Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
23.01.2017
СИБАЙ ҮҘ БАҺАҺЫН БИРЕР
Untitled document

Сибай ҡалаһы гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы үҙен оҫта журналист итеп тә танытты. Уны беҙ ике фамилияла күреүгә бер ҙә ғәжәпләнмәйбеҙ. Уҡытыусы булараҡ документ буйынса Кәримова булһа, 1996 йылдан алып Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар ағзаһы булараҡ Алдырханова тип матбуғат биттәрендә бик йыш күрәбеҙ. Яҙмалары буйынса фекер йөрөтөргә теләһәң, уның «Гөлләмә» китабына бер ҡараш ташлау ҙа етә. Бай йөкмәткеле китап Сибайҙың юбилейы айҡанлы әҙерләнгән. Унда ҡалабыҙҙың абруйлы, эшһөйәр кешеләренә дан йырлана. Күптән түгел Өмөтбаевтар уны Р.Өмөтбаев премияһына тәҡдим итте.  Ә.Алдырханова-Кәримова күптән инде был премияға лайыҡ тигән фекерҙәбеҙ һәм комиссия беҙҙең һүҙҙәрҙе хуплар тип ышанабыҙ.

Зифа Баязитова, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге драма театры артисы, Башҡортостандың халыҡ артискаһы:

Әлнисә менән яҡташтар булһаҡ, беҙҙе йәнә Сибай интернат мәктәбе бәйләй. Мин 1966 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, ә ул минән һуңыраҡ тамамланы. Интернат беҙҙе егәрле, талапсан, намыҫлы, талантлы итеп тәрбиәләне. Ә Әлнисә иһә күп яҡлы талант эйәһе. Көслө уҡытыусы булараҡ ҡала ла ғына түгел хәҙер инде Башҡортостанда, хатта Рәсәйҙә танылыу яуланы. Мәҙәниәт өлкәһендә лә үҙен һынатмай. Күп кенә сараларға сценарий яҙа һәм үҙе үк алып барыусы ролен башҡара. Ул етмеш йыр авторы. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар филармония артистары Альберт Салауатов, Баязит Байназаров, Зәлиә Нурлы һәм Рәмил Туйсин, «Миләш» халыҡ вокал ансамбле, «Сулпан», «Йондоҙ» вокал ансамблдәре репертуарына ингән. Яҡташым Ә.Алдырханова бөтә йәһәттән дә Р.Өмөтбаев премияһына лайыҡ.

Фәриҙә Байрамғолова, Сибай педколледжының математика уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы:

—1992 йылдарҙа Баймаҡтан бер төркөм вәкилдәр Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына юлландыҡ. Унда үҙемдең яҡташым Әлнисә Алдырханованы осраттым. Баҡтиһәң, ул Яр Саллыла беренсе булып башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асҡан, «Юлдаш» башҡорт ойошмаһы ойошторған. Ул беҙҙе матур итеп ҡаршы алып, үҙ эштәре менән таныштырҙы. Ә инде Сибайға күсеп ҡайтҡас, уның ең һыҙғанып эшләүенә хайран ҡалдым. Ул абруйлы уҡытыусы, шәп ойоштороусы. Былтыр Баймаҡ районы Моҫтай ауылында республика кимәлендә «Ирәндек» этнотурының асыу тантанаһы уҙҙы. Был йәһәттән Ә.Алдырханова Баймаҡ хакимиәте менән бәйләнешкә сығып, бөтә ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә алды. Мәртәбәле ҡунаҡтар саранан бик ҡәнәғәт ҡайтты. Әлнисә бер эштән дә ҡурҡып тормай һәм ниндәй эшкә тотонһа ла эше һөҙөмтәле. Уны мин оло талант эйәһе тип күрәм. Өмөтбаевтар уның кандидатураһын юҡҡа ғына күрһәтмәгәндер.

Сәғиҙә Байназарова, мәғариф ветераны:

—Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы тураһында яҙыр алдынан берәй генә уңышын төшөрөп ҡалдырмайым тип фекер туплайым. Тик уның уҡытыусы булараҡ эш һөҙөмтәләрен һанай китһәң, үҙе бер китаплыҡ, гәзит битендә генә яҙа торған түгел. Үҙ фәне буйынса мәғариф министрлығы тарафынан Зәйнәб Биишева исемендәге китап нәшриәтендә 4 методик ҡулланма-китабы донъя күрҙе, унан тыш өс китабы Сибай типографияһында баҫылды, 7 китап авторы. Ул интернат-гимназияла тәрән белем бирә, уҡыусыларҙы филология-журналистика бүлегенә әҙерләй, йыл һайын бер нисә уҡыусы ошо йүнәлештә белем ала. Уның уҡыусылары С.Мөхәмәтғәлина, Ә.Сәғитова, Г.Сафина, Н.Фәтхуллина Башҡортостан телевидениеһы журналистары. Өс уҡыусыһы «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрселәре. Үҙе башҡорт фольклоры буйынса диссертация яҙа. Уҡыусылары ла фәнни-эҙләнеү эштәре алып бара һәм конкурстарҙа һәр саҡ беренселек яулай. Республикала уҙған «Р.Fарипов уҡыуҙары», «Мостай Кәрим уҡыуҙары», «Fафури уҡыуҙары», «Т.Йосопов уҡыуҙары», «Ж.Кейекбаев уҡыуҙары» һәм «Кесе фәндәр академияһы уҡыуҙары», фәнни-эҙләнеү эштәре конференцияларында бик күп еңеүҙәр менән ҡайтһалар, ошо уҡ йүнәлештә Бөтә Рәсәй конференцияһында Г.Ишйәрова, Я.Fәйетҡолова, И.Илназарова Гран-при яуланы, Ҡазанда уҙған конференцияла Р.Ласынова беренселек алып ҡайтты. «Урал батыр» эпосы буйынса, «Башҡортостан ынйылары», «Баҫҡыстар», «Аҡмулла вариҫтары», республика иншалар конкурсы, республика олимпиадалары һәм башҡа конкурстарҙағы бик күп еңеүҙәре менән Сибай ҡалаһын һөйөндөрҙө. Әле генә уҡыусыһы О.Чикунова Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призер булһа, республикала еңеүсе булып ҡайтты. Талантлы, эшһөйәр уҡытыусыны балалар бик ярата, сөнки уның һәр дәресе рухиәт, телебеҙгә һөйөү, еребеҙгә ихтирам тәрбиәләй, ә балаларҙы шәхес итеп үҫтерә.

Ҡалала һәм мәктәптә үткәргән саралары юғары кимәлдә үтә, ул бер ваҡытта ла ҡулына ҡағыҙ тотоп сығыш яһамай, шул тиклем оҫта алып барыусы. Ә уның асыҡ дәрестәренә Урал аръяғынан, республиканан күп тапҡырҙар уҡытыусылар, директорҙар, завучтар инеп юғары баһа ҡуйып ҡайтҡан яҙыуҙарҙы һаҡлай ул. Профессор, ғалимдар Мирас Иҙелбаев, Салауат Fәлин, БДУ, БДУСИ, БДПУ-нан доценттар дәрестәрен бик матур баһаламалар яҙған. Студенттар унда практика үтә. Балаларға ижад серҙәрен өйрәтә, уҡыусыларының ижадын туплап, уларҙың 30-ҙан ашыу китабын сығарҙы. Әлеге көндә Сибай интернат-гимназияһының тарихи китабын һәм үҙенең «Ҡойон» исемле йыйынтығын баҫмаға әҙерләй. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлаусы, республикабыҙҙың ысын патриоты булған уҡытыусы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы йәш быуын өсөн ышаныс һәм матур өлгө булып тора.

Изге күңелле, көслө рухлы, аҡыллы, сабыр, уңған хеҙмәткәр ҙә, ғәҙеллек яратыуы һәм талапсанлығы ихтирам уята. Һәләте, аҡылы, белемгә ынтылышы, эҙләнеүсәнлеге, тынғыһыҙлығы, эшсәнлеге менән халыҡ араһында танылыу яулаған, бар күңелен балаларға, яратҡан эшенә бағышлаған дәрәжәле уҡытыусы, тәжрибәле педагог, үҙ һөнәренә, туған теленә һәм тыуған халҡына тоғро булып йәшәй. Ул республика күләмендә предмет олимпиадаларында һәм төрлө конкурстарҙа тиҫтәләгән еңеүсе балалар тәрбиәләгән педагог ул. Үҙенең тын-ғыһыҙ эше менән Сибай мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән билдәле уҡытыусы.

Эйе, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы бик күп уңыштар, ҡаҙаныштар яуланы. Ләкин ул һауаланып йөрөмәне. Үҙе әйтмешләй уға уҡыусыларының рәхмәте—иң ҙур баһа. Уҡытыусының эшен республикала һәм Рәсәйҙә баһаланылар. 2015 йыл, мәҫәлән, республикала беренсе тапҡыр яҡташыбыҙ, арҙаҡлы шәхес, фольклорсы ғалим Салауат Fәлиндың премияһына конкурс иғлан ителде, унда Әлнисә премияға лайыҡ булып, берҙән-бер лауреат итеп танылды. Ә Әҙәбиәт йылында уның был уңышы ҡалала билдәләнмәүе беҙгә аңлашылманы.

Уҡытыусының исеме есеменә тап килә. Әл-ниса. Ҡөръәндә һәр сүрә «Әл» һүҙенә башлана, ә «ниса»—ҡатын-ҡыҙ сүрәһе. Аллаһы Тәғәлә үҙ балаһын һис ҡасан уңыштан айырмай. Был юлы ла бәхет йылмайыр тибеҙ. Ҡалала һөҙөмтәле эшләгән уҡытыусыларҙың береһе булараҡ ул ҡала хакимиәтенең ғәҙел баһаһын алыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Фәрит Әхмәров, журналист:

 

—Бар булмышы менән илем, телем, халҡым, тип янып эшләүсе уҡытыусының тырыш хеҙмәте юғары баһаланды: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Башҡортостан һәм Рәсәй Президенты Грантына лайыҡ булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы республика конкурсы лауреаты, «Тамаша-2013» лауреаты, Баймаҡ, Сибай, Халыҡ-ара энциклопедияларға ингән Ә.Алдырханова-Кәримованы баһа ҡуйыусылар Р.Өмөтбаев премияһына үткәрһә, тимәк Сибай уның эшен ысын мәғәнәһендә баһаланы тип уйлар инек, сөнки ул ҡалаға күпме урындар, еңеүҙәр алып ҡайтты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap