Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
03.02.2017
ЙӘШ МОДЕЛЬЕРҘАР МӘКТӘБЕ
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Сибай ҡалаһының Төҙөлөш һәм сервис колледжы һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Тынғыһыҙ, энергияһы ташып торған етәксе Fайса Әхмәҙулла улының тырышлығы менән уҡыу йортоноң эшмәкәрлегенә бик күп яңылыҡтар индерелде. Заман талабына ярашлы, бында эшсе һөнәрҙәрен арттырыу һәм үҫтереү өсөн күп көс һалалар, йәштәргә сифатлы һөнәри белем биреү өҫтөндә маҡсатлы эш алып баралар.

2016 йылдың февралендә колледжда барлыҡҡа килгән Мода театры ла ошо яңырыуҙың бер емеше. Бында кейем бесеүсе һәм тегенсе һөнәрен үҙләштереүсе ҡыҙҙар үҙҙәрен модельер ролендә һынап ҡарай, береһенән-береһе матур коллекциялар булдыра. Йәш модельерҙарҙың уңыштары ла байтаҡ. 2016 йылда улар халҡыбыҙҙың милли кейемдәренә арналған «Ирәндек ынйылары» коллекцияһы менән Өфөлә В.Зайцевтың Мода йорто тарафынан уҙғарылған Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып «Этно» номинацияһының еңеүсеһе булалар. Силәбелә үткәрелгән «Көмөш еп» Бөтә Рәсәй фестивалендә һәм Магнитогорск ҡалаһында уҙған «Ташҡын» Халыҡ-ара бәйгеһендә лә сибайҙар 1-се урындарҙы яулай. Әле студенттар Өфөлә һәм Мәскәүҙә буласаҡ ярыштарға әҙерләнә башлаған.

Күптән түгел колледждың 22-се «Кейем бесеүсе» бүлеген тамамлаусы 4-се курс студенттары диплом эштәрен яҡланы. Йәш кейем бесеүселәр һәм тегенселәр уҡыу йорто директоры Fайса Әхмәҙулла улы Хәсәнов етәкселегендәге мәртәбәле комиссияны үҙҙәре ижад иткән коллекция менән таныштырҙы, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Fайса Әхмәҙулла улы студенттар тормошондағы был мөһим сараны асып, былай тине:

—Үҙебеҙҙең колледж нигеҙендә һөнәри белем биреү технологиялары үҙәге ойошторорға ниәтләйбеҙ. Ҡаланың башҡа уҡыу йорттарын, балалар художество мәктәптәрен хеҙмәттәшлек итергә саҡырабыҙ. «Сибай—кәсепселек үҙәге» лозунгыһы аҫтында халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен үҫтерергә кәрәк. Әле ҡаланың таш эшкәртеү өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙар менән һөйләшеү алып барабыҙ. Киләсәктә үҙебеҙҙең колледжда мозаика эшләүсегә, йәғни ваҡ таштарҙан һүрәт йыйыусыға уҡытырға иҫәп тотабыҙ. Беҙҙең маҡсат—художество фекерләүе булған оҫталарҙы үҫтереү. Белеүегеҙсә, борон һәр ауылда үҙ эшенең оҫталары, танылған кәсепселәр йәшәгән. Йәмәғәтселек һәр ваҡыт оҫталарҙың эшенә мохтаж. Шуға күрә, студенттарҙың һәләтен асыу, уны артабан үҫтереү—беҙҙең төп бурысыбыҙ. «Урал батыр» эпосы буйынса ижад ителгән кейемдәр коллекцияһы бик уникаль һанала. Киләсәктә сығарылыш студенттарының эштәре республика һәм Рәсәй киңлектәрен, ҙур подиумдарҙы яулаһын тигән теләктә ҡалабыҙ. 2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарыласаҡ. Был киң масштаблы сараға әҙерләнә башланыҡ та инде.

Йәш модельерҙар был көндө беҙҙе «Урал батыр» эпосы мотивы, геройҙары буйынса ижад ителгән кейемдәр коллекцияһы менән таныштырҙы. Оҫта ҡуллы кейем бесеүсе һәм тегенселәрҙең диплом эшен уҡытыусылар, эш биреүселәр ҡарап баһаланы. Моделдәр ролендә 1-2 курс егеттәре һәм ҡыҙҙары сығыш яһаны.

Иң беренсе булып үҙенең диплом эшен Әблүзина Зәлиә күрһәтте. Ул Ҡәһҡәһәгә костюм, салбар, жилет, юбка һәм баш кейеме теккән. Зәлиә был ҡатмарлы костюмды бесеү һәм тегеү технологияһы менән таныштырҙы. Эш барышында кейеҙҙе туҡыу һәм тире менән эшләү, материалға киткән сығымдар, костюмдың ни хаҡҡа төшөүе хаҡында ентекләп һөйләне.

Икенсе коллекция—Гөлөстан костюмы. Был эште жюри хөкөмөнә Юхно Татьяна сығарҙы. Йәшел төҫлө күлдәктән һәм жилеттан торған ҡатын-ҡыҙҙар костюмы барыһының ла оҡшаны. Күлдәктең итәге өс ҡатлы һәм ул төрлө төҫтәге сәскәләр менән биҙәлгән. Татьяна был костюмды тегеү өсөн атлас, йөн, флизелин туҡымалары ҡулланған. Ерҙән күккә тиклем артылған донъя күсәрен символлаштырған коллекция юғары баһа алды.

Мәхийәнова Зөбәржәт Урал батырҙың улы Иҙелгә теккән костюмды тәҡдим итте. Салбар һәм жилеттан торған коллекцияны әҙерләү әллә ни ауыр булмаған. Әммә жилетҡа машина ярҙамында декоратив сигеү һалғанда ҡатмарлыҡтар килеп сығыуын әйтте Зөбәржәт.

Жюри ағзалары Ишбирҙина Диана, Кудряшева Анастасияның Йәнбирҙе ҡарт һәм Зәрҡум өсөн теккән костюмдарын уңышлы тип билдәләне. Ҡыҙыл дипломға дәғүә итеүсе студент Никифорова Викторияның «Һомай» костюмы  ла юғары баһа алды. Гел 5-ле билдәһенә өлгәшеүсе Шәрипова Гөлнәфис «Урал батыр» эпосының төп геройы—Уралға костюм теккән ине. Ирҙәр күлдәге, салбар, камзул һәм бүректән торған коллекция бик ябай һәм матур килеп сыҡҡан.

 

Был көндө бөтәһе 11 студент диплом эшен яҡлап сыҡты. Уларҙың барыһы ла жюри тарафынан ыңғай баһаланды. «Бесеүсе» бүлеген тамамлаусы сығарылыш студенттары юғары категориялы уҡытыусы Зөлфиә Камил ҡыҙы Биктинаға, производство белем биреү мастеры Гөлфиә Ярат ҡыҙы Ниғмәтуллинаға, коллекцияларҙың рәссам-дизайнеры Дилә Хөснулла ҡыҙы Рәхмәтуллинаға, уҡыу эше буйынса директор урынбаҫары Ирина Петровна Плотниковаға ҙур рәхмәтле. Ә уҡытыусылар иһә бесеүсе һәм тегенсе һөнәрен үҙләштереүсе ҡыҙҙарға киләсәктә күңелдәренә оҡшаған эш, шөғөл табып йәшәүҙәрен теләне.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap