Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
03.02.2017
ҘУР ЙӨРӘКЛЕ ТАБИП
Untitled document

Сибай ҡалаһы поликлиникаһының хужалыҡ иҫәбе бүлегендә һәр ваҡыт кеше күп була. Бындағы белгестәр көн дауамында эшкә урынлашырға, дауаланырға теләүселәрҙе медицина тикшеренеүе үткәрә. Бүлектә башлыса төп мәшәҡәт табип-профпатолог Р.Р.Айытҡолов өлөшөнә төшә.

Рәмил Рәхмәт улы пациенттарҙың сәләмәтлеген ентекләп тикшерә, кәңәштәрен дә бирә. Табипҡа шәфҡәт туташтары Алһыу Япарова, Гүзәл Фазылова, Альбина Булатова, Зәкиә Санаева, Айгөл Сабитдинова ярҙам итә. Өлкән шәфҡәт туташы Гүзәл Боҫҡонова коллегаһы Р.Р.Айытҡолов тураһында тик яҡшы фекерҙә. Бүлек мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Тәлғәт Әхтәм улы Солтанов та уның эшенән ҡәнәғәт булыуын йәшермәй, Р.Р.Айытҡоловты намыҫлы, бик грамоталы, үҙ эшенә үтә яуаплы ҡараған белгес тип иҫәпләй.

Рәмил Рәхмәт улының атаһы агроном була. Шуға ла уға ғаиләһе менән төрлө хужалыҡтарҙа эшләргә, төрлө ауылда йәшәргә тура килә. Ишле ғаиләлә үҫкән Рәмил Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуа,1972 йылда Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатын тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Йәш табип Сибайҙа интернатура үтә. Терапевт булараҡ 22 йыл ғүмерен Урғаҙа дауаханаһына бағышлай. Уның апаһы Флүрә Йәғәфәр ҡыҙы ҡустыһын «ҙур йөрәкле бәләкәй кеше» тип йөрөтә. Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ та бар. Әллә күпме кеше ғүмерен ҡотҡарған белгес, ысынлап та, оло йөрәкле. Ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы исемен дә йөрөтә.

Рәмил Рәхмәт улы 2006 йылда Сибай ҡалаһы дауаханаһының хужалыҡ иҫәбе бүлегенә эшкә килә.

—Беҙҙең төбәктә йәшәгән кешеләрҙең сәләмәтлеге насар тип әйтеп булмай. Шулай ҙа төбәктең экологияһына бәйлеме икән, ҡатын-ҡыҙҙар араһында анемия менән йонсоусылар бик күп булыуы асыҡлана. Ир-егеттәр араһында остеохондроз, радикулит ныҡлы таралған,—ти Рәмил Рәхмәт улы.

Р.Р.Айытҡолов өлгөлө ғаилә башлығы ла. Өлкән улы Азамат һөнәре буйынса юрист. Һалым испекцияһында эшләй. Килендәре менән 1 ул, 1 ҡыҙ үҫтерәләр. Кесе улы Урал атаһының юлын һайлап әлеге көндә Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый.

 

Фәрит Әбүбәкиров.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap