Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
АҠҠОШ КҮЛЕ
Untitled document

Йыл һайын яңы йыл алдынан беҙ үҙебеҙҙең туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға төрлө бүләктәр әҙерләйбеҙ. Быйыл ҡотлаясаҡ яҡындарым исемлегенә Йылайыр районының Вәскер ауылы старостаһы Дәүләткилде Ҡотлогилде улы Рәмовтың ишек алдында йәшәүсе аҡҡошто ла өҫтәнем. Байрам уңайынан уға яратҡан ризығын—бер нисә ҡап һоло ебәрҙем. Үҙен зирәк ҡош итеп күрһәтеүгә өлгәшкән етем аҡҡоштоң бында йәшәүенә икенсе йыл китте. Ҡайҙан килеп эләккән һуң бында тиерһегеҙ, мин үҙем белгәндәрҙе түкмәй-сәсмәй һеҙгә еткерәм.

Вәскер ауылы 1835 йылда барлыҡҡа килгән. Бында төпләнгән кешеләрҙе тәбиғәттең матурлығы, киң көтөүлектәр, Быҙаулыҡ йылғаһы, уның янында үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән быуа һәм ундағы ҡош-ҡорттоң күплеге йәлеп иткәндер тип уйлайым. Яҙ һайын аҡҡоштар йылы яҡтарҙан тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта, оя ҡора, бәпкә сығара, уларының ҡанаттары нығынғас осорға өйрәнә. Көҙгөһөн иһә ниндәйҙер һағыш менән кире йылы яҡҡа юлланалар. Шуныһы ҡыҙыҡ: аҡҡоштар балаларын осорға бик үҙенсәлекле өйрәтә. Аталыҡ яйлап ҡына бәпкәнең артынан бара һәм ҡапыл ҡанаттарын ҡағып уға һуғып ебәрә. Быны көтмәгән ҡошсоҡ ҡурҡышынан осоп китә. Яйлап ҡанаттары ла нығына.

2013 йылда булған хәл аҡҡоштарҙың да, ауыл халҡының да тыныс тормошона тынғыһыҙлыҡ килтерә. Август аҙағында ата ҡошто кемдер атып китә. Был хәл өс йыл дауамында ҡабатлана. Етмәһә гел генә бәпкәләрҙе осорға өйрәтеү мәленә тап килә. Бер аҙ ваҡыттан инәлек тә юҡҡа сыға. Бәлки, йырҙа йырланғанса яңғыҙлыҡҡа сыҙамай һәләк булғандыр. Ҡанаттары нығынмаған, өйрәтелмәгән аҡҡош бәпкәләре ҡамыштар араһына инеп йәшеренә. Ҡайһы берәүҙәрен төлкө, башҡа йәнлек тамаҡлап та ҡуя.

2015 йылдың көҙөндә быуа боҙ менән ҡаплана башлағас, тере ҡалған ике бәпкә юғалып ҡалмай, ауылға юллана. Бәләкәс кенә булһалар ҙа кешеләрҙән ярҙам, ҡурсыу һорап килгәндәрҙер инде. Хәлде аңлатып биреүе лә ҡыйын. Был эволюциямы? Әллә ҡоштарҙың аң кимәленең күрһәткесеме? Йәшәүгә булған оло теләктәреме? Аҡҡош бәпкәһенең береһе Рәмовтарҙың ҡапҡаһын барып «шаҡый», икенсеһе Борис Гусевтың өйөнә табан бара. Иртәгеһенә был хәл бөтөн ауылға тарала. Рәмовтар һәм Гусевтар аҡҡоштарҙы айырмаҫҡа килешә. Бәпкәләр Гусевтарҙа ҡышлай. Яҙ етеү менән уларҙы быуаға оҙатып ҡуялар.

Йыл һайын, генетик хәтер ҡушыуы буйынсалыр инде, был быуаға бер нисә пар аҡҡоштар ҡайта. Оя ҡороу ваҡыты етеү менән биләмә өсөн һуғыш башлана. Бер нисә алыштан һуң, иң көслө пар ғына быуала тороп ҡала. Ҡалғандары эргә-тирәләге йылға-күлдәргә китә.

Алда бәйән иткән аҡҡоштарға әйләнеп ҡайтҡанда, уларҙың береһе ошонда ҡанат нығытҡан ҡоштарға ҡушылып йылы яҡтарға юллана, ә икенсеһе кире ауылға ҡайта. Сөнки уны ишек алдында дуҫтары—тауыҡтар, әтәс, ике эт һәм йорт хужалары көтөп тора. Аҡҡош халыҡҡа тиҙ өйрәнә. Ауыл буйлап рәхәтләнеп йөрөй. Асыҡ ҡапҡа аша инеп ишек алдында ниндәй хәлдәр барғанын «белешеп» сыға. Кискеһен кире үҙ йортона ҡайта. Шулай итеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә аҡҡош бөтәһенең дә яратҡан ҡошона әүерелә.

Үткән йыл аҡҡоштар өсөн уңышлы булған. Улар өс бәпкәһен ҙурайтып, осорға өйрәтеп, ҡанат нығытып йылы яҡтарға юлланған. Ә берәүһе ауылда ҡышлауға ҡалған. Ул ауыл старостаһының йортонда—Рәмовтарҙа йәшәй башлаған. Өй хужабикәһе Әминә Fиниәт ҡыҙы матур итеп аҡҡошто тәрбиәләй, төрлө тәмлекәстәр менән һыйлай, хатта уның менән һөйләшә.

Был аҡҡоштар тураһында һүҙҙе бушҡа ғына ҡуҙғатманым мин... Үҙем Сибай ҡалаһындағы колледждарҙың береһендә эшләйем. Иртә яҙҙан беҙ эргә-тирәләге райондарға профориентация эше менән сығабыҙ. Күпселек мәктәптәр бер генә сменала эшләгәнлектән бөтәһенә лә барып булмай. 2013 йылда беҙҙе Йылайыр районына командировкаға ебәрҙеләр. Алдан билдәләнгән мәктәптәрҙә осрашыуҙар үткәргәндән һуң, бер аҙ ваҡыт булыуын иҫәпкә алып, ошо районға ҡараған, шул уҡ ваҡытта юл эсендә генә ятҡан Вәскер ауылына инеп, үҙебеҙең уҡыу йорто менән таныштырып сығырға булдыҡ. Үкенескә күрә, мәктәптә балалар булманы, улар районға медицина тикшеренеүенә киткән ине. Директор бушағанын көтөп торғанда тирә-яҡты байҡаным. Күҙем көҙгө кеүек ялтырап ятҡан быуаға төштө. Күп тә үтмәй ҡуйы ҡамышлыҡтан ап-аҡ ҡына ҡоштар йөҙөп килеп сыҡты. Аҡҡоштар! Телефонымды сығарып иҫтәлеккә фотоға төшөрҙөм. Ошо мәл ауыл халҡына көнләшеп тә ҡуйҙым. Улар көн дә был тәбиғәт мөғжизәһе менән һоҡлана ала. Минең өсөн аҡҡоштар—иң матур ҡоштарҙың береһе. Юҡҡа ғына улар тураһында шиғырҙар, йырҙар, хикәйәләр, рәсемдәр яҙылмаған бит. Аҡҡоштарға кемдеңдер мылтыҡ тоҫҡарға йөрьәт итеүен башыма ла һыйҙыра алмайым.

2016 йылдың яҙы етеп килгән мәл. Тәнәфес ваҡытында телефоныма төшөрөлгән фотоларҙы ҡарап ултырам. Шунда аҡҡоштар ҙа бар ине. Ҡыңғырау шылтырау менән төркөм дәрескә йыйылды. Бында Вәскер ауылынан бер ҡыҙ уҡый ине. Мин ҡы-ҙыҡһынып аҡҡоштарҙың тормошо хаҡында һораштым. Тап ул миңә уларҙың ҡыҙғаныс тормошо—аталыҡтың бынан өс йыл элек үлтерелеүен бәйән итте. Был хәл мине ныҡ тетрәндерҙе. Бындай мәхшәргә иғтибар итмәйенсә булдыра алманым. Вәскер ауылынан уҡыған студенттарҙан ата-әсәләренең номерҙарын алып, шылтыратып белешә башланым. Берәй нисек был эш менән булышҡандарға ҡаршы сығып булмаймы ни? Мәҫәлән, төндә сиратлап ҡарауылларға мөмкин. Урындағы полиция уполномоченныйҙарының эше хаҡында һораштым. Полиция тарафынан төрлө тикшереү эштәре алып барылған, ләкин осона сыға алмағандар. Был хәл мине битараф ҡалдырманы, ауыл халҡына әленән-әле шылтыратып һорашып торҙом.

Ял көндәренең береһендә ейәнсәрем менән бергә Вәскер ауылына юл тоттоҡ. Алдан һөйләшеп ҡуйылғанса колледж студенты Миңлегөл Аллабирҙина беҙҙе көтөп тора ине. Килеп төшкәс тә быуа янына юлландыҡ. Юл ыңғайы Гусевтар ғаиләһе менән таныштыҡ, көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы улар бик ихлас ҡаршыланы. Ихатала йорт ҡоштары менән аҡҡош та йөрөй. Өй хужаһы уны ҡулына алып фотоға төштө, бахырҡай өйрәнеп бөткән: тыныс ҡына көтөп торҙо, бер аҙ үҙенең ҡырағайлығын да күрһәтеп алды. Борис Гусев минең бөтә һорауҙарыма яуап   бирҙе. Рәхмәтебеҙҙе әйтеп юлыбыҙҙы дауам иттек. Бында килгәс, әҙерәк кәйеф ҡырылды. Һыуҙың өҫтөн үлән ҡаплаған, һайығайған, ҡап уртаһында ниндәйҙер ҡыуаҡ үҫеп ултыра. Аҡҡоштар быуаның икенсе ярында, ҡамыштар араһында ине. Алыҫ аранан илаһи ҡоштарҙы күрәм тип дәртләнеп килгән ейәнсәрем уны яҡындан ҡарай һәм фотоға төшөрә алмауына көйөнә лә башлағайны. Шул саҡ мөғжизә булды! Беҙҙең уйҙы белгәндәй, баштарын ғорур күтәреп тәүҙә өлкәндәре, артынан балалары килеп сыҡты. Һалмаҡ ҡына йөҙөп бер нисә метр үттеләр, шунан ҡапыл боролдолар ҙа, был юлы киреһенсә бәпкәләрен алға ҡуйып, бурысты үтәнек тигәндәй кире ҡамыш араһына инеп киттеләр. Хис-тойғоларыбыҙ урғылып аҡты. Гүйә, беҙҙең өсөн генә йөҙөп сыҡҡан аҡҡоштарға рәхмәтле инек.

Ярҙа йәнә шуға иғтибар иттем: һыу өҫтө ҡоштар араһында күренмәгән һыҙыҡтар менән генә бүленгән кеүек. Быуаның бер яртыһында аҡҡоштар      булһа, икенсе яғын ҡыр өйрәктәре, ҡыр ҡаҙҙары һәм йорт ҡоштары үҙ иткән. Әйтерһең дә, өс «дәүләт» урынлашҡан. Кеше тормошондағы кеүек бында ла сикте боҙғандарҙы язалайҙар. Мәҫәлән, өйрәк-ҡаҙ аҡҡоштар яғына барып инһә аталыҡ уны баҫтыра, хатта батыра. Бәлки, шуның өсөн дә яман уйлылар уларҙың ғүмерен ҡыйғандыр. Әммә үлтереүсе шуны иҫәпкә алмаған: аҡҡоштарҙың генетик аңы бик яҡшы үҫешкән, улар бер төйәк иткән урынына ҡабат-ҡабат килә. Аталыҡты атып ҡына уларҙан ҡотолоп булмай.

Күҙәтеп торабыҙ… Бына йорт ҡаҙҙары килде. Улар, ҙур ап-аҡ ҡына сәскә таждарын хәтерләтеп, үҙҙәренә тәғәйен урында йөҙә башланы. Әммә сит биләмәгә инмәнеләр. Бына бит, аҡыллы ғыналар! Кешеләр ҙә уларҙан ҡанунды үтәргә өйрәнһә ине...

Аҡҡоштарға һоҡланып туйырлыҡ түгел! Уларҙы фотоға төшөрөп алғас Миңлегөл беҙҙе Әминә Fиниәт ҡыҙына алып барҙы. Уңған ҡатын һәр көнөн быуалағы ҡош-ҡорттарҙы байҡап сығыуҙан башлай икән. Ҡайһы ваҡытта бында ул селәнде лә осрата. Әминә ханым быуа янында барыһы ла яҡшы булыуына инанғас ҡына, тыныс күңел менән ҡайтып йорт эштәренә тотона. Беҙ аралашҡан ваҡытта ул ышаныслы тауыш менән: «Быйыл аҡҡоштарға теймәйәсәктәр»,—тине.

Автобус килеү ваҡыты яҡынлашҡас ауыл, быуа, аҡҡоштар менән таныштырған Миңлегөлгә, беҙҙе үҙ кешеләре кеүек ҡаршылаған туғандарына рәхмәтебеҙҙе белдереп, юлға сыҡтыҡ. Быуа эргәһендә ҡаҙҙар янында торған һомғол буйлы аҡҡош башын бер яҡҡа ҡырын һалып, тәрән уйҙарға батҡандай, беҙҙе оҙатып ҡалды. Күҙҙәргә йәштәр эркелде…

Миңә әле булһа ла аҡҡоштар яҙмышы тынғылыҡ бирмәй. Улар булған йылға-күл, быуаларҙы һаҡлау зарур. Һыу ятҡылыҡтарын юҡҡа сығара күрмәйек! Уларҙы даими таҙалап торорға кәрәк. Моғайын, минең менән килешеүселәр, тәбиғәткә, ундағы тереклеккә битараф булмаусылар күптер. Әйҙәгеҙ, берләшәйек, үҙенсәлекле экосистеманы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәйек.

Р.Ф.Зыякаева,

Сибай күп тармаҡлы

 

колледж уҡытыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap