Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ КҮРГӘҘМӘЛӘР ЭШЛӘЙ
Untitled document

Элек йыл ҡаҙаныштары күргәҙмәһе йыл йомғаҡтары буйынса кисә уҙған бина фойеларында ғына ойошторолоп, уны шунда ҡатнашыусылар ғына күрә, баһалай ине. Был юлы хеҙмәт, спорт, ижадта яуланған уңыштар ҡаланың үҙәк урамдарында урынлашҡан сауҙа нөктәләренең һәм учреждениеларҙың витриналарына теҙелде.

Зәки Вәлиди урамының 57-се йортонда урынлашҡан Йәш техниктар станцияһы коллективы «Техник ижадтың тылсымлы донъяһы»н сағылдырған. Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләренең өҫтәмә белем биреү мәктәптәре «Тауарҙар» магазинының (Ленин урамы, 57) һәм үҙәк ҡала китапханаһының (Зәки Вәлиди, 57) тәҙрәләре эсен биләгән. Һүрәттәр, милли костюмдар, бәйләм, сигеү, кейеҙ, күн әйберҙәр һәм башҡа ҡул эштәре урын алған күргәҙмә уҡыусыларыбыҙҙың уңғанлығын, оҫталығын, һәләтен күрһәтә.

Ә бына «Миләш» магазинына (Ленин урамы, 15) урынлаштырылған бай материалдар урындағы предприятиелар һәм эшҡыуарлыҡ тармағы эшмәкәрлеген һынландыра. Һаулыҡ һаҡлау һәм спорт өлкәһенең уңыштары 127-се дарыухана (Ленин урамы, 44) витрина эсенә ҡуйылған. Бында кубоктарҙың, миҙалдарҙың, Почет грамоталарының күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Мәктәп, балалар баҡсалары коллективтарының ижад емештәре «Таусы» магазинында (Ленин урамы, 13) сағылыш тапҡан.

Үҙәк майҙандағы «Урал аръяғы» күп тармаҡлы комплексында (Ленин урамы, 15/1) иһә  «Йыл ваҡиғалары. Йыл йөҙҙәре» фотокүргәҙмәһе эшләй. Сибай күп профилле профессиональ колледж хеҙмәткәрҙәре Э.Килмөхәмәтова, М.Ш.Сибаева, Л.С.Хафизова һәм декоратив-ҡул эштәре сәнғәте бүлеге студенттарының фотоһүрәттәрендә таныш йөҙҙәр етерлек.

Ҡалабыҙҙың ойошма, учреждение, предприятиелары ҡул эштәре, етештергән аҙыҡ-түлек, тауарҙары менән генә түгел, махсуслаштырылған техникалары менән дә дан тота. Ҡорамалдар, ҡоролмалар, машиналар күргәҙмәһе февраль айы башында ҡаланың Балалар ижады үҙәге алдындағы майҙансыҡҡа ҡуйылды. Кеше хеҙмәтен еңеләйткән, күп осраҡта хатта эшсене алмаштырған ҡеүәтле техника йылдан-йыл камиллаша бара. Сибай автомәктәбенең юлһыҙ ерҙәрҙән йөрөй алған «Урал» йөк машинаһын күргәҙмәгә килеүселәр ихлас ҡараны. «Газпром» йәмғиәтенең паркы яңыраҡ ҡына яңы автобус, метан газы ярҙамында эшләгән КамАЗ менән тулыланған. «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалы-ның реанимобиль, күсмә «экологик пост», янғын машинаһы ла күргәҙмәне  ҡыҙыҡлы итте.

Ҡала витриналарын биҙәгән күргәҙмәләр 12 февралгә ҡәҙәр дауам итә.

 

Рәсүл Мансуров.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap