Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
31.01.2017
КҮП ЯҠЛЫ ИЖАД ЭЙӘҺЕ
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Сибай ҡалаһында арҙаҡлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, журналист Рамаҙан Fимран улы Өмөтбаевтың исемен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бирелә. Илем, халҡым тип янып йәшәгән, телебеҙҙе үҫтергән һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан шәхестәребеҙгә Р.Өмөтбаев исемендәге премия тапшырыу матур традицияға әүерелде.

Был мәртәбәле премияға тәҡдим ителеүселәр араһында исеме бөтә Урал аръяғына билдәле ижадсы, журналист, шағир һәм сценарийҙар яҙыу оҫтаһы Мотал Рәмов та бар. Үҙенең күп яҡлы ижады менән ул был мәртәбәле премияға күптән лайыҡ кеше.

Мотал Зәкирйән улы һөйләүенсә, 4-5 йәшлек сағынан уҡ үҙенең тыуған ере—Йылайыр районының Сәләх ауылының «бәләкәй артисы» булған. Нурислам, Фирзат, Байморат ағайҙар йыр йырларға һәм шиғыр һөйләүгә әүәҫ малайҙы клубҡа саҡырып, громкоговорителдән бөтә ауылға ҡысҡыртып «Шайморатов генерал», «Күл буйына килһәң ине», «Шаулай урман» йырҙарын йырлатҡан. Унан һуң, клубтан ҡайтып барыусы «бәләкәй әртискә» Маһинур, Разия, Өммөгөлсөм, Нәбирә һәм Сабира инәйҙәренең кәнфит-печеньелар биреүҙәре, ауыл ҡарттары Сәғит, Әхмәтсафа, Кинйәғәле, Әбүбәкер һәм Хәмит олатайҙарҙың арҡаһынан ҡағып һөйөүҙәре әле лә иҫендә Мотал ағайҙың. Ауылдаштары күтәрмәләгәнгә лә уның бәләкәйҙән ижадҡа ынтылышы артҡан, һәләте асылғандан-асыла барған тип фаразларға булалыр.

Мотал Зәкирйән улының сәсән телле булып үҫеүендә әсәһенең дә роле ҙур. Вәлимә Мотаһар ҡыҙын беҙ үткен, йор һүҙле инәй тип беләбеҙ. Ул мәжлестәрҙә, табын артында ултырғанында ҡоҙаларға, туғандарға ҡарап шиғырҙар, таҡмаҡтар сығарырға әүәҫ булған. Оҫта бейеүсе тигән даны ла таралған. Ижадҡа тартылыу Мотал ағайҙың атаһы яғынан да килә. Юлдыбайҙа йәшәүсе Фәрит Рәмовты белмәгән кеше һирәктер. Уның мәҡәләләре әленән-әле район һәм республика баҫмаларында сығып тора.

1974 йылда Йомағужа мәктәбенең 4-се класына уҡырға барған Мотал Рәмовтың яҙыуға һәләте тағы ла нығыраҡ асылып китә. Ул ҡыҫҡа-ҡыҫҡа нәҫерҙәр, парсалар, шиғырҙар яҙа башлай. Уҡытыусыһы Фәүзиә Сабирйән ҡыҙы Йомағужинаның әйтеүе буйынса, ул үҙенең шиғырҙарын район гәзитенә ебәрә. Артабан уның ижад өлгөләре республика баҫмаларында донъя күрә. Шулай итеп, Мотал Рәмовтың ижад даирәһе киңәйгәндән-киңәйә бара.

Мотал ағай Сәләх ауылының элекке клуб мөдире Fәлиә Таһироваға рәхмәтле. Сөнки ул йәш егеттең һәләтен күреп, байрамдарға сценарийҙар яҙҙырта, кисәләрҙең алып барыусыһы итеп ҡуя.

Яҙмыш үҙе шулай хәл иткәндер, күрәһең, Мотал Рәмовты әрменән ҡайтып килгәнендә үк район гәзите редакцияһына эшкә алалар. Ул ваҡытта Йылайыр районы башлығы булып эшләүсе З.Я.Күсәрбаев, уның урынбаҫары Х.З.Хәйбуллин, район гәзите хәбәрселәре Фәрит Мортаев, Рәшит Түләшев, Әхмәт Юланов, ҡәләм оҫталары Әмир Моратов, Мөслим Әбсәләмов, Фәүзиә Юлдашбаевалар йәш ижадсының һәләтен күреп, уны артабан үҫтереүгә булышлыҡ итә.

М.Рәмовтың шиғырҙар тупланмаһы Бәләбәй ҡалаһында үткән «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестиваленең «Йәйғор» альманахында, өс телдә баҫылған «Артылыш» йыйынтығында донъя күрҙе.

30 йылға яҡын Йылайыр район үҙәгендә йәшәгәндән һуң 2012 йылда Рәмовтар     балаларҙың киләсәген уйлап Иҫке Сибай ауылына күсеп киләләр. Ҙур ергә урынлашыуҙы ҡатыны Эльвира Әбделғәней ҡыҙы һәм улдары Райман, Алик-Батырхан да хуплай.

Күптән инде Урал аръяғының мәҙәниәт үҙәге булып танылған Сибай Мотал Рәмовты ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Сибай институтының нәшриәт үҙәгендә эшләп йөрөгәнендә Сибай филармонияһының художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Fиззәтуллина һәм Ильяс Сафиндың тәҡдиме менән филармонияның элекке директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов уны үҙҙәренә эшкә саҡыра. Мотал Зәкирйән улы филармонияға килеү менән башкөллө ижад итергә тотона. Концерт программалары өсөн бер-бер артлы бай эстәлекле сценарийҙар яҙа. Халыҡ бигерәк тә «Атайсалын данлар уландар», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Башҡортомдоң хазинаһы—йырлы-моңло Сибайҙар» концерт программаларын яратып ҡабул итә. Әйткәндәй, Мотал ағайҙың «Ирәндек моңдары—2016» башҡорт халыҡ йырҙарын   башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсына әҙерләгән сценарийы ла үҙенсәлекле килеп сыҡты. Ижадсы нимәгә тотонһа ла, еренә еткереп башҡара.

М.Рәмов беҙгә йырҙар ижад итеүсе булараҡ та яҡшы таныш. Композиторҙар Рәфҡәт Шәрипов, Дамир Солтанов, Юлай Моратов, Ирек Атанов, Илшат Яхин, Азат Исҡужин, Урал Иҙелбаев, Илшат Абдрахманов, Рәмил Туйсин, Илдар Рәхимғолов һәм Вафа Мәүлетовтар Мотал Рәмовтың дүрт тиҫтәгә яҡын йырҙарын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Авторҙың Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов башҡарыуындағы «Раббым» йыры хитҡа әүерелде тиһәк тә хата булмаҫ. Үҙешмәкәр композитор Дамир Солтанов көй яҙған «Их, ҡайтаһы ине…» һәм «Ауылым» йырҙарында Мотал ағай үҙенең тыуған ауылы Сәләхкә һөйөүен белдергән.

М.Рәмовтың 2016 йылда донъя күргән «Рәхмәт һиңә, тыуған ерем» шиғырҙар йыйынтығын да халыҡ йылы ҡабул итте. Әле тынғыһыҙ ижадсының тағы бер китаплыҡ шиғырҙары һәм хикәйәләр китабы сығыуға әҙерләнә. Ул шулай уҡ балалар өсөн ижад иткән тәүге пьесаһын режиссерҙар ҡарамағына тапшырған. Мотал ағайҙың тағы бер хыялы—ул да булһа киләсәктә яҡташы, композитор Д.Солтанов менән берлектә йырҙар китабын сығарыу.

Мотал Зәкирйән улы үҙенең юлында осрап, уға ҙур ярҙам күрһәтеүсе һәм  ижадҡа илһамландырыусы коллегаларына, Сибай концерт-театр берекмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Минеғәле улы Ҡотошевҡа рәхмәт уҡып бөтә алмай. Ул ижадташ дуҫтарының ҡеүәтләүенән тағы ла дәртләнеберәк эшкә егелә, береһенән-береһе уңышлыраҡ сценарийҙар, йырҙар яҙа, мәҡәләләр әҙерләй.

Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, билдәле журналист, шағир, ижадсы Мотал Рәмовтың киләсәктә лә ҡәләменең үткер, ижад юлының уңышлы булыуын теләп ҡалабыҙ.

Вәкил Барый улы Йосопов, «Сулпан» театрының баш режиссеры, Башҡортостандың халыҡ артисы:

 

—Филармония—ижад үҙәге. Беҙ профессиональ яҡтан сығыш яһайбыҙ икән, тел байлығына ҙур иғтибар итергә бурыслыбыҙ. Коллективҡа Мотал Рәмов килеү менән телгә, тел байлығын, уның нескәлектәрен күрһәтеүгә иғтибар артты. Башҡорт һүҙенең тәмен, һутын белмәйенсә юғары кимәлдә ижад итеп булмай. Шулай итеп, Мотал Зәкирйән улының эшмәкәрлеге менән әҙәби бүлектең эше йәнләнде. Ул бөтә нәмәне лә тиҙ эшләй, киң фекер йөрөтә. Мотал—ысын ижад кешеһе. Уның баҫалҡы, мәҙәниәтле, динле булыуы, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡора, һөйләй һәм көйләй белеүе ҡыуандыра. Уның беҙгә килеп эләгеүе—ҙур отош. Режиссерға ижади яҡтан яҡын, уны бер һүҙҙән аңлаған кешене табыуы бик ҡыйын. Был тәңгәлдә беҙ Мотал Рәмовтан уңдыҡ. Киләсәктә лә бергәләп ижад итергә яҙһын. Уға уңыштар, юғары бейеклектәр теләйем.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap