Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
АҠЫЛ ӨЙРӘТМӘ, ӨЛГӨ БУЛ!
Untitled document

Эшем, һөнәрем аяныслы яҙмышлылар менән осраштырып ҡына ҡалманы, күп кенә фажиғәләрҙең шаһиты итте... Шуларҙың береһенә туҡталып киткем килә.

Төн уртаһында полиция хеҙмәткәрҙәре менән бер ауылға юлландыҡ. Ҡурҡыныс ҡына өйгә барып индек. Иң беренсе карауатта баҫып торған 2-3 йәшлек бәләкәс кенә ҡыҙ күҙгә ташланды. Ятһырамай ҙа, ҡурҡмай ҙа, ике күҙе мөлдөрәп беҙгә ҡарай. Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙ эштәрен башланы, мин балаҡай янына килдем. Өҫтөндә бысраҡ ҡына еңһеҙ бер эске күлдәк, уныһына ла тамсы-тамсы булып ҡан сәсрәгән. Аҫтына бөтөнләй бер нәмә лә кейелмәгән... Яҡынайыуым булды, бәләкәс «Мәм-мәм, мәм-мәм»,—тип ҡулын һуҙҙы миңә. Иий, батыр ғына ҡыҙыҡай! Ошо мәл йөрәгемдең һыҙлауын, әрнеүен белһәгеҙ икән?! Иҫерек атай ҡанға батып иҙәндә ята, сәсе-башы туҙған һуҡмыш әсә шарылдап илай, ни килеп сыҡҡанын аңлатырға маташа... Ә бер гонаһһыҙ сабый ошо мәхшәр араһында көлә-йылмая, беҙгә хәбәр ҡуша.

Баланы ҡулыма алдым. Кеҫәмдән печенье сығарғанды күреп, ике ҡулы менән сәпәкәйләп алды бәләкәс. Һүҙ ҡуша-ҡуша өҫтөн алмаштырҙым. Таҙа кейемдәрен табыуы мөмкин дә түгел ине, шуға күрә ҡулға нимә эләгә—шуны ғына кейҙерҙем. Исеме—Гөлнәзирә. Уға 2 йәш тә 4 ай. Тәтелдәп миңә хәбәрен һөйләй, сәсемде һыйпай, алҡаларымды тотоп ҡарай, килештереп иренен супылдатып: «Матул, их, матул»—ти бит әле. Теремек, бигерәк тә көләкәс бала. Йәлләүҙән күңелем тулып, күҙҙәремә йәш тығылһа ла, бар көсөмдө йыйып, Гөлнәзирәгә матур итеп йылмаям, көр итеп кенә хәбәр сурытам. Ипләп кенә әсәнән баланың документтарын һорайым. Үҙенең кеше үлтереүен яңы аңлай башлаған ҡатын, йән әсеүе менән ҡысҡырып, беҙгә ташланды: «Бир баламды, бир! Бер кемгә лә бирмәйем бынымды, ишетәһегеҙме, бер ҡасан да бирмәйем! Тегеләрен тартып алғанығыҙ ҙа еткән һеҙгә! Бирегеҙ, зинһар, бирегееееҙ. Уф, балам, Гөлнәзирә, кил әсәйеңә, Гөлнәзирә!»,—тип асырғанып илай башланы. Әллә инде айырылыуҙарын һиҙепмелер, әллә ҡаза булғанын аңлапмы бәләкәс ике ҡулҡайҙарын әсәһенә һуҙып иларға кереште. Минең дә йөрәк таштан түгел! Егеттәргә документтарын алып сығырға әйттем дә, Гөлнәзирә менән тышҡа атылдыҡ. Йылы машинаға инеп ултырып, әүрәтеп, кеҫәмдән тағы ла бер тәмлекәс биргәс кенә тынысланғандай булды. Документтар ҡулға эләгеү менән, беҙ район дауаханаһына юлландыҡ. Алыҫ юлда машинала бәүелә торғас, Гөлнәзирә ҡулымда килеш йоҡлап китте. Ҡыҙсыҡ йоҡо аралаш тертләп-тертләп ҡуя ине. «Ээээй, балаҡай... Бәләкәс кенә булыуыңа ҡарамаҫтан, тормош һынауҙарың башланды ла... Ниҙәр генә күреп өлгөрҙө икән ошо ике йыл эсендә һинең һороҡай күҙҙәрең, батыр ҡыҙыҡай? Бәләкәс кенәһең, бөгөнгө мәхшәр онотолор, аңыңдан юйылыр, алла бирһә»,—тигән борсоулы уйҙар өйөрөлдө мейемдә. Дауаханала ҡалдырғанда ла уянманы ул. Уны ипләп кенә кушеткаға һалғанда, ҡулынан берҙе лә тешләнмәгән печеньеһы төшөп, коридор яңғыратып тәгәрәп китте...

Ошо ҡурҡыныс хәлде күңелдән бер нисек тә йолҡоп алып ташлап булмай. Ул төндө мин йоҡлай ҙа алманым. Әлбиттә, Гөлнәзирә урам буйында ҡалманы: әсәһен төрмәгә ултыртҡас та, беҙ уға ипле, әҙәпле, тәртипле, уны ихлас яратҡан атай менән әсәй таптыҡ. Тик был күңелде йыуатмай. Сөнки ошо ҡыҙыҡай ише әллә күпме бәләкәстәребеҙ эскән ата-әсә ҡулында «тәрбиәләнә». Уларҙы ниндәй яҙмыш көтә? Fөмүмән, халыҡтың киләсәге ниндәй? Нилектән кешелек эскелек һаҙлығына бата? Кем ғәйепле? Ни өсөн, мәҫәлән, Гөлнәзирәнең әсәһе эскесегә әүерелеп, тәүҙә 3 балаһына ҡарата әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәйне, ә артабан инде бәләкәсен дә юғалтты? Улай ғына ла түгел, ул бит ошо алама ғә-ҙәте арҡаһында оло ҡазаға юлыҡты. Аллам һаҡлаһын! Мин бөгөн эскелеккә булған ҡыҙыҡһыныуҙың орлоғо ҡайһы мәлдә һалынғанын, белгес булараҡ, аңлатып үткем килә.

Беҙ, психологтар һәм наркологтар, беләбеҙ: кеше иҫерткес эсемлектәрҙе ни тиклем иртә тәмләп ҡарай—шул тиклем тиҙерәк эскегә һабыша. Сөнки организм үҫешеп тә етмәҫтән ағыулана. Ә араҡы—ағыу. Быны инҡар итерһегеҙме? Әлбиттә, бала саҡта тәмләп ҡарап, башҡа бер ҡасан да ауыҙына алмаған кешеләр бар. Ундайҙар бик һирәк. Ә бына ҡалғандарының (90%-ы) киләсәген мин йылдарға бүлеп әйтә алам. Тәүге 3-4 йыл кеше «культурно», йәғни ҡунаҡтарҙа, байрамдарҙа эсә. Артабанғы 2 йылда эсеүгә сәбәп тә кәрәкмәй. Организм ысын мәғәнәһендә ағыулана һәм көн һайын үҙенең дозаһын таптыра башлай. Ошонан кешенең бөтә проблемалары башлана: ғаиләлә, эшендә, һаулығында. Ни бары 5 йыл арауығында кеше шәхес булараҡ үҙен юғалта. Был—статистика.

Бәләнең башы үҙебеҙҙә. Бала эскелекте иң беренсе ғаиләлә күрә. Ололар бәләкәстәр алдында эсә, рюмкаларын сәкәштерә, көлә, йырлай, күңел аса. Быларҙың барыһы ла баланың күңеленә үтеп инә, спиртлы эсемлек үтә лә һәйбәт тигән тәьҫорат ҡалдыра. Ул ҙурайғас ата-әсәһе һымаҡ һыраны, араҡыны һәм башҡаһын татып ҡарарға теләй. Ә бер тәмләгәндән һуң башҡаса бер ҡасан да эсмәгән кешеләр бармы? Барҙыр, инҡар итмәйем. Шул уҡ ваҡытта бер рюмканан һуң яйлап-яйлап эскесегә әүерелгәндәр ҙә бар бит! Алкоголизм быуындан-быуынға күскәнлеген онотмағыҙ! Йыш ҡына ололарҙан: «Иииий, бынан нимә көтмәк кәрәк, ата-әсәһе түгел, биш быуыны эсте, был да шулай инде»,—тигәнде ишетергә тура килә. Эйе, быуын һайын кеше организмының спиртлы эсемлеккә ҡарата тотороҡлоғо кәмей—быны иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Хроник алкоголизм—ул оҙайлы, прогрессив ауырыу, кешене үлемгә тиклем алып барып еткерә. Эскелек—ул үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарыу процесы. Балаларығыҙ эсмәһен,  итәғәтле, иманлы булһын тиһәгеҙ, үҙегеҙ эскелектән йыраҡ тороғоҙ. Уларға аҡыл өйрәтеүҙән бигерәк, өлгө булығыҙ. Ҡыҙ-улдарығыҙ һеҙҙең кәңәште тотмауы бик ихтимал, ә бына ҡылығығыҙҙы, юлығыҙҙы ҡабатлаясаҡ, шуға күрә тәрбиәне үҙегеҙҙән башлағыҙ!

Әлмира Исхакова,

 

психолог.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap