Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
УҢЫШТАР КИЛӘСӘККӘ ӨМӨТ УЯТА
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһында тарихҡа тағы бер сағыу бит өҫтәгән 2016 йылға йомғаҡ яһалды. Сараның рәсми өлөшөндә ҡала Советының  6-сы ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе И.А.Тажетдинов, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов, ҡала Советы рәйесе урынбаҫары F.Ә.Хәсәнов, депутаттар, учреждение, ойошма-предприятиелар вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырыштың көн тәртибендә бер нисә һорау ҡаралды. Fайса Әхмәҙулла улы ҡала Советының һәм депутаттар корпусының эшмәкәрлегенә айырым туҡталды. Хәлит Хәмзә улы 2016 йылға ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһаны, 2017-2018 йылға пландар билдәләне, хакимиәттең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

—Уҙған йыл бар йәһәттән еңелдән булманы, шулай ҙа ҡалабыҙ иҡтисадта ыңғай динамика, социаль тотороҡлолоҡ һаҡлап ҡала алды, проблемалы мәсьәләләр хәл ителде,—тине хакимиәт башлығы Х.Х.Сөләймәнов.

Сәнәғәт, инвестицияларға килгәндә, уҙған йылда ҡалала 12 миллиард 87 миллион һумлыҡ эштәр һәм хеҙмәттәр күрһәтелгән. Был һан 2015 йыл менән сағыштырғанда 108 процент тәшкил итә. Сәнәғәт производствоһы индексы 106,1 процент. Предприятиелар тарафынан 95,4 миллион һум килем алынған.

Былтыр эш хаҡы уртаса 5,5 процентҡа артҡан. «Башҡорт колбасалары» ит комбинатында—51, Баш-ҡортостан шахта үтеү идаралығында—19,5, «Сибай икмәге»ендә—18,8, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалында—13, элеваторҙа 6,5 процентҡа күтәрелгән. Эшһеҙлек кимәле 0,66 процент тәшкил иткән.

2016 йылда ҡала ҡаҙнаһына 1,1 миллиард һум аҡса килгән (планға ҡарата 101,2 процент). Уҙған йыл менән сағыштырғанда уның күләме 10,3 миллион һумға күберәк.

Урал аръяғын комп- лекслы үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән программаһы сиктәрендә 2016 йылдың 9 айы һөҙөмтәһе буйынса предприятиеларҙың төп капиталына 1,8 миллиард һум тирәһе инвестиция һалынған.

Сәнәғәт етештереүенең төп өлөшөн «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалы тәьмин иткән. Уҙған йылда предприятиела 1,45 миллион тонна файҙалы ҡаҙылмалар табылған,  1,5 миллион тонна руда эшкәртелгән. 6,8 миллиард һумлыҡ тауар продукцияһы етештерелгән.

Башҡортостан шахта үтеү идаралығы 149,5 мең тонна руда сығарған, 1,7 миллиард һумлыҡ тауар етештергән, эштәр һәм хеҙмәттәр күрһәткән. Сәнәғәт производствоһының индексы 318,8 процент тәшкил итә. Предприятиела эш хаҡын тотҡарлау осраҡтары булды. Бындай күңелһеҙ хәлдәр заказсыларҙың эш күләмдәре өсөн ваҡытында иҫәпләшмәүҙәре арҡаһында килеп сыҡты.

Сибай элеваторы 23,1 миллион һумлыҡ продукция етештергән. Башҡа төр эшмәкәрлектән 21,1 миллион һумлыҡ килем алынған. Производствоны рентабелле эшләтеү өсөн иген һаҡлау ҡураларының ярым буш тороуы ҡамасаулай. Яңы тирмән «СИТНО» агрохолдингының айырым хужалыҡ иҫәбе структураһына индерелеп, «3-сө айырымланған структуралы тирмән» тип атала. 2016 йылда бында 42 мең тонна он һәм 11,1 мең тонна көрпә тартылған.

«Сибай икмәге» һәм «Сибай кондитеры» йәмғиәттәре өсөн дә уҙған йыл еңелдән булманы. Кондитерҙар эшмәкәрлектәрен туҡтатһа, икмәк бешереүселәр етештереү күрһәткестәрен кәметте.

«Башҡорт колбасалары» комбинаты былтыр 1661 тонна продукция етештергән. Унда хеҙмәт хаҡы арыу ғына күтәрелгән, 27 яңы эш урыны булдырылған. 19 процентҡа продукция күләме артҡан, уға бәйле килем күләме лә 37 процентҡа күбәйгән.

Һуңғы йылдарҙа ҡалала бер нисә яңы производство барлыҡҡа килде. Әммә илдә хөкөм һөргән финанс көрсөгө уларға ныҡлап аяҡҡа баҫырға ҡамасаулай. Үҙҙәре етештергән продукцияны һатыуға сығара алмаған «Сибай быраулау реагенттары заводы», «Монолит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре лә шундай ҡыйынлыҡтар кисерә. Сибай ҡалаһы иҡтисади структураһы буйынса моноҡалаларҙы үҫтереү федераль программаһына инә ала. Бындай форсат төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү ышанысын арттыра. Ошо йүнәлештә аныҡ эштәр алып барыла.

Төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙа ла ыңғай үҙгәрештәр бар. 2016 йылда 26,9 мең квадрат метр торлаҡ, 2 социаль һәм 1 коммерциялы йорт сафҡа ингән. Граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһы сиктәрендә 129 яңы фатир бирелгән. Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында тағы 24 фатир бүленәсәк. Йорттарға капиталь ремонт уҙғарыу программаһына 11 күп ҡатлы өй индерелгән. Уларҙы яңыртыуға 40 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.

Бөгөнгө көндә шәхси йорт һалыуға ер участкаһы алыу өсөн 1300 кеше льготалы исемлектә тора. Аукцион аша ер участкалары һатып алырға теләүселәр ҙә бихисап. Әммә ҡаланың шәхси йорттар һалыу өсөн тәғәйенләнгән ер ресурстары юҡ. Килеп тыуған хәлде ыңғай хәл итеү маҡсатында ҡала сиктәрен киңәйтеү өсөн Баймаҡ районы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барыла.

Республика адреслы инвестицион программаһына ярашлы ҡалала 71,2 миллион һумлыҡ төҙөлөш һәм проект эштәре башҡарылған. Һөҙөмтәлә Көньяҡ, Алтын ҡасабаларында һыу үткәргестәр һалынған.

Мәғариф учреждениеларын капиталь ремонтлауға 14,5 миллион һум аҡса бүленгән. 1-се, 6-сы мәктәптәр, «Аленушка» балалар баҡсаһы биналары тулыһынса яңыртылған. «Ҡаршылыҡһыҙ мөхит» программаһы буйынса Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә 2,1 миллион һумлыҡ капиталь ремонт яһалған, йыһаздар һатып алынған.

2020 йылға пландарға күҙ һалһаҡ, иң беренсе сиратта филармония бинаһын тергеҙеү, «Труд» стадионын һәм гимназияны реконструкциялау, Баймаҡ, Ҡарағайлы, Крупская урамдарында күпер һалыу, Төнъяҡ ҡасабаһында газ һәм һыу үткәреүҙе проектлау һәм төҙөү тора. Шулай уҡ элекке «Сибай» ҡунаҡханаһы бинаһы яҙмышын хәл итеү ҙә күҙаллана.

Былтыр йәй, законға ярашлы, пассажирҙар ташыу хоҡуғы биреүсе тендерҙа Сибай АТП-һы һәм 6-сы маршрутты хеҙмәт-ләндереүсе шәхси эшҡыуар Ф.Ф.Әлибаев еңеп сыҡты. Пассажирҙар ташыусы башҡа транспорттарҙың хеҙмәттәре легаль түгел һәм уларҙың эше һис шикһеҙ закон нигеҙендә яйға һалынырға тейеш.

Юлдарға килгәндә былтыр ҡаланың Белов, Островский, Лермонтов, Кутузов, Крупская урамдары, Индустриаль, Йылайыр, Көнсығыш шосселары юлдарында 54,1 миллион һумлыҡ  эштәр атҡарылған. Төнъяҡ ҡасабаһына 2,3 саҡрым юл башы һалынған, Белов урамында 430 метр оҙонлоғонда тротуар һуҙылған.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә һәм төҙөкләндереүгә 135,2 миллион һум аҡса бүленде. Был урындағы ҡаҙна сығымдарының 12,2 процентын тәшкил итә. Коммуналь хужалыҡ эшселәренең тырышлығы менән ҡала урамдарында сәскә түтәлдәре киңәйтелде, газондар тәртиптә тотолдо, юл билдәләре яңыртылып торҙо, тамғалар ҡуйылды. Былтыр парк-аллеяларҙа ҡырҡылған ағастар йәмһеҙ ултырып ҡалһа, быйыл Экология йылында кварталдарҙы йәшелләндереүгә айырым иғтибар бүленер тип ышанғы килә.

Эшҡыуарлыҡ, сауҙала уңыштар байтаҡ. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль маҡсатлы программаһы сиктәрендә 16 эшҡыуарға аҡсалата ярҙам күрһәтелде. Сығымдарҙың 1,8 миллион һумын урындағы ҡаҙна бирһә, федераль бюджеттан 5,3 миллион һум аҡса бүленде. «Баш ЭкоРесурс» йәмғиәте паркет шпоны производствоһы асты. Шәхси эшҡыуар Д.А. Кривошеев офис, сәнәғәт һәм урамдар өсөн тәғәйен-ләнгән яҡтылыҡ диодлы светильниктар һатыу мөйөшө булдырҙы. Эшҡыуар Ә.Ә.Асылбаев ултырғыстар яһау менән шөғөлләнә. Буҙа яһаусы Гөлназ Азатова «Йыл асышы» номинацияһында билдәләнде. Көнсығыш шоссеһы, 1/4 адресында (А.Н.Морев) сауҙа-ҡунаҡхана комплексы эшләй башланы. Таусылар проспектының 12-се йортонда (Н.Р.Бәхтигәрәйева)—сәскәләр салоны, Көнсығыш шоссеһы, 2/2 адресында (Р.С.Мусин) автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү үҙәгенең беренсе сираты сафҡа инде. Шулай уҡ ике яңы магазин барлыҡҡа килде. Әммә һатып алыусылар кәмегәнлектән ҡайһы бер сауҙа нөктәләре ябылды. Бөгөнгө көндә ҡалала 1,5 мең кв. метр сауҙа майҙансыҡтары буш тора.

Социаль өлкәгә килгәндә, 2016 йылда һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендә иң киҫкен торған мәсьәләләрҙең береһе хәл ителде—ошоғаса эшләмәй торған компьютер томографы сафҡа инде. Яҡын арала үҙәк дауаханала магнит-резонанс томографы эшләй башлаясаҡ. Кадрҙар мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә бара: былтыр аҡ халатлылар рәте 18 табип менән тулыланды. Шуларҙың 8-ҙе—йәш белгестәр.

2 меңдән ашыу кеше  эшләгән мәғариф бүлеге төп күрһәткестәре буйынса республикала уртаса позицияны биләй. Мәктәптәрҙә икенсе сменалар яйлап бөтөрөлә, балалар баҡсаларына кескәйҙәрҙе урынлаштырыу буйынса сират юҡ. Белем усаҡтарының иҫке булыуы ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Әлеге көндә мәктәптәр һәм балалар баҡсалары профилле булмаған функцияларын (туҡланыуҙы, кер йыуыуҙы, транспорт хеҙмәтләндереүен, биналарҙы йыйыштырыуҙы, һаҡты) дәүләт ҡарамағына инмәгән ойошмаларға тапшырыу мәсьәләһе өҫтөндә ентекле эшләй.

Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары кәмеү етәкселәргә үҙ аудиторияларын тултырыуҙың альтернатив юлдарын эҙләргә мәжбүр итә.

2016 йылда ҡалала 1589 күләмле-мәҙәни саралар уҙғарылған. Ижади коллективтар 64 конкурстарҙа үҙ көстәрен һынап ҡараған, 201 призлы урындар яулаған. 15 меңдән ашыу кеше күләмле спорт сараларында ҡатнашҡан.

Сессияла Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы К.Н.Котилевский сығыш яһаны. Полиция подполковнигы һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡалала урта һәм ауыр ғәйепле енәйәттәр кәмегән. Шулай ҙа тынысланырға ярамай, сөнки уғрылыҡ элеккесә юғары ки-мәлдә ҡала килә. Ҡылынған енәйәттәрҙе асыу күрһәткесе артҡан. Бүлектең штаты тулыһынса комплектланған. Бөгөнгө көндә унда 218 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Былтыр ҡалала уҙғарылған анкета һөҙөмтәләре буйынса шул билдәле булған: ҡалалаштарҙың 65 проценты үҙ участка полицейскийҙарын танып белә. Сибайҙар полицияға тулыһынса ышаныс белдерә һәм әгәр ҙә кәрәк булһа, уларға ярҙам итергә әҙер.

Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Азамат улы Тажетдинов сарала ҡатнашыусыларҙы үҙе һәм Республика Башлығы Р.З.Хәмитов исеменән тәбрикләне. Йылды берҙәм эшләп, уңышлы тамамлау менән ҡотланы.

—Республика етәкселеге лә уҙған йылды анализланы. Ҡайһы бер күрһәткестәр дөйөм Рәсәйҙекенән юғары булыуы менән ҡыуандырҙы,—тине Илшат Азамат улы.—Сибайҙарға килгәндә уларҙың республика күрһәткестәренән яҡшыраҡ һөҙөмтәләре бар. Сәнәғәт етештереүе индексы һуңғы биш йылда тотороҡло юғары урында тороуы ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Төбәккә инвестициялар күпләп йәлеп ителә, эшһеҙлек кәмей.

И.А.Тажетдинов инвестиция проекттарына айырым туҡталды. Ҡалала ОСП-плитәләр етештереү заводы төҙөлөшөнөң проект документацияһы 60 процентҡа әҙер тип әйтергә була. Проект инициаторҙары менән үткән аҙнала Мәскәүҙә Башҡортостан вәкиле осрашып, артабанғы эш йүнәлештәрен билдәләгән. Цемент заводына килгәндә, проект алды әҙерлеге бара. Хөкүмәт Аппараты етәксеһе билдәләүенсә, был предприятие иң заманса һәм юғары технологиялы производство буласаҡ. Уны әле эшләп торған заводтар менән сағыштырып булмай. Шуға күрә ҡалалаштарға хәүефләнергә урын юҡ: тирә-яҡ мөхитте һаҡлау талаптары законға ярашлы башҡарыла.

Ҡалала шулай уҡ генерация объекттарын төҙөү тураһында ла һүҙ алып    барыла.

Сығышы һуңында И.А.Тажетдинов ҡала предприятие һәм ойошмаларының бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Хөкүмәт һәм ведомстволар наградаларын тапшырҙы.

 

Шул уҡ көндө театрҙа йыл йомғаҡтарының тантаналы өлөшөндә үҙ һөнәрҙәренең оҫталары тәбрикләнде.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap