Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
31.01.2017
«ЭШЛЕКЛЕ СӘФӘР ДӘРТ ӨҪТӘНЕ»
Untitled document

21-22 ғинуарҙа Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының XVI съезы уҙҙы. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы составында съезға Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры И.Р.Ноғоманов та барҙы. Мәртәбәле саранан ҡайтҡан яҡташыбыҙҙан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтендек.

—Иштуған Рәйес улы, съезд барышы тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙ ине...

—«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкләгән республика делегацияһы ҡала һәм райондарҙан төрлө һөнәр эйәләрен—педагогтарҙы, табиптарҙы, эшҡыуарҙарҙы, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе берләштерҙе. Беренсе көндә барыбыҙ ҙа съезда булдырылған «Дәүләт именлеге», «Үҫеш һәм именлек иҡтисады», «Социаль сәйәсәт», «Аҡыллы көс һәм мәҙәни лидерлыҡ», «Сәләмәт киләсәк», «Үҙ йортоңда хужа бул», «Аграр дәүләт» майҙансыҡтарында әүҙем эшләп, үҙебеҙ өсөн ҙур асыштар яһаныҡ, кәрәкле мәғлүмәт тупланыҡ. Фекер алышыуҙарҙа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте министрҙары, властың  башҡарма һәм закондар сығарыу органдары вәкилдәре, эксперттар, журналистар ҡатнашты. Майҙансыҡтарҙа башлыса власть һәм халыҡ контроле эшмәкәрлектәре сифаты, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, бюджет аҡсаһын эффектлы ҡулланыу, фәнде, мәғарифты, мәҙәниәтте үҫтереү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, торлаҡ, кадрҙар әҙерләү, аграр тармаҡты үҫтереү кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Икенсе көндө партия рәйесе Д.А.Медведев доклад менән сығыш яһаны. Партия Уставына ярашлы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең XVI съезы делегаттары яңы биш йыллыҡҡа партия рәйесе итеп бер тауыштан Дмитрий Медведевты яңынан һайланы. Борис Грызлов «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары Советы рәйесе итеп тәғәйенләнде. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Юғары Советы составына һайланды. Башҡортостандан тағы ла ике вәкил—партияның төбәк бүлексәһе секретары, республиканың Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев партияның Генераль Советы составына индерелде. Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин партияның үҙәк контроль комиссияһында эшләйәсәк.

—Белеүебеҙсә, съезда Башҡортостан тәжрибәһе ауыл клубтарын яңыртыу йәһәтенән өлгөлө тип танылған, республика проектын башҡа төбәктәргә үҙләштерергә тәҡдим ителгән.

—Эйе, Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединский ошо хаҡта белдерҙе.

«Урындағы мәҙәниәт йорто» партия проекты ауыл һәм бәләкәй ҡалалар халҡы өсөн бик мөһим булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Программа ярҙамында ауыл мәҙәниәт йорттары ысын ярҙам ала. «Аҡыллы көс һәм мәҙәни лидерлыҡ» майҙансығында Рәсәй мәҙәниәт министры күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорттары асыу буйынса Башҡортостан беренселектә, тип әйтеүе ҡыуандырҙы.

Миңә, педагог кешегә, Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры еткергән яңылыҡтар ҡыҙыҡлы булды. Мәғариф тармағының автотранспорт парктары үҙебеҙҙә етештерелгән ПАЗ, УАЗ автомобилдәре менән тулыландырыласаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханы камиллаштырыласаҡ.

Шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты яҡташыбыҙ З.З.Байғусҡаров менән осрашыу ҡыҙыҡлы булды.

—Съезға делегат итеп һайланыр өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?

—2016 йылдың сентябрендә үткән Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында урынлашҡан һайлау участкаһында тауыш биреүселәр ҙур әүҙемлек күрһәтте. Уның һөҙөмтәләре буйынса съезға делегат итеп һайландым. Бындай ҙур ышаныс белдергәндәре өсөн ҡала хакимиәте етәкселегенә, ҡала Советы секретарына, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенә ҙур рәхмәт белдерәм. Баш ҡалаға булған эшлекле сәфәр күңелдә юйылмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе алға ҡуйған «Берҙәм Рәсәй» партияһының ҡеүәтен, көсөн үҙ күҙҙәрем менән күреп ҡайтыуым артабанғы эшмәкәрлегемә ҙур дәрт өҫтәне.

 

Гөлдәр Ҡадаева яҙып алды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap