Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
31.01.2017
ИҢ ҠӘҘЕРЛЕ ТӘҮГЕ ЕҢЕҮ
Untitled document

Илебеҙ 2020 йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ оло юбилейын билдәләйәсәк. Был байрамды телгә алғанда иң ҡәҙерле еңеү тураһында ла оноторға ярамай. Уҙған 2016 йылда Мәскәү эргәһендәге һуғышта еңеү яулағаныбыҙға 75 йыл тулды.

Бынан өс сирек быуат элек Мәскәү эргәһендә барған алышты һәр бер совет гражданы ғына түгел, башҡалар ҙа ҙур иғтибар менән күҙәтеп бара. Сөнки Советтар Союзы тип йөрөтөлгән бөйөк илдең был донъяла ҡалыу-ҡалмауына бәйле һорау бар кешелекте борсоно, ҡыҙыҡһындырҙы. Сит илдәрҙең күпселеге Советтар Союзының еңеүенә икеләнде, сөнки фашистик Германия бөтөн Европала иң көслөләрҙән һаналды, уларҙың ҡораллы көстәре ныҡлы ине.

«Тайфун» исеме аҫтында алып барылған Мәскәүҙе алыу операцияһы ике этапҡа бүленә: беренсеһе—оборона ( 1941 йылдың 30 сентябренән 5 декабргә тиклем), икенсеһе контрһөжүм осоро (1942 йылдың 5-6 декабренән 7-8 ғинуарға ҡәҙәр). Тора бара һуңғыһы Ҡыҙыл Армияның һөжүм стратегияһына әйләнә. Ул 1942 йылдың 20 апреленә тиклем дауам итә.

Фашист армияһының «Үҙәк» тип аталған төркөмөнә ҡаршы алышҡа Көнбайыш, Брянск һәм Резерв фронттары ҡаршы алышҡа сыға, ә 17 октябрь көнө Калининск фронты барлыҡҡа килә.

Был бәрелештә Советтар Союзының һәм фашистик Германияның көстәре тигеҙ булмай. Беҙҙең дүрт йүнәлештә—Брянск, Көнбайыш, Резерв, Калининск фронттарында барлығы 1250 һалдат һәм офицер, 7600 ҡорал, 990 танк, 677 самолет иҫәпләнһә, «Үҙәк» фашистик армияһы төркөмөндә иһә 1800 һалдат, 14000 ҡорал, 1700 танк, 1390 самолет була. Ошондай ҙур айырма булғанға ла фашистик Германия Мәскәүгә яҡынлай, илбаҫарҙарҙың 3-сө, 4-се танк төркөмө ҡаланан 27 саҡрым алыҫлыҡта ғына була.

Баш ҡаланы һаҡлау өсөн бар мөмкинлектәрҙе лә ҡулланалар. Төрлө оборона ҡоролмалары төҙөлә, резерв ғәскәрҙәр формалаша. Мәскәүгә бар ил ярҙам итә. Беҙҙең республикабыҙҙан 1941 йылдың йәй һәм көҙ айҙарында пландан тыш үҙ ирке менән 70 мең кеше фронтҡа алына. Ленинград блокадала булһа ла Мәскәүгә ҡорал ебәреп ята.

Һалдаттар һәм офицерҙар илһөйәрлек һәм ғәйрәтлек күрһәтә. Мәҫәлән, Дубосеково юлы янына 28 герой-панфиловец сығып баҫа. Уларҙың политруктары В.Г.Клочков: «Кирегә сигенеү юҡ, артта Мәскәү!»—тип әйтә. Һәм, ысынлап та, бәрелеш аҙағында алты ғына кеше ҡалыуға ҡарамаҫтан, бер аҙым да сигенмәйҙәр.

Мәскәү эргәһендә алыш башланыр алдынан 7 ноябрҙә Ҡыҙыл майҙанда хәрби парад үтә. Шулай уҡ, был көндө Куйбышев (хәҙерге Һамар) ҡалаһында ла парад була. Мәскәүгә ҡурҡыныс янаған осорҙа Куйбышевҡа сит илдәрҙең министрлыҡтары күсерелә. Бында эшләүсе вәкилдәр ике ҡалала үткән парадты күреп, ҡоттары осоп бар донъяға Совет ғәскәрҙәре ныҡлап әҙерләнгән һәм ҡорал яғынан да яҡшы тәьмин ителгән тигән һүҙ тарата. Ошо хәбәрҙән һуң, Төркиә һәм Япония беҙгә ҡаршы һуғыш асырға тигән уйынан кире ҡайта.

Бөйөк Ватан һуғышының 22 айында немец-фашист армияһы бөтөн Европаны яулап ала, улар үҙҙәренең 300 меңгә яҡын һалдатын юғалтһа, Советтар Союзы менән алышта көн һайын тәүҙә 4 мең, аҙаҡҡа табан 7 мең кеше, өсөнсө ай аҙағына 500 мең һалдат яу яланында ятып ҡала.

Ҡыҙыл Армияның ҡаһарман һалдаттары дошманды Мәскәүҙән 150-400 саҡрымғаса ҡыуып ебәреүгә өлгәшә. Фашистарҙың 50 дивизияһын юҡҡа сығара. Улар 832550 һалдатын һәм офицерын юғалта.

Беренсе еңеүҙе яулауҙа беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Генерал Даниил Арсентьевич Журавлевтың (1896-1900 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған) 1-се корпус һалдаттары фашист авиацияһынан һауаны һаҡлай. Шулай уҡ Сибай ҡалаһынан И.С.Карманов, И.А.Тутаев, Ш.Х.Хәсәншин, А.А.Баталов һәм башҡалар Мәскәү эргәһендәге һуғышта ҡатнашып оло ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн миҙалдар менән наградлана.

Был ҡәҙерле беренсе еңеү беҙгә еңел бирелмәй. Бында ҡорал, хәрби әҙерлек кенә түгел, ә совет һалдаттарының берҙәм, татыу, дуҫ, илһөйәр, батыр булыуҙары ла ҙур роль уйнай. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүебеҙ ҙә оло мәртәбәгә эйә. Көнбайыш илдәре әле лә Рәсәйҙе теҙ сүктереү теләгенән өмөт өҙмәй. Беҙҙе сеймал сығанағы итеп, халҡыбыҙҙы арзан эш ҡоралы итеп күрергә теләй. Быны булдырмаҫ өсөн балаларыбыҙҙы илһөйәр, рухлы итеп үҫтерергә бурыслыбыҙ.

Р.Иҙрисов,

 

полковник, Сибай ҡалаһының ветерандар совере рәйесе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap