Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
31.01.2017
«ЯРАТҠАН ЭШ—ҮҘЕ БӘХЕТ»
Untitled document

Линара ҠЫРЫМҒУЖИНА

Балалар баҡсаһына килеп ингәндә бәләкәстәр тәрбиәселәрен уратып алған ине. Апайҙары уларға ҡыҙыҡлы дәрес алып бара. Кескәйҙәр, аптыраулы ҡараштарын төбәп, тын да алмай тыңлай.

—Был беҙҙең Гөлсара Салауат ҡыҙы,—тип таныштырҙы тәрбиәсе менән «Аленушка» балалар баҡсаһы мөдире Сажиҙә Рәйес ҡыҙы Хоҙайбирҙина.

Гөлсара Мөхәмәтйәнова сығышы менән Әбйәлил районының Таштимер ауылынан. Балаларҙы яратҡан ҡыҙ мәктәпте тамамлағас та Сибай педагогия институтының «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү» факультетына уҡырға килә. Йылдар үтеү менән ул һөнәр һайлағанда яңылышмауына нығыраҡ инана бара. Гөлсара Салауат ҡыҙы үҙ эшен яратып башҡара. Тәрбиәсе бәләкәстәр менән генә түгел, уларҙың ата-әсәләре менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған. Сөнки балаларҙы тәрбиәләү эше ҙур ҙа, ауыр ҙа, яуаплы ла. Уны бергәләп атҡарғанда ғына уңыштарын күрергә мөмкин. Ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар, кәрәк саҡта кәңәштәр биреп кенә ҡалмай, улар менән берлектә төрлө саралар ҙа үткәрә.

Бәләкәстәр менән эшләүгә бар күңелен һалған Гөлсара Салауат ҡыҙы улар өсөн шиғырҙар, төрлө әкиәттәр ҙә ижад итә.

Балалар баҡсаһы мөдире С.Р.Хоҙайбирҙина әйтеүенсә, «Аленушка»ла ун йылға яҡын эшләүсе Гөлсара Салауат ҡыҙы үҙ хеҙмәтенә ижади ҡарай. Балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө олимпиада, викторина, конкурстарҙа уның тәрбиәләнеүселәре йыш ҡына призлы урындар яулай. Мәҫәлән, 2016 йылда үткәрелгән ярыштарҙа 20 бала бүләкләнгән.

—Яратҡан эшеңдең, татыу коллективтың булыуы—үҙе оло бәхеттең береһелер ул. Был йәһәттән мин уңдым. Инициативалы тәрбиәселәр менән берлектә төрлө сараларҙы милли традицияларға нигеҙләнеп үткәрергә тырышабыҙ. Балаларҙы яратам. Төрлө алымдар ҡулланып уларҙың иғтибарын йәлеп итәм. Дәрестәрҙе слайд, фотолар, тематик һүрәттәр менән биҙәп, ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышам,—ти Гөлсара Салауат ҡыҙы.

 

Коллективында маҡтаулы тәрбиәсе өйөндә уңған хужабикә, яратҡан әсәй, һөйөклө ҡатын. Тормош иптәше Рәмил менән ике ул үҫтерәләр. Өлкәне Рөстәм электрик һөнәрен үҙләштерә, бәләкәстәре Арсенға әле ни бары 3 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Буш ваҡытын Гөлсара Салауат ҡыҙы тулыһынса ғаиләһенә     бағышлай.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap