Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
31.01.2017
ҺҮҘҘЕҢ БӘҪЕН ЕБӘРМӘЙ
Untitled document

Фәнис Сирбаевтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның шиғырҙары, поэмалары республика гәзит-журналдарында даими сығып тора. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы егете бик үҙенсәлекле фекерләй, ҡәләме үткер. Халыҡ йөрәгенә үтеп инерлек, заман талабына торошло шиғырҙар яҙа. Һуңғы ваҡытта ул поэмалар ҙа ижад итә башланы. «Ағиҙел» журналының 2015 йылдың 9-сы һанында баҫылған «Үрһәләнеү» поэмаһында Фәнис бөтә эске һыҙланыуҙарын асып һалған. Был әҫәр бер тынала уҡып сығыла. Сөнки поэмала автор бөгөнгө көн проблемаһын бик оҫта күтәрә. Ябай ғына фекерҙәр аша, әлеге заманда юғалып барған ғәҙеллек һәм кешелеклелек сифаттарын яҡтырта.

Ф.Сирбаев үҙенең үҙенсәлекле стилен һаҡлай. Шиғырҙарын уҡығандан уҡығы килеп тора. Ҡайһы саҡта шиғырын уҡыйһың да аңламай тағы уҡып сығаһың. Сөнки улар йомаҡ һымаҡ ҡойолған, тос фекер әйтелгән. Ижадында һүҙгә бик талапсан, күп һөйләп тормай, һүҙҙең бәҫен ебәрмәй. Уның әҫәрҙәрендә еңел генә уй-кисерештәр юҡ, һыҙланыу һәм һағыш күп.

Фәнистең 4 йыйынтыҡта («Шаңдау», «Нур усағы», «Кеше», «Йәйғор») шиғырҙары донъя күргән. 2016 йылда «Әҙәби нағыш» исемле китапта «Өмөтөм усаҡтары» тип аталған шиғырҙар шәлкеме сыҡты. Уның ҡәләме үткерләнә бара.

Китап уҡыусылар Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында үткәрелгән сараларҙа Фәнистең шиғырҙарын һәм йырҙарын тыңлап һоҡлана. Ф.Сирбаев көслө шағир һәм ул Р.Өмөтбаев исемендәге премияға лайыҡ. Мин уға уңыштар теләйем.

Һөйгән йәрем булһын йәнәшәмдә,

Мөхәббәтем булһын сафтан-саф,

Шиғырҙарым ташламаһын мине,

Һис булмаһын йырһыҙ ҡалған саҡ,

тип яҙа ул. Ижад итеүҙән туҡтама, Фәнис!

Рәйсә Ҡунаева,

 

тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы мөдире.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap