Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
23.01.2017
МӘКТӘПКӘ АТАЙҘАР ЙЫЙЫЛДЫ
Untitled document

Боронғолар: «Атанан күреп ул үҫер, әсәнән күреп ҡыҙ үҫер», «Атанан күргән—уҡ юнған, әсәнән күргән—тун бескән»,—тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбе коллективы ла ошо мәҡәлдәргә нигеҙләнеп белем биреү һәм тәрбиә эшендә ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырған.

Һуңғы арала мәктәп педагогтары ойошторған иң лайыҡлы сара—атайҙар ҡоро булды. Атай—ул ғаилә тотҡаһы, Тыуған ерҙе һаҡлаусы, ил ағаһы. Шуға күрә атайҙар балаларына үрнәк, ныҡлы терәк, бар булмышы менән тормош өлгөһө булып йәшәргә тейеш. Лайыҡлы атайҙар йыйылған кәңәшмә ике өлөштән торҙо. Беренсеһе пленар ултырыш булһа, икенсеһендә спорт ярыштары уҙғарылды. Сараның тәүге өлөшөндә ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғолова, мәғариф бүлеге начальнигы Fаяз Әхмәҙулла улы Хәсәнов, ҡаланың атайҙар ҡоро рәйесе Фәнил Fабдрафиҡ улы Әминев сығыш яһаны. Улар үҙ телмәрендә дөйөм мәсьәләләрҙе айырым түгел, ә уртаға һалып һөйләшеү, йөктө бер йүнәлештә тартыу, бер маҡсатҡа ынтылыу бала тәрбиәләүҙә бик мөһим икәнлеген билдәләп үтте. Мәктәп директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары А.А.Сәләхова балаларҙы илһөйәр итеп тәрбиәләү бурысын һыҙыҡ өҫтөнә алды, атайҙарға бағышланған анкеталарға анализ яһаны, ата-әсәләрҙе мәктәп тормошона яҡын булырға саҡырҙы.

Мәктәптең атайҙар ҡоро рәйесе итеп Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, өс бала атаһы Байназаров Баязит Рәмзи улы тәғәйенләнде. Ҡор ағзалары итеп иһә өлгөлө ғаилә башлыҡтары И.В.Вальгер, А.А.Абдуллин, А.В.Власов һайланды. Атайҙар ҡороноң яңыртылған составына положение булдырыу, киләсәккә пландар билдәләү бурысы йөкмәтелде.

Волейбол, теннис, шашка, мылтыҡтан атыу, гер күтәреү кеүек ярыштар атайҙарҙа сәм уятты. А.И.Григорьев герҙы 119 тапҡыр күтәрҙе. И.А.Ҡотлобаев—мәргән, С.В.Половнев иң шәп шашкасы булып танылды. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды.

Гөлсинә Мөхәмәтғәлина,

8-се мәктәптең

 

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap