Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
КҮҢЕЛДӘРҘӘ МӘҢГЕ ЙӘШӘР...
Untitled document

«Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ

Ояңдан осоп сыҡ»...

Кескәй ейәнем Тимур Рәми ағайҙың 85 йәшлек юбилейына арналған республикала үткәрелгән видеоконкурсҡа әҙерләнә. Унан ҡалышмай 3 йәшлек Камил ҡустыһы ла шиғырҙы дауам итеп ятлап маташа.

«Оҡшаһа был өйөң

Түгелһен мон-көйөң».

Моң тигән һүҙҙе әле ул үҙенсә мон тип әйтә. Сабыйҙарыбыҙ шиғырҙы ятлай алғандарына ҡыуанып беҙгә ҡат-ҡат ятлап күрһәтә. Ҡартатайҙарының  күңеле йомшарып уларҙың күптән хыялланған машиналарын да алып бирҙе. Бөтә республика ошо көндәрҙә Рәми Fарипов атлы ҡаһарман шәхес исеме менән  йәшәй кеүек. Уның тураһында иҫтәлектәр һөйләнелә, шиғырҙары яңғырай, теле-радио тапшырыуҙар эфирға сыға. Әхиәр Хәкимов әйтмешләй, донъялар үҙгәргәс «дуҫ-ише» лә күбәйеп китте.

Рәми ағайҙың үҙен күрмәһәм дә, яҙмыш уның иң бәхетле һәм иң ауыр саҡтарында бергә булған ҡәҙерле кешеһе—ҡатыны Надежда Васильевна һәм яҡын дуҫы, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән осрашыу шатлығын бүләк итте. Миңә, әҙиптең шиғырҙарын яратып уҡыған, оло шәхесебеҙгә ҡарата һоҡланыу, һөйөү йөрөткән кешегә, Надя еңгә менән осрашыу шағирҙы тағы бер яҡтан асҡандай булды. (Рауил Бикбаев уны «Надя еңгә» тип яратып, яғымлы өндәшә, шуға күрә беҙгә лә ул мәңгелеккә «еңгә» булып ҡалды).

1992 йыл. Баймаҡта Рәми көндәрен үткәргәндә осраштыҡ беҙ. Өфө-Сибай поезы килеп туҡтауға, беҙҙең саҡырыу буйынса вагондан Рауил ағай менән мөләйем йөҙлө һылыу ғына бер апай йылмайып килеп төштө. Рәми ағай яҙғанса «ҡара матур күҙҙәр, оҙон керфектәр...»

Баймаҡта Рәми Fариповтың тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы Рәми көндәре 18-22 мартта үтте (һүрәттә). Осрашыуҙарҙа Надя еңгә үҙенең сығышын «Туған тел» шиғыры менән башланы. Ул Рәми ағай тураһындағы иҫтәлектәргә  туҡталды. Шағирҙың бик күп баҫылмай ҡалған шиғырҙарын, көндәлектәрен туплап баҫмаға әҙерләүен һөйләне. Һәр сығышында иң һынаулы  ваҡыттарҙа бергә булған ғаилә дуҫы Р.Бикбаевты телгә алды. Рауил ағайҙың да сығыштары бик фәһемле, иҫтә ҡалырлыҡ булды. Ул Рәми ағай тураһында, уның ижады хаҡында ентекле һөйләне. Беренсе Этҡол ауылында булған бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Клубта осрашыу кисәһенән һуң китапханасы Ира Байрамғолова ҡунаҡтарҙы үҙ йортона  саҡырҙы. Беҙҙе тәмле аш еҫе сыҡҡан өйҙә Ираның тормош иптәше Булат ҡаршыланы. Йорт хужаларының ихласлығы, йомартлығы, ҡунаҡсыллығы әле лә иҫтә. Матур итеп ҡунаҡ иттеләр. Беҙҙе оҙатҡанда Булат Надя еңгәгә бер ҡумта тотторҙо ла: «Еңгә, ошо әйбер һеҙгә бик кәрәк тип аңланым»,—тине. Уны асып ҡарағас еңгәбеҙҙең нисек ҡыуанып ҡысҡырып ебәргәнен күрһәгеҙ ине. Бик ҡиммәтле бүләк алғандай шундай шатланды. Ул кәрәсин менән яна торған ябай етеле шәм булып сыҡты. Клубта сығыш яһаған саҡта Надя еңгә: «Мин баҡсала күберәк булам, Рәмиҙең ҡағыҙҙарын тәртипкә килтерәм, тик үкенес: унда яҡтылыҡ үтмәгән, ҡараңғы тиҙ төшә, хатта шәмем дә юҡ»,—тип һөйләгәйне. Булат ағай шул арала ҡайҙандыр етеле шәм тапҡан һәм еңгәбеҙгә бүләк яһаны. Һуңынан Надя еңгә менән осрашҡанда: «Шәм янғанын күрһәм, миңә баймаҡтар йылмайған кеүек тойола»,—тине. Байыш ауылында ҡунаҡтарҙы шулай уҡ ихлас ҡаршыланылар. Уҡыусыларҙың Рәми ағайҙың шиғырҙарын  яттан шундай аһәңле һөйләүҙәре ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы. Баймаҡ ҡалаһында үткән осрашыу ҙа үҙенсәлекле булды. Кисәгә Наил Fәйетбаев та килеп етте.

Күңелемдә уйылып ҡалған тағы бер осрашыуҙы хәтерләмәй булдыра алмайым. Ул Өфөлә Рәми ағайҙың исемен йөрөткән интернат алдында уға арналған бюст асыу тантанаһынан һуң булды. Мин уларҙың фатирында Р.Fариповтың үҙ ҡулдары менән эшләгән китап кәштәләренә һаҡ ҡына ҡағылам, өҫтәлендәге уның оҙон төндәрҙә яндырған лампаһын һүндереп-яндырып ҡарайым, ул ултырған диванда ултырам.

«Их еңгә, һин ниндәй бәхетле шундай бөйөк кеше һине яратҡан, бөгөн уға бюст астылар»,—тим. Надя еңгәнең күҙҙәре йәш менән тула, йөҙөндә шундай һағыш. «Их шул таш һынды күргәнсе, янымда  ябай ғына балаларымдың атаһы, ирем булһа ине»,—тип яуапланы. Ситтән килеп, бер яҡын туғаны янында булмағанда, бәләкәй генә балалары менән йәш кенә көйөнсә яңғыҙ ҡалған ҡатын-ҡыҙ яуабы ине ул. Йөрәгем ҡыҫылып, еңгәмдең һағышын күңелем менән тойҙом. Даһиҙар янында уларҙың яҡындарының яҙмышы һәр саҡ ҡатмарлы булған, уны аңламау мөмкин түгел. Надя еңгә менән осрашырға, уларҙың йортонда бер нисә тапҡыр ҡәҙерле ҡунаҡ булырға тура килде.  Еңгә һәр саҡ ағайҙың алсаҡлығын, ифрат нескә, хисле күңелле булыуын, балаларын яратыуын һөйләне.

Нисек кенә ауыр булмаһын, Надежда Васильевна—Надя еңгәйебеҙ Рәми ағайға тоғро ҡалды. Уның әҙәби мираҫын халҡына еткереү өсөн күп эшләне. Ошо көндәрҙә Рәми ағайҙы хәтерләгәндә уның тормош алиһаһе, мөхәббәте, дуҫы Надя еңгәне лә оло ихтирам менән иҫкә төшөрәбеҙ. Рәми ағайҙың «Бәйге» шиғырында әйтелгәнсә:

«Ышанаһың оло өмөт менән

Бәйгелә бит хаҡлыҡ еңәсәк.

Унда ир намыҫы, ат бәҫе бар

Ә хакимы уның киләсәк...»

Киләсәктең яҡты булырына, милләтебеҙҙең мәңге һайыҡмаҫ рухи көсөнә ышаныу Рәми ағайға көс һәм өмөт биргәндер, сөнки ошо сифат һәм тойғо кешене йәшәтә. Бөгөнгө йәштәребеҙҙең әҙиптең мираҫын ныҡлап өйрәнеүҙәре, йәше-ҡарты уның шиғырҙарын яттан һөйләүе ошо ышанысты, өмөттө нығыта.

...Ә ейәнем шиғырын дауам итә:

Ул һайрай мең телдә,

Булғанға күп илдә.

Дәртләнә, һөйөнә

Ҡайтҡанға өйөнә.

Луиза Дәүләтшина.

 

Баймаҡ ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap