Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
23.01.2017
АҠЙОНДОҘ МЕНӘН АҠЪЕГЕТ
Untitled document

Линара ҠЫРЫМҒУЖИНА

Студент саҡ—дәртле саҡ, тиҙәр. Йәшлектең сәскә атҡан мәленә тура килгән был осорҙа егет-ҡыҙҙар тырышып уҡый, бар ергә өлгөрөргә, күпте белергә, өйрәнергә ынтыла. Һеҙ һүрәттә күргән игеҙәктәр Аҡйондоҙ һәм Аҡъегет Сараевтар ҙа бар көсөн белем эстәүгә йүнәлтһә,  ял ваҡыттарын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә күнеккән.

Сығышы менән Йылайыр районы Матрай ауылынан булған йәштәр әлеге ваҡытта илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә белем ала. Мәктәпте тамамлағас та Аҡйондоҙ Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге Финанс университетының Өфө филиалына уҡырға инә, ә Аҡъегет Мәскәүгә юллана. Бер йыл икеһе ике яҡта була.

—Игеҙәктәрҙе айырырға ярамай тигән халыҡ әйтеме бар. Быға ышанмай торғайным. Икебеҙ ике яҡта уҡығанда быға инандым. Арала меңәр саҡрымдар, шул хәтлем Аҡъегетте юҡһындым. Унһыҙ йәшәп өйрәнмәгәнмен. Бер көн барыһын да үҙгәртте. Сессиямды ябып, Өфөлә эшкә ҡалдым. Мәскәүҙә уҡып йөрөгән әхирәтем менән бер фатирҙа йәшәнек. Ә ул Мәскәү, Санкт-Петербург уҡыу йорттарына документтар ҡабул итеү комиссияһында эшләне. Ул миңә илебеҙҙең баш ҡалаһы тураһында һөйләне. Шул саҡ ҡыҙыҡһыныуым артты. Иртәгеһенә университетҡа барып ситтән тороп уҡыу бүлегенә күстем дә, документтарҙы алып, самолетта Мәскәүгә юлландым. Аҡъегет ҡаршы алды. Әлеге көндә икенсе курстамын, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетының филиалында химик-технолог һөнәрен үҙләштерәм. Бында имтихандарҙы тапшырам да Өфөгә сессияға ҡайтам,—ти Аҡйондоҙ.

Уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән ҡыҙ йәмәғәт тормошондә ла әүҙем ҡатнаша. Беренсе курста уҡығанда бокс менән шөғөлләнә, университет исеменән ярыштарҙан да ситтә ҡалмай. Шулай уҡ «Мәскәү һылыуҡайы—2016» гүзәллек бәйгеһендә лә көсөн һынап ҡараған. Бынан тыш «Әсе бал» КВН командаһының әүҙем ағзаһы. Әле Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалалары башҡорттары араһында ярышып өсөнсө урынға сыҡҡандар.

Аҡъегет уҡыу йортон күңел ҡушыуы буйынса һайлай. Ул Мәскәү авиация институтында осоусы аппараттарҙы һынап ҡараусы һөнәрен үҙләштерә. Бынан тыш Хәрби уҡыу үҙәгендә лә белем ала. Буш ваҡытында спорт менән шөғөлләнә.

—Бала саҡтан спорттың бокс төрөн оҡшатам. Телевизорҙан күрһәткән һәр матчты иҫем китеп ҡарай торған инем. Боксерҙарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһындым. Ябай ғына ғаиләнән сығып, үҙ көстәре менән юғары үрҙәр яулаусы, көслө рухлы кешеләр тик һоҡланыу уята. Рой Джонс—кумирым. Ауылда ундай спорт төрө булманы. 6-сы кластан алып көрәшкә йөрөнөм. Мәскәүгә килгәс үҙемде бокста һынап ҡарарға булдым,—ти егет.

Бына инде йыл ярым Аҡъегет бокс менән шөғөлләнә, ҡалала үткәрелгән төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Был ваҡыт арауығында уға ун ете тапҡыр рингка сығырға тура килә, шуларҙың ун бише еңеү менән тамамлана. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Аҡъегет был өлкәлә беренсе өлкәндәр разрядын да ала.

Шулай итеп уҡыуҙа ла, спортта, ла, йәмәғәт тормошонда ла һынатмай йәштәр.

—Тәүҙә ауырыраҡ булды, әлбиттә. Өйҙән алыҫ. Әсәйебеҙгә лә еңелдән булмағандыр инде. Уға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Беҙ бит икәү, бирешмәйбеҙ. Ял һайын бер-беребеҙгә ваҡыт табабыҙ. Осрашып, күрешеп торабыҙ. Бергәләшеп киноға барабыҙ, саф һауала йөрөйбөҙ. Аҡйондоҙ әсәйем кеүек тәмлекәстәр бешереп мине һыйлай,—ти Аҡъегет.

 

Теләк һәм тырышлыҡ булғанда бар уй-ниәттәргә ирешергә, хыялдарҙы тормошҡа ашырырға, бөтә ергә лә өлгөрөргә була тип иҫәпләй игеҙәк Сараевтар. Уларға уңыштар теләйек.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap