Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
23.01.2017
АРТЫЛҒАНДА ҒҮМЕР ҮРҘӘРЕН
Untitled document

Булыр бала биләүҙән

Тормошта һәр кемдең үҙ урыны. Кешенең был донъяға килеү маҡсаты ла ниндәйҙер илаһи көс тарафынан алдан билдәләнә кеүек. Күренекле уҡытыусылар Әхмәҙулла Хәйривара улы һәм Разия Кирам ҡыҙы Хәсәновтарҙың өлгөлө ғаиләһендә донъяға килгән һәр баланың да яҙмышы алдан билдәләп ҡуйылғандай.  Уларҙың бөтәһе лә белемгә ынтылып, эшсән, изге күңелле булып үҫә. Татыу ғаиләлә рухи ҡиммәттәргә эйә булған күркәм сифаттарҙа тәрбиәләнә Fаяз Әхмәҙулла улы. Мажараларға бай бала саҡ, мәктәп йылдары артта ҡала. Физик яҡтан көслө булып үҫеп еткән егет, һис икеләнеп тормайынса, Ватан алдындағы изге бурысын үтәргә ҡарар итә. Ул Афғанстанда хәрби хеҙмәт юлы үтә. Ил именлеге өсөн лайыҡлы өлөш индереп, тормош тәмен, ғүмер ҡәҙерен аңлап ҡайта.

Маҡсатҡа ынтылыусан егет Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Институтта белем алыу менән бер рәттән спорт һәм үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, тулы студент тормошонда ҡайнай. Тырыш егетте фән менән шөғөлләнергә, институтта ҡалырға саҡыралар. Ләкин Fаяз Әхмәҙулла улы тыуған яҡтарын үҙ итә. Яңы ғына өйләнешкән йәш белгестәр—Лүзиә Һәм Fаяз Хәсәновтар Баймаҡ районына эшкә ҡайта.

Киләсәккә юл үткәндәр аша һалына

1993 йылда Ниғәмәт урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай ул. Эшлекле йәш белгесте 1994 йылда уҡ Үрге Яйыҡбай мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Йәш директор үҙен һәләтле ойоштороусы, белемле хеҙмәткәр итеп күрһәтеп өлгөрә. Шуға күрә лә 1998 йылда Fаяз Әхмәҙулла улына I Этҡол ауылында урынлашҡан Башҡорт республика лицей-интернатын етәкләүҙе ышанып тапшыралар. Ул, элекке традицияларҙы дауам итеп, алдынғы алымдарҙы, яңылыҡтарҙы индереү өҫтөндә күп эш башҡара. Мәктәп алдына ҡуйылған маҡсат һәм бурыстарҙы бөтә тәрәнлегендә аңлай. Лицей районда ғына түгел, республикала ла иң тәүгеләрҙән булып Интернет селтәренә тоташтырыла, яңынан-яңы техник саралар менән тулыландырыла. Берҙәм коллективҡа алдынғы ҡарашлы йәш белгестәр саҡырыла.

Яңы офоҡтар

2005 йылда Хәсәновтар ғаиләһе Сибай ҡалаһына күсеп килә. Мәктәп директоры булараҡ ҙур тәжрибә туплаған белгесте ҡаланың Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Директор булып эшләгән осорҙа Fаяз Әхмәҙулла улы инновацион белем усағын юғары бейеклектәргә күтәрә. 2007 йылда лицей «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә 1 миллион һумлыҡ Грант алыуға өлгәшә. Был үҙ сиратында уҡыу йортоноң матди-техник базаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Абруйлы етәксе башҡорт балаларын техник йүнәлештә уҡытыу өсөн күп көс һала. Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән ныҡлы хеҙмәттәшлек булдырыла. Университет белгестәре уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, лицейҙы тамамлаусылар күпләп техник йүнәлештәге юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә башлай. Коллегаларына юғары талаптар ҡуйған етәксе үҙе лә фән менән шөғөлләнергә ваҡыт таба. 2006 йылда ул философия буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Уҡытыусыларҙың берҙәм коллективы профилле уҡытыу, милли традицияларҙы һаҡлау, уҡыу процесына яңы технологиялар индереү мәсьәләләрен хәл итеү өҫтөндә эшләй. Лицейҙа шулай уҡ туған телде, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Башҡорт лицейы командаһы йыл һайын тиерлек «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр республика конкурстарында уңышлы сығыш яһай. Мәктәптең бейеү ансамбле ҡала сәхнәләрен гөрләтә.

Яуланаһы үрҙәр алда әле

2009 йылда тәжрибәле директорға Сибай ҡалаһы мәғариф бүлеген етәкләүҙе ышанып тапшыралар. Егәрле етәксе, ең һыҙғанып, эшкә тотона. Бөтә ил буйынса алып барылған мәғариф системаһын үҙгәртеп ҡороу, ҡулайлаштырыу кеүек сетерекле мәсьәләләрҙе оҫта хәл итеүгә өлгәшә. Ҡала етәкселегенең, мәғариф бүлеге начальнигының аныҡ эштәре һәм тырышлығы менән ҡалабыҙҙа бер генә белем биреү усағы ла ябылмай. Киреһенсә, яңынан-яңы балалар баҡсалары төҙөлә, Арҡайым ҡасабаһында балалар баҡсаһы—башланғыс мәктәп комплексы сафҡа инә. Һуңғы йылдарҙа ҡалабыҙҙа бер-бер артлы «Әкиәт», «Ҡурай», «Сулпылар», «Алтынай» балалар баҡсалары үҙ ишектәрен асты.

Бөгөнгө көндә, белем биреүҙә яңы федераль стандарттар тормошҡа ашырылғанда, уҡытыуҙың һәм тәрбиә эштәренең сифатлы булыуына ҙур иғтибар бирә етәксе. Белем биреү учреждениелары балаларҙы тормошҡа әҙерләргә тейеш, тип һанай ул.

Әйтергә кәрәк, Сибай ҡалаһы мәғариф учреждениелары бик уңышлы эшләп килә. Уҡыусыларға электрон белем биреү концепцияһын тормошҡа ашырыу, балаларҙы берҙәм дәүләт имтихандарына һөҙөмтәле әҙерләү маҡсатында күп эштәр башҡарыла. Белем усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыу, ремонт эштәрен үткәреү, тейешле кимәлдә дәреслектәр менән тәьмин итеү, балаларҙың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, уларҙың йәйге ялын   ойоштороу кеүек мөһим мәсьәләләр  уңышлы хәл ителеп килә. Сибай уҡыусылары һәм педагогтары республика, төбәк-ара, бөтә Рәсәй конкурстарында, олимпиадаларында ҙур еңеүҙәргә өлгәшә. Һуңғы йылдарҙа гимназия, 12-се мәктәп, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы, «Әкиәт» балалар баҡсаһы, Балалар ижады үҙәге Рәсәйҙең иң алдынғы 100 белем биреү учреждениелары исемлегенә индерелде.

Ир-егеттең йәшен һанамайҙар, ә күрһәткән эшен һанайҙар

Кеше ғүмере йәшәлгән йылдар иҫәбе менән түгел, башҡарылған эштәр менән баһалана. Ҡылған ғәмәлдәреңдең үҙең өсөн генә түгел, башҡалар өсөн дә файҙалы һәм әһәмиәтле булыуы фарыз.

Алдынғы ҡарашлы, яңы идеялар менән яныусы тынғыһыҙ етәксе, киң эрудициялы фән кандидаты, рухлы ир-азамат, яугир-интернационалист, ышаныслы ул һәм атай, өлгөлө ғаилә башлығы... Сибай ҡалаһы мәғариф бүлеге етәксеһе Хәсәнов Fаяз Әхмәҙулла улының сифаттарын билдәләүсе тағы бик күп һүҙҙәр яҙырға булыр ине. Уй-фекерҙәренең тәрәнлеге, рухи ныҡлығы менән ул—замандаштарыбыҙға өлгө булырҙай шәхес. Бөтә донъя башҡорттарының III ҡоролтайында делегат булып ҡатнашыуы—уңышлы эшмәкәрлегенең бер    сағылышы.

Хеҙмәтенә күрә—хөрмәте, ти, халҡыбыҙ. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Fаяз Әхмәҙулла улы Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһына, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ була.

Ошо көндәрҙә хөрмәтле Fаяз Әхмәҙулла улы үҙенең алтын юбилейын билдәләй. Беҙ уны иҫтәлекле ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Тынғыһыҙ эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Сибай ҡалаһы

 

мәғариф бүлеге коллективы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap