Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ЙӘМӘҒӘТ ПАЛАТАҺЫ ХАЛЫҠ ӨСӨН
Untitled document

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә III-сө саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы ағзалары быйылғы йылда уҙғарылған тәүге ултырышҡа йыйылды.

Сараны ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова асты. Ул Йәмәғәт палатаһының урындағы етәкселек һәм ябай халыҡты бәйләүсе звено булыуын билдәләп үтте. Граждандарҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Йәмәғәт палатаһы ағзаларын урындағы төрлө учреждение һәм ойошмалар вәкилдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Артабан тантаналы рәүештә барыһына ла танытмалар тапшырҙы.

Ҡаланың Йәмәғәт палатаһы рәйесе И.И.Варламова яңыртылған состав менән таныштырҙы. Унда төрлө учреждение һәм  ойошма етәкселәре, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһе вәкилдәре, территориаль йәмәғәт советтары рәйестәре, дин әһелдәре индерелгән. Ирина Ивановна шулай уҡ 2017 йылға билдәләнгән бурыстар менән таныштырҙы. Ултырыш барышында Йәмәғәт палатаһында эшләйәсәк биш комиссия төҙөлдө һәм уларҙың рәйестәре, ағзалары һайланды. Шулай итеп, хоҡуҡи мәсьәләләр, йәмәғәт контроле һәм йәмәғәт экспертизаһы, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын һәм йәмәғәт советтары менән хеҙмәттәшлек итеүҙе үҫтереү буйынса комиссияны Клара Йәмғетдин ҡыҙы Кузнецова, торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар, төҙөлөш, архитектура, юл хужалығы һәм транспорт мәсьәләләре буйынса комиссияны Руслан Юныс улы Хәбиров, социаль сәйәсәт һәм бағыусылыҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм патриотик тәрбиә, этник-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса комиссияны Фәнил Fабдрафиҡ улы Әминев ҡуйылды. Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комиссияны Нәсимә Маннап ҡыҙы Ибраһимова, иҡтисадты үҫтереү, финанстар  һәм эшҡыуарлыҡ, граждандарҙың эшмәкәрлек инфраструктураһы буйынса төҙөлгән комиссияны Элиза Fүмәр ҡыҙы Кирәйева етәкләйәсәк.

Ултырышта ҡатнашыусылар киләсәктә Йәмәғәт палатаһына Почетлы ағзалар һайларға, бының өсөн лайыҡлы кандидатураларҙы тәҡдим итергә кәрәклеге тураһында фекер алышты.

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте эргәһендәге Йәмәғәт палатаһының эшмәкәрлеге ҡалабыҙҙың ижтимағи-сәйәси тормошон тағы ла яҡшыртыр, власть менән халыҡты бәйләүсе күпер булып хеҙмәт итер тигән өмөт бар.

 

Альбина Таһирова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap