Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
«ТУЙЫНДЫРҒАН ЕРГӘ БИТАРАФ БУЛМАЙЫҠ!»
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Баймаҡ районының төпкөлдә ятҡан Ишей ауылында урман эшкәртеү менән ике шәхси эшҡыуар шөғөлләнә. Дүрт йөҙгә яҡын кеше йәшәгән ауыл аҙ һанлылар исеменә индерелһә лә, уларҙы перспективаһыҙҙар рәтенә ҡуйыу яҙыҡ булыр.

Урмансылыҡ менән шөғөлләнгән Анатолий Александрович Филин тураһында мәҡәлә әҙерләргә теләүебеҙҙе ишеткәс, беҙгә Ишей ауылы халҡы: «Ишейҙәрҙе эш менән тәьмин итә, барыһына ла ҙур ярҙамы тейә. Ололар көнөнә ҡарата өлкәндәргә утын бирә, тоҡлап таратҡан он, башҡа күстәнәстәренең һаны юҡ. Йыл да мәктәп менән балалар баҡсаһына аҡсалата ярҙам күрһәтә. Утын менән йылытылған белем биреү һәм балалар үҫеш үҙәген яғыулыҡ менән тәьмин итеүе лә маҡтауға лайыҡ. Клубҡа музыкаль үҙәк алып бирҙе. Баймаҡ ҡалаһы кешеһе беҙҙең төбәккә килеп эш башлап, күтәрелеп китте. Килгәс тә ауыл халҡына бушлай кейем-һалым таратып ҡыуандырҙы. Ҡыш көндәре ауыл араһында юл ярҙырған да—шул. Урман хужалығында ла эштәре көйлө бара. Асыҡ күңелле, ярҙамсыл ул Анатолий Александрович. Кеселәргә кеселекле булыуы, ололарҙы ололауы, һәр кеше менән яғымлы һөйләшә белеүе генә лә ни тора! Ауыл халҡы уға ышаныс белдереп, депутат итеп тә һайлап ҡуйҙы. Филинға рәхмәттән башҡа әйтер һүҙебеҙ юҡ»,—тигән фекерҙәрен еткерҙе.

Эшҡыуарҙың күңеле көр. Ағас эшкәртеү менән булышҡан хужалығында эштәр яҡшы бара. Һалҡын ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, ағастар йығылып килтерелеп тора. Уларҙан төрлө үлсәмдәге таҡта, ярым брус, брус ярыла. Предприятие етештергән продукция төрҙәре арта барыуы ла ҡыуаныслы. Әле бында теләгән бер үлсәмдәге цилиндрланған бүрәнәнән бура яһатып алырға, ҡоҙоҡ бураһы һәм башҡаһын эшләтергә мөмкин. Заказ буйынса йорт, мунса буралары ла әҙерләйҙәр.

—6 кешенән торған махсус бригада урманда ағас ҡырҡыу менән булыша. Техника етә, көндәр арыу торғанда тотороҡло эшләргә тырышалар. Эш хаҡы ваҡытында түләнә. Ҙур пилорамала Ишбулды Кулибаев, Ришат Ишдәүләтов, Мөнир Ҡарасурин таҡта яра. Сергей Попов тракторҙа ағас эттереп, бүрәнә ярыусыларҙың эштәрен еңелләштерә,—ти шәхси эшҡыуар.—«Алтай» һәм «Кедр» пилорамаларында Нияз Хәлилов, Мансур Хәлитов тырышып эшләй. Мастер Булат Кулибаев алыштырғыһыҙ ярҙамсым булһа, Фуат Кулибаев иһә бригадир вазифаһын башҡара. Сибай ҡалаһы, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән заказдар килә. Ҡаҙағстан яҡтарынан да ағас һорап йыш мөрәжәғәт итәләр.

Элекке Темәс урман хужалығының Ишей, Сибай урман хужалығы бүлексәләре эшселәре төп предприятиелары көрсөккә терәлгәс, шәхси эшҡыуар ойошторған хужалыҡҡа эшкә ялланған. Ошо ерҙең байлыҡтары менән файҙаланған А.А.Филин эшләү осоронда урмандан килем алырға ғына түгел, тәбиғәттең йәшел ҡалҡанын тергеҙергә лә өйрәнгән. Был яҡтағы урмандарҙы ҡуртымға алған эшҡыуар йыл һайын 38-40 гектар майҙанға йәш ҡарағай ултырта. Анатолий Александрович әйтеүенсә, үҫентеләрҙең 85 проценты ерегеп китә. Әлбиттә, был эш күп сығымдар, ныҡышмал хеҙмәт талап итә.

Төп продукция—ситтәре ҡырҡылған таҡта, ярым брус, брус һәм буралар эшләнгәндән һуң ҡалған ҡалдыҡтар эшкәртелмәгәненә бошона эшҡыуар. Ысынлап та, бында ятҡан утын, ағас онтағынан быуа быуырлыҡ. Анатолий Александрович урман хужалығы министры Темәстә ағас ҡалдыҡтарын ҡабул итеүсе майҙансыҡ булдырыласаҡ тип белдереүен ҙур энтузиазм менән ҡабул иткән. Махсус майҙансыҡты сеймал менән тәьмин итергә лә әҙер. Әммә ул ҡасан эшләп китер—билдәһеҙ.

Урман эшенән тыш, А.А.Филин ярҙамсы хужалыҡ та булдырған. Һикһәндән ашыу баш һауын һыйырҙарын һөт, ит өсөн аҫраһа, утыҙлап йылҡы иһә ҡымыҙсылыҡ, ҡаҙы, ялы, ит өсөн үрсетелә. Ярҙамсы хужалыҡты алып барыуҙа ла уға ауылдың уңғандары ҙур ярҙам күрһәтә.

—2001 йылдан ошо төбәктә эшмәкәрлек алып барам. Урман хужалығым янында йорт-офис һалып сыҡтым. Хатта ошонда пропискаға торҙом. Туйындырған ергә битараф булырға ярамай. Хәлемдән килгәнсе барыһына ла ярҙам итергә тырышам,—ти Анатолий Филин.—Әлбиттә, ауыл ҡартайҙы, мин бында килгәндә 3-4 пенсионер ғына йәшәй ине, әле улар һаны туҡһанға етте. Йәштәр ситкә күсеп китеп бөттө, хужалыҡта эшләп йөрөгән типһә тимер өҙөрлөк егеттәрҙең күбеһе өйләнмәй йөрөй. Буйҙаҡтар күп булғас, балалар һаны ла әҙәйҙе. Ике ҡатлы мәктәптә башланғыс кластарҙа 12 бала ғына уҡый. Урта, өлкән кластар Темәс мәктәбенә йөрөп белем ала...

Төпкөл ауылдың яҙмышына битараф булмаған, уның халҡын эш менән тәьмин иткән Анатолий Александрович ишейҙәрҙең генә түгел, тотош Баймаҡ районының, ҙур күләмле сараларҙың да бағыусыһы булып танылған. Районыбыҙҙың Хәсән, Йәнйегет ауылдары мәсете бураларын да ул буратҡан. Сиркәүҙәрҙе лә ярҙамынан айырмай. Шуғалыр ҙа йүнсел хужаның диплом, знактар, Маҡтау ҡағыҙҙарының  иҫәбе-һаны юҡ. Наградалары араһында уның өсөн иң ҡәҙерлеләре—«Төбәк-тәрҙең алтын фонды» ордены һәм «Йәмәғәт таныу премияһы» Төбәк-ара программаһы лауреаты дипломы. Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын.

 

Һүрәттә: пилорама эшселәре.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap