Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
23.01.2017
ЙӘШ ВОЛЕЙБОЛСЫЛАР ЯРЫШТЫ
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Уҙған шәмбе Сибай ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбендә тренер-уҡытыусы М.Н.Гордеев иҫтәлегенә волейбол буйынса Урал аръяғы беренселеге үтте. «Алға, Сибай!» йәмәғәт ойошмаһы инициативаһы менән ойошторолған ярышта 2002-2003 йылғы үҫмерҙәрҙән торған 5 команда үҙ-ара көс һынашты.

Волейбол буйынса Урал аръяғы беренселеген асыу тантанаһында йәш спортсыларҙы «Алға, Сибай!» проектының башында тороусы Люциә Fоморҙаҡ ҡыҙы Антонова, ҡаланың спорт комитеты рәйесе Радик Лоҡман улы Fәбитов, Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе директоры Ришат Алик улы Шәрәфетдинов, Михаил Гордеевтың ҡатыны Светлана Николаевна, ҡыҙҙары Анна менән Евгения, тренерҙың уҡыусылары ҡатнашты.

—Михаил Гордеев үҙенең 20 йылға яҡын ғүмерен балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуға, атап әйткәндә волейбол уйыны серҙәренә төшөндөрөүгә бағышланы. Уның тәрбиәләнеүселәре төбәк һәм республика ярыштарында бик күп еңеүҙәр яуланы. Үкенескә ҡаршы, тәжрибәле тренер 2016 йылдың майында баҡыйлыҡҡа күсте. Әммә уның эшен уҡыусылары дауам итә,—тине үҙ сығышында Радик Лоҡман улы.

Артабан барыһы ла Михаил Гордеевты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Шунан йәнле уйындар башланып китте. Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбе, 1-се Газпром һәм 2-се Газпром, Баймаҡ районының Иҫке Сибай һәм Әхмәр ауылдарынан килгән волейбол командалары сәмләнеп уйнаны. Йәш волейболсыларҙың ярышын баш судья Николай Воробьев күҙәтте. Командаларҙың үҙ-ара уйыны бик йәнле барҙы.  Һөҙөмтәлә, 1-се Газпром командаһы—1-се, Баймаҡ районының Әхмәр ауылы командаһы—2-се һәм ҡаланың 5-се мәктәбе волейболсылары 3-сө урындарҙы яуланы. Иҫке сибайҙар—4-се, 2-се Газпром командаһы 5-се урындарға сыҡты. «Иң яҡшы уйынсы» исеменә 1-се Газпром командаһы уйынсыһы Никита Журавлев лайыҡ булды.

Волейбол буйынса Урал аръяғы беренселегендә ҡатнашыусы барлыҡ командалар ҙа Почет грамоталары, волейбол уйыны формалары, волейбол сеткаһы, «Алға, Сибай!» логотибы төшөрөлгән футболкалар, футбол туптары менән бүләкләнде. Ойоштороусылар Михаил Гордеев иҫтәлегенә арналған волейбол ярышын йыл һайын уҙғарыуҙы традицияға әйләндерергә ниәтләй.

Фәнис Фәрит улы Яҡупов, Баймаҡ спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы:

—Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусылары волейбол уйынын үҙ итә. 25 егет һәм 15 ҡыҙ күнекмәләргә даими йөрөй. Аҙнаһына дүрт мәртәбә шөғөлләнәбеҙ, үҫмерҙәр бик ҡәнәғәт. Әле ярышҡа 7-8 класс уҡыусыларын алып килдем. Балалар тәүге тапҡыр ҙур спорт залын күрҙе. Биш команда араһында 4-се урынға сыҡтыҡ. Киләсәктә тағы ла тырышыбыраҡ шөғөлләнергә тигән маҡсат ҡуйҙыҡ.

Форсаттан файҙаланып, ата-әсәләргә шундай теләктәр еткерәм. Балаларығыҙҙы спорт секцияларына йөрөтөгөҙ. Юҡһа, күптәр көндәрҙең һалҡын булыуына һылтанып, йәки башҡа сәбәп табып, балаларын күнекмәләргә ебәрмәй. Спорт менән дуҫ уҡыусылар физик яҡтан да, сәләмәтлеге яғынан да ныҡлы була. Уларға киҙеү йоғоп бармай. Спорт характерҙы нығыта, балаларҙың дуҫтары күбәйә. Үҙемдән алып әйтәм: 1983 йылдан волейбол ярыштарына йөрөйөм, ҡайһы ауылға барһам да элекке дуҫтарымды осратам. Был—ҙур ҡыуаныс.

Һүрәттә: уйындың

 

ҡыҙған мәле.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap