Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
21.02.2017
ПАР АҠҠОШТАР БУЛЫП...
Untitled document

Бәғзе яҡындарыңдың тормош юлын бала саҡтан уҡ күҙәтеп, уны йөкмәткеле, ғәйәт ҡыҙыҡлы, ниндәйҙер бер оҙон фильм ҡараған һымаҡ хәтереңдә лә ҡалдыраһың. Иң яратҡан кешеләреңдең сағыу тормошо ғына ана шулай иҫтә ҡалалыр. Быйыл, Сибай ҡалаһында йәшәүсе Һөйөндөков Fайса ағайым менән Фәриғә еңгәмдең бер-береһенә ышаныслы терәк булып ғүмер итеүҙәренә, иншаллаһ, 50 йыл тула. Сирек быуат тирәһе хәрби гарнизондарҙа йәшәп, унан Тыуған илгә ҡайтып, тағы шуныса бергә ғүмер итеп килгән ошо татыу ғаилә хаҡында яратҡан гәзитебеҙгә яҙыуҙы кәрәк таптым.

Fайса ағайым Ҡазан хәрби училищеһына уҡырға киткәндә, миңә ни бары өс йәш кенә булған. Уның йылына бер тапҡыр отпускыға ҡайтҡан мәлдәрен генә хәтерләйем. Шунлыҡтандыр ағайымдың «гражданский» кеше булыуын бер ваҡытта ла күҙ алдына килтерә алмай торғайным. Мин бер аҙ үҫеүгә, ағайым, лейтенант званиеһында училищены тамамлап, Свердлов өлкәһенә хеҙмәт итергә тәғәйенләнә. Бер аҙҙан өлкән лейтенант дәрәжәһенә лә етә.

—Тиҫтерҙәрең башлы-күҙле булып бөттөләр бит инде, улым, күптәре бала-сағалы ла булып китте. Нишләп һаман халастуй йөрөйһөң?—тине әсәйем бер мәл йәйге отпускыға ҡайтҡан ағайыма. Ул саҡты мин инде яҡшы хәтерләйем. 1967 йыл—миңә ун йәш ине, йәғни, «аҡты-ҡараны» бер аҙ айыра башлаған мәл.

—Әллә, әсәй, иртәрәк түгелме?..

—Кит, егерме биш йәш нишләп иртә булһын! Мәйтәм, сит яҡтан күрмәгән-белмәгән берәй бисураны эйәртеп алып ҡайтып килә күрмә, тимен.

—Бында мин белгән таныш ҡыҙҙар инде тормошҡа сығып бөткән бит. Отпускыға ҡайтҡан арала ғына килен булырҙай ҡыҙҙы таба һалып алып китеп булырмы икән?

—Булыр, булыр, кисә генә ана теге кем ҡоҙаса инеп сыҡҡайны, һиңә бер ҡыҙҙы ла димләргә самалай шикелле.

—Әллә инде...

Уйын менән мәшғүл булып йөрөһәм дә, ололарҙың бына шундай һөйләшеүҙәрен ипләп кенә ҡолағыма элеп йөрөйөм. Ярайһы ғына зирәк малай булғанмындыр инде. «Әфитсер» ағайымдан бер тотам ҡалмай, эйәреп йөрөй торғас, бер-ике көндән, тағы бер «әңгәмә» ишетеп алдым:

...—Минең бер туған ғына бикәсем ул, күптән түгел ун һигеҙ йәше тулды. Бынамын тигән һылыу, брамы ҡалаҡҡа һалып йот та ҡуй!—ти ағайыма теге ҡоҙаса тейеш апай.

—Ҡайһы ауылдан?

—Ҡайһы тип ни, Исламдан, кәнишне!..

Ағайыма кемделер кәләшлеккә димләй, ахыры, тип аңланым. Уның бына шул отпускыһында ниндәйҙер мөһим ваҡиға булырға торғанын һиҙенәм. Ата- әсәйемдәр ошо арала туй-маҙар хаҡында, кемдәрҙе саҡырырға, күпме һәм нимә әҙерләргә, тип үҙ-ара көңгөр-ҡаңғыр сөкөрләшә лә башланы. Тигенгә лә түгелдер, сөнки, ағайым бер мәл көнө буйына ҡайҙалыр юғалып торҙо. Кискә ҡарай, өйгә ҡайтып ингәндә, уның кәйефе бик шәп ине, әйтәм... Шул ваҡыт ағайым менән бер бик мәҙәк һәм уның тормош юлында мөһим һынылыш булырлыҡ хәл булғаны һуңғараҡ ишетелде.

Егет менән ҡыҙҙы бер-береһенә димләүгә бер аҙ сәйерһенеп ҡарағандар ҙа күп. Әммә, шул уҡ ваҡытта, элекке кешеләрҙең шундай ысул менән ҡорған тормоштары хаҡында аныҡ миҫалдарҙы күреп, фекерләй башлаһаң, халҡыбыҙҙың борондан килгән был йолаһы ысынбарлыҡта ифрат та гүзәл икәненә инанаһың. Бер-береһен алдан белеп, һөйөшөп, никахҡа торған йәштәрҙең араһында ла хәҙерге дәүерҙә йыш ҡына осраған айырылышыуҙарҙы иҫәпкә алып, түбәндә бәйән ителгән ҡыҙыҡлы ваҡиғаға иғтибар менән генә күҙ һалайыҡ әле.

Өйләнеү ваҡытын артабан кисектереү һис ярамағанлығын үҙе лә аңлаған инде ағайым. Хәйбулла исемле дуҫы менән, теге ҡоҙасаның әйтеүе буйынса, буласаҡ еңгәмде—Фәриғә исемле ҡыҙҙы күҙләп, уның менән танышыр өсөн, ауылдарына барып килмәксе булалар. Отпускының һанаулы ғына көнөндә, әлбиттә, мәсьәләне бик «оперативно», йәғни оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙ арала хәл итеү кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Бер юлы ҡыҙҙың ата-әсәһе менән һөйләшеүҙе лә маҡсат итеп ҡуйғандар. Улар риза булған хәлдә, ыңғайы бер туй-маҙар, ҡыҙ оҙатып алыу даталарын да килешеп ҡайтырға, тигән ҙур ғына пландары ла булған, буғай. Ағайымдың шул саҡтарҙа яратып, үҙ алдына көйләп йөрөгән бер йыры иҫкә төшә:

Ике лә генә егет кәңәш ҡора

Ыласындай ҡошто тоторға.

Ыласынҡай ҡош шул, (һай), тоттормай,

Егет кеше һүҙгә лә оттормай...

Ул саҡта телефон-фәлән тигән нәмә хаҡында кешеләр хатта хыялланмай ҙа ине, шунлыҡтан үҙҙәренең ниәттәре тураһында Ислам ауылындағыларҙы алдан аңғартырға ла форсат булмағандыр. Үкенескә, димләүсе ҡоҙасала ағайыма күрһәтергә ҡыҙҙың фотоһы ла булмаған. Бына шундай «ҡатмарлы оператив шарттарҙа» ағайыбыҙ, хәрби формаһын үтекләп, осоп ҡалмаһын өсөн, ҡайышын эйәк аҫтына эләктереп, фуражкаһын батырып кейгән дә, дуҫы менән икәүләшеп «ИЖ-Юпитер»ға атланып, егерме биш саҡрым тирәһе ятҡан ауылға елдерә. «Фәлән ауылда фәлән кешенең фәлән исемле ҡыҙы», тигәндән башҡа мәғлүмәттәре булмаған егеттәр, кешеләрҙән һорашҡылап, урман төпкөлөндә ятҡан Ислам ауылына (хәҙер ул ауыл юҡ инде) килеп тә етәләр. Ауыл осондағы ҡоҙоҡ янында туҡтап, бара торған өйҙәрен кемдән һорашырға тип торғанда, бәхеткә, бер ҡыҙ һыуға килә ята икән.

—Һеңлем, был—Ислам ауылымы?—тип һорай икән егеттәр.

—Эйе,—тип яуап биргән ҡыҙ.

—Айытбай, тигән кешеләрҙең өйөн белмәйһегеҙме?

—Беләм.

—Күрһәтеп кенә ебәрегеҙ әле...

—Анау ултырған, шундай ҡыйыҡлы, шундай ҡапҡалы йорт...

—Ярай, рәхмәт, һылыу,—тип, матайын ҡабаттан ҡабыҙып, ҡыҙ күрһәткән йортҡа йүнәлә егеттәр.

Йүнәлеүен—йүнәләләр ҙә, тик, ауыҙыңа май булғыры, ҡоҙоҡ янында күренеп ҡалған теге һоро күҙле, мөләйем ҡыҙ Fайса ағайымдың күҙ алдынан китмәй ҙә ҡуя икән. Бер ҡыҙҙы күҙләйем тигәнсе, икенсегә күҙе төшкән дә ҡуйған бит был ағайымдың! Ни хәл итергә? «Әллә Хәйбулланы ҡоҙоҡ яғына кире борорғамы икән...», тип уйлай башлай был. Шундай уңайһыҙ хәлгә төшкән егеттең күңелен дә аңларға була. «Әй, әттәһе!»...

Хәйбулла ағай мотоциклын туп-тура баяғы ҡыҙ күрһәткән йорт ҡапҡаһына ҡарай бороп туҡтатҡан. Өйгә ингәндәр. Айытбай бабай менән Әминә әбей икеһе лә өйҙә икән. «Кейәү үңәре» тейеш кеше булараҡ, Хәйбулла ағай ни йомош менән килгәндәрен тулҡынлана-тулҡынлана өй хужаларына әйтеп тә биргән. Тик ағайымдың был әбей менән бабайҙа эше юҡ, ә әлеге һыуға килгән ҡыҙ һаман уның уйынан сыҡмай ҙа ҡуя икән...

—Әллә инде, мин бер ни ҙә әйтә алмайым, егеттәр, ҡыҙҙың үҙенән тора инде,—ти икән бабай, һаҡ ҡына итеп, ҡыҙ күҙләргә килгән ағайымдың тыуған-тыумасаһы хаҡында бер-нисә һорау биргеләгәс.—Ул ней, әле генә өйҙә ине, әллә аласыҡ тирәһендә йөрөп ята микән...

—Һыуға китте ул,—ти икән Әминә әбей.—Ә-әй, ана үҙе килә лә ята...

Тулы биҙрәләрен көйәнтәләп, талғын ғына баҫып, ҡапҡанан инеп килгән ҡыҙҙы тәҙрә аша күреп, Fайса ағайымдың йөрәге «жыу» итеп ҡала... Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына,—тип әйткәндәр бит әле боронғолар. Димләү, димләү тиһәләр ҙә, Аллаһ Тәғәлә яҙған яҙмыштан бер  ҡасан да уҙмыш булмай икән шул. Аға-йымдың күҙе төшкән әлеге ҡыҙ—тап ана шул минең Фәриғә еңгәм булып сыҡҡан!..

...Туйҙа йыйылышҡан ағайҙар, апайҙар матур итеп йырлашҡаны һаман ҡолағымда сыңлай.

Һауаларҙа оса ике аҡҡош,

Ҡаурыйҙары ергә ҡойола.

Янып һөйһәң, күңел ҡанатлана,

Мәңге талмаҫ кеүек тойола...

Йәштәрҙең йырын Fайса ағайым үҙе мандолинала оҙатып бара. Мандолина ҡылдарын һуҡҡан саҡта «парадный» форма кейгән ағайымдың йылтырап, күҙҙең яуын алып торған алтын ялатылған погонлы яурындары еңелсә һелкенеүе, уның янында ебәк яулыҡ ябынып ултырған сәскәләй йәш еңгәм бөгөнгөләй хәтеремдә... Йыл да уларҙың отпускыға ҡайтыуы беҙҙең өсөн оло байрам ине. Бер йыл үткәс, Лилиә исемле ҡыҙҙары донъяға килде. Дәһшәтле стратегик ракета ғәскәрҙәре офицеры булараҡ, ағайым ракета шахтаһында аҙналар буйы дежурҙа йөрөһә, еңгәм һалдат ашханаһының ашнаҡсыһы булып эшләне.

Күпмелер ваҡыт үткәс, үҫеп етеп, уҡып, хәрби табип булғас та, мине, бәхеткә, ағайым хеҙмәт иткән ана шул дивизияға тәғәйенләнеләр. Тәү килгән осор, бер айға яҡын, ғаиләм менән Fайса ағайымдарҙа йәшәп торҙоҡ. Ул инде унда тәжрибәле, абруйлы офицер булараҡ, миңә күп кенә әрме нескәлектәрен өйрәткеләне, башҡа өлкәләрҙә лә, әлбиттә, уның ярҙамы тейҙе. Өлгөлө, оҙайлы хеҙмәте өсөн оборона министры тарафынан ете миҙал һәм күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән ағайым, мин килгәс тә, оҙаҡламай, запасҡа сығып, еңгәм менән Башҡортостанға күсеп ҡайтып киттеләр, тик инде хәҙер мин егерме биш йылымды тултырырға ҡалдым. Артабан, хеҙмәтем бөткәнсе, улар менән тағы йылына бер тапҡыр ғына осрашып торҙоҡ...

Сибай ҡалаһына күсеп ҡайтҡас, Fайса ағайым оҙаҡ ҡына йылдар мәктәптә военрук булып, ә еңгәм балалар баҡсаһында эшләне. Ҡыҙҙары Лилиә медицина университетының юғары белемле шәфҡәт туташтары әҙерләү факультетын тамамлап, хәҙерге ваҡытта Сибай дауаханаһының кардиология бүлегендә өлкән шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Ейәндәре Алмаз БДУ-ның Сибай   институты студенты.

Етмештең бишен ҡыуып китеп барыуына ҡарамаҫтан, Fайса ағайымдың әле булһа бирешергә иҫәбе юҡ, әүҙем тормош алып бара. Ҡала һәм республика масштабында һәр төрлө конкурстарҙа мандолина уйнап, күп кенә приздар ҙа алғыланы. Маҡтана тип уйламағыҙ, дөрөҫөн генә әйткәндә, ошо йәшемә етеп, мин уның һымаҡ матур, моңло итеп мандолинала уйнаған кешене осратҡаным да юҡ. Һәр йыл 9 май көнө—Еңеү байрамында ағайым менән бергә миҙалдар тағылған хәрби формаларыбыҙҙы кейеп, ҡала майҙанына парадҡа сығыуҙы үҙебеҙгә күрә бер йола итеп алғанбыҙ.

Fайса ағайым менән Фәриғә еңгәм ифрат та ҡунаҡсыл кешеләр. һәр төрлө байрамдарға туғандарҙы саҡырып һыйлай улар. Уның нисек итеп телде йоторлоҡ тәмле бешергәнен белһәгеҙ! Бәғзе кешеләргә Аллаһ Тәғәлә шундай айырыуса һәләт бирә бит. Йор һүҙле, шаян еңгәм һаман да йәш сағындағы һымаҡ алсаҡ, туғандарым, тип өҙөлөп тора. Улар менән осрашҡан һайын бынан илле йыл элек ишеткән әлеге моңло йыр иҫкә төшә.

Һауаларҙа оса ике аҡҡош,

Алыҫтарға китә моңдары.

Киләсәктә аҡҡош юлы булып

Китһен беҙҙең йәшлек йылдары...

Эйе, ошо туғандарымдың, пар аҡҡоштар һымаҡ, донъяның әсе-сөсөһөн бергәләп татый-татый, бәғзе ваҡыт ҡаршы торған көслө ел-дауылдарға ла бирешмәй һаман алға барыуҙарын күреп һөйөнәм. Киләсәктә, Аллаһ Тәғәлә уларҙың үҙҙәренә, бала-сағаларына ныҡлы иман, һаулыҡ, бәхет насип итһен, тип доғалар ҡылам.

Хәлил Һөйөндөков.

Һүрәттә: ярты быуат бергә ғүмер итеүсе

 

Фәриғә һәм Fайса Һөйөндөковтар.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap