Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
10.02.2017
КИЛӘҺЕ БЫУЫНДЫ ҠАЙҒЫРТЫП
Untitled document

Илебеҙҙә Экология йылы икенсегә үткәрелә. Беренсе тапҡыр ул 2013 йылда булғайны. Минеңсә, эш дөрөҫ йүнәлештә бара, сөнки йылдар буйы бысратҡан еребеҙҙе, һыуыбыҙҙы, һулар һауабыҙҙы бер йыл эсендә генә таҙарта алмайбыҙ.

Экология мәсьәләһен хәл итеүҙән бер кем дә ситтә тороп ҡалырға тейеш түгел.

Күп осраҡта ауыл биләмәләре, ҡала хакимиәте етәкселәре был юҫыҡта эште башлап ебәрергә бюджетта аҡса юҡлыҡҡа һылтана. Быға бер генә миҫал килтерәм. Баймаҡ районының Казанка ауылы Сибай ҡалаһынан 5 саҡрым алыҫлыҡта ята. Әгәр ауыл биләмәһе башлығы Сибай ҡалаһының «Полигон» предприятиеһы етәкселеге менән килешеү төҙөп, аҙнаһына бер мәртәбә ҡый түгеү машинаһын ауылға саҡыртһа, ул саҡта сүп-сар ялан тултырып туҙып ятмаҫ ине. Быны эшләр өсөн тик инициатива ғына кәрәк.

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә йыл һайын биш миллиард тонна тирәһе ҡалдыҡ барлыҡҡа килә, законһыҙ сүплектәр һаны иһә 20 меңдән ашыу. Ошоға бәйле Экология йылын үткәреү планында ҡала-райондарҙағы полигондарҙы һәм ҡыйлыҡтарҙы экологик яҡтан тәртипкә килтереү күҙаллана.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 2017 йылда асыҡ мәғлүмәт системаһын—сүплектәрҙең «халыҡ картаһы»н ғәмәлгә индерергә ниәтләй. Унда һәр кеше законһыҙ сүплектәр хаҡында белдереү, уның ябылыуын күҙәтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Республикабыҙҙа шулай уҡ махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының планына атмосфера һауаһын, һыу объекттарын, ер ҡатламдарын, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлау, халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү өлкәһендәге 100-ҙән ашыу сара индерелгән. Быйыл сәнәғәт предприятиеларында тирә-яҡ мөхитте ҡурсалау йәһәтенән ҙур проекттар тормошҡа ашырыласаҡ.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, яҡташтар! Таҙалыҡта йәшәргә тырышайыҡ. Бөгөнгө көн менән генә көн итмәйек, киләһе быуынды уйлайыҡ. Мәктәптә тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү дәрестәрендә уҡытыусылар һәр уҡыусыға сәләмәтлектең экология таҙалығына бәйле булыуын аңлатһа, тәбиғәткә һөйөү уятып, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләһә, эштәр алға китер.

Фәрғәт Сәйетҡолов,

хеҙмәт ветераны.

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap