Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
КИЛӘСӘГЕМ! АС ҺИН ИШЕГЕҢДЕ!.. МИН ҠАЙТТЫМ БИТ!..
Untitled document

Халҡыбыҙҙың яратҡан шағиры, талантлы һүҙ оҫтаһы Рәми Fарипов киләһе быуындарға етерлек бай ижад ҡалдырҙы. Уның шиғриәтенең ҡыйыулығын, тормошсан, тәрән йөкмәткеле булыуын, бөгөнгө проблемаларҙы ла киң яҡтыртыуын беҙ әле нығыраҡ аңлайбыҙ. Әҙиптең бай рухи донъяһы, тормошҡа киң ҡарашы, принципиаллеге һәм тура һүҙлелеге—ысын ижад мәктәбе. Шағирҙың күп әҫәрҙәре үҙе иҫән саҡта баҫылып сыҡманы. Йылдар үткәс кенә донъя күрҙе. 1988 йылда Р.Fариповҡа Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы, 1992 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.

Рәми Йәғәфәр улы Fарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем алғас, 1946 йылда Өфөгә килеп 9-сы башҡорт интернат-мәктәбендә уҡый. Рәми ижад ҡомары менән яна, көндәлеген шиғырҙар менән тултыра. Яҙыусылар менән осрашыуҙар уны тағы ла дәртләндерә. Ул аяҡтары менән ерҙә йөрөй, хыялы менән күктә оса. Эргәлә генә аэроклуб. Тиҙҙән Рәми курсант булыуға өлгәшә. Мәктәп, аэроклуб, дәрестәр... Ниһайәт, Ул самолет штурвалын тота, һауала оса. Тырыш, зирәк егеткә осоусылар училищеһына барырға тәҡдим итәләр. Ләкин йәш шағирҙың ижад һәм әҙәбиәт иң изге маҡсаты була. Урта мәктәпте тамамлау аттестаты алғас, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы тәҡдиме буйынса, 1950 йылда Мәскәүгә барып, А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә.

Шағир уй-кисерештәрен көндәлеккә яҙа бара, шиғырҙарын туплай. 1954 йылда баҫылған тәүге китабы «Йүрүҙән» Әҙәбиәт институтында диплом эше була. 1958 йылда «Таш сәскә» шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә.

1955 йылдың 1 сентябрендә Рәми Fарипов «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында хеҙмәт юлын башлай. Унан «Ағиҙел» журналында, Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт бүлеге мөхәррире булып эшләй. 1957 йылдың май айы башында «Туған тел» шиғырын яҙа. Милләт яҙмышы, туған телгә һөйөү, киләсәк тураһында уйланыуҙар, халыҡҡа тоғролоҡ идеяһы айырыуса яңғырай. Автор һүҙҙәрҙе мәҡәл мәргәнлегендә әйтә: «Халҡым теле миңә хаҡлыҡ теле, әсәм теле миңә—сәсән теле, иле юҡтың ғына теле юҡ, илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ».

Рауил Бикбаев: «Туған тел»—һүҙ маһирлығының да, сәйәси һиҙгерлектең дә үрнәге ул. Был әҫәр тормоштағы хәүефле тенденциялар тураһында беренселәрҙән булып иҫкәртте. Милли мәктәптәрҙә уҡытыу туған телдән рус теленә күсерелде, милләттәрҙе рухи тамырҙарынан айырыу илдәге үҫештең прогрессив юлы тип иғлан ителде. Милли телдәрҙе емертеүсе был зарарлы күренештәрҙе Рәми Fарипов «Туған тел» шиғыры менән ҡаршыланы,—тип яҙҙы.

Әҙәбиәт бер ваҡытта ла сәйәсәттән ситтә тормаған, теләйме-юҡмы, сәйәси-ижтимағи ваҡиғалар йоғонтоһонда йәшәгән.

Туған тел мәсьәләһе һәр саҡ бөйөк педагогтарҙың иғтибар үҙәгендә булған. К.Д.Ушинский: «Халыҡ теле юғалдымы—халыҡ башҡаса юҡ! Халыҡ теле тере икән, ул саҡта халыҡ та тере. Халыҡтан барыһын да тартып алығыҙ—ул барыһын да кире ҡайтара ала; тик телен тартып алығыҙ—ул бер ҡасан да уны яңынан тыуҙыра алмаясаҡ...»—тип яҙып ҡалдырған. Был хаҡиҡәтте инҡар итеп булмай.

Туған теленә, милләтенә тоғролоҡ күрһәткән шағирға алтмышынсы йылдар башынан алып ғүмеренең ахырынаса күпме нахаҡ һүҙҙәр ишетергә, эҙәрлекләүҙәр күрергә тура килә.

Рәми Fариповтың көндәлегенән: 1963 йыл, 3 ғинуар.

«Ағиҙел» редакцияһында «Аманат»ты тикшерҙеләр. Р. уҡып бөткәс, ауыр тынлыҡ урынлашты...

—Шиғыр ҡобайырҙың бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып эшләнгән. Һәр бер юлы ҡойоп ҡуйылған.

Теле юҡтың ғына иле юҡ,

Иле юҡтың ғына ирке юҡ,—

тигән менән килешеп булмай.

—Идея йәһәтенән партия программаһына тура килмәй.

Хәҙер ассимиляцияға юл тотҡанда, бөтә телдәрҙең берләшеүенә барғанда, шиғыр төрлө толкованиеларға юл ҡуясаҡ...

Шиғырҙы берҙән-бер кеше Fайса Хөсәйенов ҡына яҡлап сыға:

—Мин әйтелгән фекерҙәр менән килешмәйем. Бында бер башҡорт теле хаҡында түгел, ә бөтә туған телдәр хаҡында һүҙ бара. Телһеҙ халыҡ булырға мөмкинме һуң?—ти. «Аманат» күпселек тарафтан кире ҡағыла. Марксизм-ленинизм положениеларынан сығып, тарихҡа ҡаршы барып булмай, тиҙәр».

Рәми Fарипов тағы ла сәмләнеберәк яңы йыйынтығын әҙерләй, бик ҙур өмөттәр бағлай. Әҫәрҙәр һаны күп, әммә китап ҙур булмаясаҡ. «Һабантурғай йырҙары» 1964 йылда сыға. Ул шағир теләгән күләмдә булмай. 1959-1964 йылдарҙа ул тыуған яғында йәшәй. «Йүрүҙән» колхозында, «Һарғамыш» совхозында комсомол секретары, Салауат районы гәзитендә бүлек мөдире булып эшләй. Был осорҙа шағир ҡанатланып ижад итә, уның геройҙары—ауылдаштары, ябай хеҙмәт кешеләре. 1966 йылда уның «Осоу» исемле дүртенсе китабы сыға. «Һүҙем бар» шиғырындағы «Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар. Шуға минең әйтер һүҙем бар!», тигән юлдары өсөн күпме бәхәсләшергә тура килә. «Һин халыҡтың күҙенә әйләндеңме ни? Сама бел!»—тиҙәр уға. Р.Fарипов—нескә тойғоло, фәйләсүф-лирик, уға уйсанлыҡ, ихласлыҡ сифаттары хас. Ул ер-һыуҙың телен белгән, тереклекте тәрән аңлаған, образлы фекерләүгә эйә, тәбиғәт йәнле шағир була. Уның иң яратҡан миҙгеле—яҙ, яратҡан сәскәһе—умырзая, яратҡан күренеше—ағын һыу, яратҡан ҡошо—һабантурғай. Р.Fарипов 1964 йылда «Табыныу» (1937) исемле тәүге поэмаһын яҙа. 1937 йылдарҙағы ғәҙелһеҙлектәр күпме халыҡтарҙың аҫыл шәхестәрен һәләк иткән фажиғәле дәүер һабаҡтары хаҡында башҡорт шиғриәтендә беренсе булып Р.Fарипов ҡыйыу һүҙен әйтә. Шәхес культы, һуҡыр табыныу, ялған, ялағайлыҡ һәр ижади ынтылышты быуа, һәләкәткә килтерә, тип иҫкәртә шағир. Матбуғатта был әҫәргә юл бикле була. Был поэма 23 йыл үткәс, 1987 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылып сыға. «Рәми Fарипов «Юҡ теҙләнмәм ялған алдында мин»—тигән һүҙҙәренә тоғро булып ҡалды. Ул яраҡлашыусылар сафынан ситтә торҙо, шәхес булараҡ ваҡланманы, үҙ һүҙен ҡыйыу әйтте»,—тип яҙҙы Рауил Бикбаев.

1964 йылдың 28 февралендә шағир көндәлегендә «Беҙ бөгөн Башҡортостанға бик ғәҙәти бер ил тип ҡарайбыҙ... Әгәр ҙә бөтә донъя тарихының бейеклегенән ҡараһаң, ул бит донъяның бөтә иҙелгән халыҡтары араһынан беренсе булып милли ирек алған ил. Рәсәйҙәге бөтә һуғыштарҙа уның даны бар, ҡаны бар»,—тип яҙған.

Азатлыҡты яҡлап яуға сапҡан батырҙарҙың юлы Париждан алып Порт-Артурға тиклем һуҙылған. Башҡорт батшалар өсөн түгел, ә илен яҡлап яуға күтәрелгән. «Урал йөрәге» исемле хикәйәтендә шағир батшалыҡтың азатлыҡ өсөн көрәшкән ҡаһармандарҙың аяғын бығаулап, ҡол хәлендә тоторға тырышыуын, ләкин ғорур халыҡтың ирек даулауын юғары пафос менән һүрәтләй.

«Салауат батыр» исемле икенсе хикәйәтендә яугир ир-егеттәрҙе Салауат, Ҡаһым түрә, Шәһит батыр, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һынында күҙ алдына баҫтыра.

Шиғирҙың ҡатыны Надежда Васильевна үҙенең хәтирәләрендә яҙып китә: «...Почти четыре года тебе не давали работы. А. запретил печатать твои стихи. Последний раз 16 ноября 1971 года ты в прямом эфире читал стихи на телевидении. Тебя предупреждали, чтоб ты не читал строки из стихотворения «Салауат батыр»—«Батшаларға башын эймәгәнде,    башҡаларға башҡорт баш эймәҫ». Но ты прочел! Сотрудники пытались отключить передачу, не смогли... Звук оставался, и ты дочитал! Это был взрыв... А ты пришел домой такой счастливый...».

1969 йылда Р.Fариповтың «Аманат» исемле шиғри йыйынтығы сыға. Был китапта «Уйҙарым», «Аманат» ҡобайырҙары баҫылған. Шағир тел, ил яҙмышы, киләсәк тураһында уйлана, уяу булырға, битараф булмаҫҡа өндәй. Ул 1755 йылғы башҡорт ихтилалының етәксеһе Батырша тураһында поэманың «Шлиссельбург тотҡоно» өлөшөн яҙа. Был балладаны шағир Санкт-Петербургтан алыҫ түгел Шлиссельбург утрау-ҡәлғәһендә Батыршаның һуңғы төйәген күргәндән һуң ижад итә.

Шағир көндәлеге 1964 йыл, 19 июнь.

«Батырша» полемик әҫәр буласаҡ, герой бөгөнгө көн менән бәхәс алып барырға тейеш... Батырша төрмәлә ҡағыҙ-ҡәләм һорап ала, батшаға хат яҙа.

1964 йыл,19 ноябрь.

«Әгәр ҙә Батырша үҙенең хатын яҙмаған булһа, башҡорт бик күпте юғалтҡан булыр ине...

Был үҙе бер подвиг!»—тип яҙып ҡуйған.

Рәми Fарипов халыҡ ижадын йыйып райондарҙа күп йөрөй, мәҡәләләр яҙа. Фольклор традицияларын үҙ ижадында өр-яңынан үҫтереүгә өлгәшә. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр яҙа, мәҡәлдәрҙе киң ҡуллана.

1967 йыл аҙағында республикала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн журнал булдырыуҙы хәл итәләр. Баш мөхәррир—Кәтибә Кинйәбулатова, ә яуаплы сәркәтип итеп Рәми Fариповты билдәләйҙәр. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы тиҙ арала танылыу таба. Шағир иҫән саҡта баҫылған «Миләш-кәләш» исемле һуңғы китабы 1974 йылда сыға.

Р.Fарипов донъя классиктарының—Рудаки, Fүмәр Хәйәм робағиҙарын, Шекспир, Гете, Гейне, Пушкин, Лермонтов, Шевченко, Есенин, Абай, Fамзатов әҫәрҙәрен туған телдә уҡыусыларға еткерҙе. «Алдар менән Зөһрә» хикәйәтен рус теленән башҡортсаға тәржемә итә.

«Минең антологиям. Тәржемәләр»—1991 йылда, Fүмәр Хәйәмдең робағиҙары 1992 йылда айырым китап булып сыға.

Шағирҙың «Йондоҙло уйҙар»—1979 йыл, «Умырзая йыры»—1981 йыл, «Алырымҡош менән Бирмәмҡош»—1992 йыл, «Әҫәрҙәр» 3 томда 1996-2001 йылдарҙа донъя күрә. Әҫәрҙәре рус, татар, белорус телдәренә тәржемә ителгән. Р.Fариповтың лирик шиғырҙарына композиторҙар йырҙар яҙа. Шағирҙың ҡәләмдәш дуҫтары билдәләүенсә, заман шарттарына Рәми ҡулайлаша алмай. Тормошта ул практик түгел, ә романтик була. Бәғзеләр байлыҡ артынан ҡыуғанда, ул идеялар менән йәшәй. Әлбиттә, уға йәшәүе еңелдән булмай.

1977 йылдың 12 феврале—45 йәшен ул балалары менән үткәрә. Уның көндәлегенән юлдар:

«Ә минең иң теләгәнем—ахырғаса балаларҙа ихтыяр көсө һаҡлау. Мине йәшәткән нәмә—шул көстә. Мине һындырыу әле мөмкин түгел!»

20 февраль таңында Рәми Fариповтың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Рауил Бикбаев, Динис Бүләков, Сафуан Әлибаев, Тимер Йосопов шағирҙың көндәлектәрен, баҫылмаған шиғырҙарын ентекләп өйрәнеп, халыҡҡа еткерергә тырыша. Шағирҙың ҡатыны Надежда Fарипова был бай мираҫты тулыһынса уҡыусыларға тапшырыуға күп көс һала. Өс балаһын да матур итеп тәрбиәләп, уҡытып сығара. Украинала тыуып, Мәскәүҙә үҫкән ҡатын башҡорт телендә таҙа һөйләшә, халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡабул итә, йырҙарын оҫта башҡара. Шағирҙың әҫәрҙәрен ятҡа һөйләй, иренә тоғролоҡ һаҡлап йәшәй.

Fәҙеллек бер саҡ барыбер өҫтөнлөк ала, хаҡлыҡ тантана итә. Рәми Fариповтың ижадын мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында өйрәнәләр, төрлө сараларҙа уның әҫәрҙәре яңғырай.

«Туған тел» шиғыры башҡорт теле кабинеттарында иң түрҙә урын алды. Тыуған ауылы Арҡауылда уға йорт-музей асылған. Өфөләге башҡорт гимназия-интернаты Рәми Fарипов исемен йөрөтә. БДУ-ның Сибай институты алдында уға бюст ҡуйылған, уның исемендәге премия булдырылған. Шағирҙың әҫәрҙәре яңы быуында милли үҙаң тәрбиәләй, уның илһөйәрлеге, халҡына фиҙакәр хеҙмәт итеүе һәр кемгә өлгө булып тора.

Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә,

Иртәгәгә баҫһын береһе!—тип шағир беҙҙе киләсәкте алдан күҙаллап йәшәргә өндәй.

Халыҡтың йөҙөн һәм рухи көсөн кешеләрҙең нисә мең, миллион булыуы ғына билдәләмәй, милләтебеҙҙең көсө шәхестәрҙең күп булыуынан тора. Шәхестәребеҙ күберәк булһын, уларҙы ҡәҙерләй беләйек.

Рәсимә Айсыуаҡова,

 

Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap