Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ОСРАШЫУҘАР ДАУАМ ИТӘ
Untitled document

Сибай ҡала хакимиәте янында булдырылған 4 мәғлүмәт төркөмө ҡаланың ойошма, предприятие, учреждениелар коллективтары менән осрашыуҙар уҙғарыуҙарын дауам итә.

Хакимиәт башлығының урынбаҫарҙары И.Ф.Сафин, Г.Ә.Ишемғолова, Н.F.Хәлиуллин, ҡала Советы секретары Э.Р.Мансурова етәкләгән төркөмдәр «Сибайгаз», автотранспорт предприятиеларында, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалында, һалым инспекцияһында, «Ремстройцентр» йәмғиәтендә, үҙәк дауахана, мәктәп, балалар баҡсалары, уҡыу йорттары коллективтарында, эске эштәр органдарында, Алтын, Арҡайым, Байыҡтырыусылар, Таулы, Көньяҡ, Төйәләҫ ҡасабаларында булды.

Осрашыуҙарҙа власть вәкилдәре Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Рәсәй Дәүләт Йыйылышына, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәләре хаҡында бәйән итте, 2016 йылға ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Былтырғы йылдың 11 айында ҡалабыҙҙың төрлө предприятиелары һәм ойошмаларының етештереү күләме 10 миллиард 918,3 миллион һум тәшкил итте. Сәнәғәт производствоһы индексы 108, 2 процент. 23866 квадрат метр сафҡа индерелгән.

Тауар әйләнеше лә 1,3 процентҡа артҡан. 2016 йылда авария хәлендә булған йорттарҙа йәшәүсе 1710 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Программа тормошҡа ашырылғандан алып урында 87 иҫке йорт урынына 58 яңы өй һалынған. Киләсәктә тағы 7 яңы йорт ҡалҡып сығасаҡ. Юлдарҙы ремонтлауға ҙур иғтибар бирелде. Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә ыңғай үҙгәрештәр бик күп.

Наил Fилмихан улы Хәлиуллин етәкләгән төркөмдөң элеватор эшселәре менән булған осрашыуы йәнле үтте. Ҡаланың баш архитекторы М.М.Рәхимов ҡаланың үҫеш перспективаһы менән таныштырҙы. Киләсәктә Көнсығыш-2 биҫтәһе булдырылып, шәхси йорттар һалыуға ер участкалары бирелә башлаясаҡ. Ер  участкаларын алыуға сиратта торған 1500-ҙән ашыу льготалы категориялы граждандарға иһә Баймаҡ районының Хәсән ауылы яғынан ер биләмәләре бүленәсәк.

ЗАГС бүлеге начальнигы А.Ә. Бохарбаева әйтеүенсә, көрсөк арҡаһында демографик күрһәткестәр ҙә насарайған. Никахтар ҙа, айырылыуҙар ҙа, балалар тыуыуы ла ҡырҡа кәмегән. Былтыр ҡалала тыуған сабыйҙар һаны 1 меңгә етмәгән. Айгөл Әҡсән ҡыҙы документтарҙы һәр ваҡыт тәртиптә тоторға, хаталар булһа, пенсия йәшенә етеүҙе көтмәйенсә, үҙгәрештәр индерергә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Быйылдан өйләнергә теләүселәр ЗАГС-ҡа электрон рәүештә ғариза тапшыра ала.

Һалым өлкәһендә лә яңылыҡтар бар. Айырыуса транспорт сараһына ҡағылышлы яңылыҡтар күп. Декларация ҡабул итеү кампанияһы ла башланған.

Сибай үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Г.И.Сафина урында Магнит-резонанс томографияһы (МРТ) эшләй башлаясаҡ тип белдерҙе. Шулай уҡ өлкән йәштәгеләрҙе дауалау өсөн гериатрия бүлеге үҙ ишектәрен асасаҡ. Халыҡты диспансеризация уҙғарыу дауам итә. Табип-терапевт, травматолог, онкологтар етешмәүе бәкәлгә һуға.

Мәғлүмәт төркөмөнә ингән етәкселәргә автобус туҡталышына, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә туҡланыу, торлаҡ-коммуналь түләүҙәр мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Осрашыуҙарҙа бөтә үтенестәр ҙә иҫәпкә алынды һәм һәр һорауға аныҡ яуаптар бирелде.

 

Г.Иҙрисова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap