы. Әсәйемдең кемгәлер: «Һуғыштан ҡайтҡанда тартыштыра ине, аҙаҡ, үпкә сире менән ауырып алғас, ташланы»,—тигәне иҫемә һеңеп ҡалған.

Бер атайым ғына микән? Хәҙер иҫләп ҡарайым да, ул йылдарҙа беҙҙең ауылда тәмәке тартыусылар булдымы икән әле, тип тә уйлап ҡуям. Булғандыр, тартҡандарҙыр. Сөнки магазин кәштәһендә махорка, «Казбек», «Беломорканал» кеүек тәмәкеләр ятҡанын бала хәтере күңеленә яҙып ҡалдырған. Тартһалар ҙа ипләп кенә, тәртипле генә итеп, бала-саға алдында күрһәтмәй генә тартҡандарҙыр. Тәмәке тартыу яман ғәҙәт итеп кенә түгел, ялҡаулыҡ, вайымһыҙлыҡ билдәһе итеп тә ҡабул ителде шикелле беҙҙең ауылда. Эшкә яйыраҡ ҡуҙғалған кешеләр тураһында, ул ни тәмәке тартыуҙан бушамай, тигән һүҙ юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгәндер, тием.

Ауыл бәләкәй булғанғамы, әллә шундай татыу булғанбыҙмы, ауылдың бөтә малайҙары—ҙурҙары ла, бәләкәйҙәре лә—шау-гөр килеп бергә уйнай торғайныҡ. Ҡыш булһа, сана, саңғы шыуабыҙ. Яҙ етеп, ер асыла башлаһа, бөтә донъя беҙҙеке—ҡырҙан, Һаҡмар буйынан ҡайтмайбыҙ.

Миңә нисә йәш булғандыр, хәҙер инде иҫләмәйем (һәр хәлдә Аҡсураға йөрөп уҡымай инем әле), ҡояшлы, йылы бер көндө ҡырға уйнарға сыҡтыҡ. Яңы ҡарҙан асыла башлаған Оло тау башында сыр-сыу килеп уйнап туйғас, олораҡ малайҙар тәмәке төрөргә ултырҙы. Тәмәке, тиһәң, хәтере ҡалыр, ҡағыҙ киҫәгенә мүк, кипкән үлән, теләһә нәмә урайҙар шунда. Өс-дүрт йәшкә кесерәк булһаҡ та, беҙҙең дә сер бирге килмәй бит инде. Кипкән ҡуян әкәләләрен былтырҙан ҡалған ҡоро үләнгә ҡушып, беҙ ҙә «тәмәке» яһап алдыҡ.

Ауылға эңер төшкәс кенә әйләнеп ҡайттыҡ. Өй эсе ҡап-ҡараңғы (ауылға электр уты инмәгән ине әле). Әсәйем мейескә ут яҡҡан да утын өҫтәп ултыра. Мин, йүгереп инеп, башымдағы кепкамды урындыҡ өҫтөнә кәйпәләттем. Кепкам тәҙрә эргәһенә барып ятты. Әсәйем ултырған яҡҡа ла нимәлер «шап» итеп барып төштө.

—Нимә ул былар?—ти әсәйем, тауышын күтәреңкерәп. Эргәһенә килеп, ҡарарға тип эйелдем дә... тәнем семерҙәп китте: кепка эсендә ҡулланырға өлгөрмәгән «тәмәкеләр» ятҡанын бөтөнләй онотҡанмын да баһа!

Әсәйем ҡараңғы өй иҙәнендә ағарып ятҡан «кәзә тояҡтарын» алып, иғтибар менән өйрәнеп сыҡты ла, мейес ауыҙына ырғытты.

—Тартаһыңмы?

Тотолғас,«юҡ» тип әйтеп булмай бит инде, өндәшмәйем. Икебеҙ ҙә бер нисә секундҡа өнһөҙ ҡалдыҡ. Артабан ни булғанын аңғармай ҙа ҡалдым. Әсәйем ҡулындағы йәмкәһе менән осо яна башлаған торонбашты эләктереп алды ла күҙ асып йомғансы, минең ауыҙға төрттө.

—Мә, тарт, улай булғас...

Был ваҡиғаға хәҙер илле йылдан ашыу ваҡыт үткән. Атайым да, әсәйем дә күптән яҡты донъяла юҡтар инде. Ә мин һаман да кисә генә булған хәл кеүек итеп иҫләйем. Әсәйемдең һәр һүҙе, һәр хәрәкәте күңелемә онотолмаҫлыҡ булып һеңеп ҡалған. Иҫкә төшә лә, күҙгә йәш төйөлә. Асыу йәштәре түгел, рәхмәт йәштәре.

Шунан һуң «тәмәке тартыуҙы» бөтөнләй ташланым. Тәмәке тигән һүҙҙе иҫкә алғаным да булманы. Минән һуң үҫкән өс ҡустым да был алама ғәҙәт менән дуҫлашманы.

Ошо хәлде бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ ине әле. Бына бөгөн, иҫкә төшөрөп, ҡағыҙға яҙып ултырам. Балаң бәләкәй генә саҡтан уҡ уға иғтибарлы һәм кәрәк ваҡытта ҡатыраҡ та була белергә кәрәктер ул. Әгәр сабыйлыҡтан яңы сығып килгән шул осорҙа әсәйем торонбаш тотоп ауыҙымды өтмәһә, ун өс йәше тулыр-тулмаҫ ситкә сығып киткән ауыл малайы, башҡаларға эйәреп, донъяның иң алама ғәҙәттәренән һаналған тартыуҙан ситтә ҡала алыр инемме икән? Бик икеле.

Фәрит Әхмәров.

Йылайыр районы

 

Аралбай ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap