Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
31.01.2017
КҮҢЕЛДӘРҘӘ ҠАЛДЫҢ УЙЫЛЫП...
Untitled document

Йәшәйеш мәңгелек булһа ла, кешенең ғүмере ҡыҫҡа ғына. Аяуһыҙ үлем тигән нәмә булмаһа, был донъяла йәшәүе лә, нисектер, башҡасараҡ булыр ине. Мәрхәмәтһеҙ үлем тырнағы беҙҙең арабыҙҙан ни тиклем ҡәҙерле, изгелекле, талантлы яҡындарыбыҙҙы, олпат кешеләребеҙҙе, илебеҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхестәребеҙҙе тартып ала.

Ҡаланың ғына түгел, республиканың йөҙөк ҡашына әүерелгән талантлы шәхес, ғалимә, мәғариф ветераны, педагогия фәндәре кандидаты, бик күп мәҡәләләр, ғилми-методик әсбаптар авторы, «Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы», «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы», Сибай ҡалаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының әүҙем ағзаһы, йыр-моңға, еренә, халҡына ғашиҡ булған Зифа Fәле ҡыҙының бөгөн беҙҙең арала булмауына дүрт ай булып китте.

Fүмер аҡҡан һыуҙай, елеп үткән арғымаҡтай уҙа ла уҙа икән… Fаиләһе, туғандары, яҡындары, яратҡан коллективы дүрт ай унһыҙ ғүмер кисерә. Был донъяларға бер мәлгә генә килгән сағыу йондоҙ булып балҡыны ла күктәргә, асманға ашты йәне. Йәшәүгә булған өмөтө лә, хыялдары ла, ышанысы ла күҙ асып йомған арала селпәрәмә килде лә ҡуйҙы. Тәҡдир тигәндәре лә шулдыр инде, моғайын…

Ҡара болот күкте ҡаплап алды,

Гүйә, унда ҡояш тотолдо,

Асмандарға ашты изге йәнең,

Йондоҙ булып үргә атылды.

Зифа буйҙарыңды тупраҡ япты,

Хоҙай алды һине үҙенә.

Һоҡланып та, кәңәшен дә һорап

Бағырбыҙ һуң кемдең күҙенә?

Эй һин, яҙмыш, мәрхәмәтһеҙ булып

Fүмерҙәрҙе ҡыйып китәһең,

Бер минутта, хатта бер секундта

Бәндәләрҙе етем итәһең...

Ирекһеҙҙән күҙ йәштәре тама,

Саралар юҡ уны тыйырға,

Кәрәк инеме ни ғүмерҙәрҙе

Бер сәбәпһеҙ шулай ҡыйырға?

Юҡ, Хоҙайҙан оло булып булмай,

Тәҡдирҙәр ҙә уның ҡулында,

Аңһыҙ ҡазаларҙан һаҡла, Хоҙай,

Сыҡма, әжәл, әҙәм юлына...

Зифа Fәле ҡыҙының тормоштоң серле һуҡмаҡтарына алып сығыр оло юлы Йылайыр ерҙәрендә башлана. Ошо гүзәл төбәктә 1947 йылдың 8 мартында донъяға килгән ул.

Тыуған йорт йылыһы, бала саҡтың ҡабатланмаҫ мәлдәре… Уҡытыусы булыу теләге… Хыялы йылдар үтеү менән ысынбарлыҡҡа әүерелә. Зифа Fәле ҡыҙы алыҫ-алыҫтарҙа ятҡан Дыуан районына, Мәсәғүт педагогия училищеһына юллана. Юғары белемде Өфөлә ала.

1966 йылда Йылайыр районының Ҡашҡар мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлаған Зифа Fәле ҡыҙы Сөләймәнованың артабанғы хеҙмәт юлы комсомол комитетында бүлек мөдире, өлкән пионер вожатыйы, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, район архив бүлеге мөдире һәм уҡытыусы вазифаларында дауам итһә, 1981 йылдан тормошо һәм педагогик эшмәкәрлеге Сибай ҡалаһы менән бәйле. Маҡсатҡа ынтылыусан уҡытыусы тиҙ арала танылыу ала һәм 1985 йылда ҡаланың 2-се мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә.

Үҙенең ҡаты ихтыяры, ойоштора белеү һәләте менән Зифа Fәле ҡыҙы гимназияны ҡалала ғына түгел, республика күләмендә лә иң яҡшыларҙың береһе булыу дәрәжәһенә күтәрә алды. Уның етәкселегендә уҡытыу-тәрбиә эше тамырынан үҙгәртелә, мәктәп гимназия статусын ала һәм педагогик оҫталыҡ үҙәгенә әүерелә. Үҙ-үҙен аямай эшләгән Зифа Fәле ҡыҙының һүнмәҫ ялҡыны, энергияһы беҙҙең барыбыҙҙы ла хайран ҡалдырырлыҡ көслө ине шул…

Уҡытыусы булараҡ та, директор булараҡ та үҙ йөҙөбөҙҙө, тарихыбыҙҙы ҡайтанан тергеҙеү маҡсатында бихисап эштәр башҡарҙы, шул хәстәрҙәр менән ғүмеренең ахырынаса янып йәшәне ул.

Йәш быуынға рух төшөнсәһен һалыуҙа, милли үҙаңды үҫтереүҙә, телгә, илгә, тыуған ергә һәм халыҡҡа ҡарата оло ихтирам һәм һөйөү тойғоһон тәрбиәләүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ. Ысынлап та, ябай һәм кәрәкле хеҙмәте менән үҙен һәм халҡын биҙәп, балаларына, яҡындарына, коллегаларына терәк һәм кәрәк булып, тирә-яҡҡа нур сәсеп йәшәне ул.

Ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсанлыҡ Зифа Fәле ҡыҙының характерына хас һыҙаттар ине. Бәләкәйҙән шулай беше, ныҡ булып үҫкәнгәме, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, урын-еренә еткереп башҡарыуы, кешелеклелеге, изгелеге, туған йәнле булыуы, һәр кемде ҡурсалап йәшәүе менән айырылып торҙо ул. Зәкир ағай менән Зифа Fәле ҡыҙының өйө ҡорт күсен хәтерләтә торғайны. Йылдың ниндәй генә миҙгелендә, Хоҙайҙың ниндәй генә бирмеш көнөндә килеп инмә, уларҙың йорто, ихатаһы туған-тыумаса, күрше-күлән, бала-саға менән тулы. Һәр ҡайһына йылы ҡараш, иғтибар һәм ихтирам. Нисек шул тиклемгә өлгөрөргә, һәр кемен буш ҡул менән сығармаҫҡа мөмкин. Уларҙың ҡунаҡсыл ҡыйығы аҫтында кемдәр йылынманы ла, кемдәр генә изгелектәрен күреп, киләсәк һуҡмағына аяҡ баҫманы. Хоҙай шуға күрә лә, моғайын, уларҙы хәстәрле һәм таҫтарлы, көткән донъяларын ҡотло итеп яралтҡандыр.

Зифа Fәле ҡыҙының ләйсән ямғыр яуҙырып, нәжәғәйҙәй балҡып үткән ғүмере күптәр өсөн өлгө! Беҙ, коллегалары, уны һағынабыҙ, юҡһынабыҙ, уның яҡты рухына арнап төрлө саралар, асыҡ дәрестәр, хәтер кисәләре үткәрәбеҙ. Гимназия директоры Варламова Ирина Ивановнаның Зифа Fәле ҡыҙының педагогик эшмәкәрлегенә һәм тормош юлына байҡау яһауын күҙ йәштәрһеҙ тыңлау һәм ҡарау мөмкин түгел ине. Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тарафынан Зифа Fәле ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә бағышлап асыҡ дәрестәр үткәрелһә, ошо арала 10-11 кластар араһында «Яратам һине, телем!» тигән темаға әҙәби-музыкаль сара үткәреү планлаштырыла.

Һоҡланғыс шәхес, сәсән телле, йыр-моң алиһәһе Зифа Fәле ҡыҙы Сөләймәнованың үткән ғүмер юлы матур, аһәңле бер йыр һымаҡ хәтерҙә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йыр ваҡытынан алда өҙөлдө. Әйткән һүҙҙәре, башҡарған эштәре менән һәр кемдең күңел күгендә ҡабатланмаҫ бер йондоҙ булып балҡый ул. Уны хәтерләйҙәр, яраталар һәм һағыналар. Ул беҙҙең арала, күңелдәрҙә йәшәй!

Рузидә Үтәшева,

 

Сибай ҡалаһы гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, атҡаҙанған уҡытыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap