Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
21.02.2017
МӨХӘББӘТҺЕҘ ЙӘШӘҮ МӨМКИН ТҮГЕЛ МӨХӘББӘТЛЕ ОШО ДОНЪЯЛА
Untitled document

Линара ҠЫРЫМҒУЖИНА

Календарға 14 февраль Fашиҡтар көнө булараҡ индерелгән. Европанан килгән был байрамды Изге Валентин көнө тип тә йөрөтәләр. Әлбиттә, беҙ, мосолмандар, уны байрам итмәйбеҙ, әммә яратыуҙың, һөйөүҙең бер ниндәй хилафлығы ла булмауын, киреһенсә нәҡ ошо изге төшөнсә донъябыҙға йәм, йән биреүен аңлап, ғашиҡ йәндәр араһында ярыш иғлан иткәйнек. Гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» (https://vk.com/ataysalgazeta) селтәрендәге төркөмөндә «Иң матур пар» тип аталған фотоконкурсҡа төрлө тарафтарҙан фотоһүрәттәр ағылһа, «Мөхәббәт тарихы» тип исемләнгәнендә дуҫтарыбыҙ танышҡан, ҡауышҡан мәлдәрен бик ҡыҙыҡлы итеп хикәйәләне.

Ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең күплеге ҡыуандырҙы. Ике аҙна дауамында бөтәһе 87 фото һәм 15 тарих алдыҡ. Алдан уҡ конкурстарҙың шарттары, талаптары хәбәр ителгәйне. Интернетта иң күп тауыш, йәғни «лайк» йыйыусы еңеүсе булырға тейеш ине. Әммә «накрутка» менән булышыусылар, «репост» эшләмәүселәр булыу сәбәпле, конкурс шарттарын үҙгәртеп ебәрергә тура килде. Еңеүселәрҙе үҙебеҙ билдәләргә ҡарар иттек. Әйткәндәй, был еңелдән булманы. Парҙарҙың барыһы ла матур, һоҡланғыс мөхәббәт тарихына. Береһен дә кәмһетке, ситнәтке килмәне. Ләкин, нисек кенә булмаһын, беҙгә еңеүселәрҙе билдәләү һәм бүләкләү кәрәк, сөнки вәғәҙә—иман.

Конкурсҡа ебәрелгән һәр фотография үҙенсәлекле, матур. Беҙ унда яңы өйләнешкән йәштәрҙе лә, балаларын үҫтереп, бына инде тиҫтә йыллап бергә татыу ғүмер итеүселәрҙе лә, өләсәй-ҡартатай булып, балаларының уңышына ҡыуанып ултырыусы ололарҙы ла күрҙек. Бер-береһен һөйгән йәрҙәр күҙендә сағылған осҡон, ихтирамлы ҡараш был фани донъяларҙы икәүҙең мөхәббәте биҙәгәнен һөйләй төҫлө. Ысынлап та, Fайса Хөсәйенов әйтмешләй, ошондай күркәм хис кеше күңелдәрен яҡтыртып, йылытып тормаһа, күңел ташҡа, дөм ҡараңғыға әйләнеп, йәшәүебеҙҙең дә йәме булмаҫ ине, шулаймы?

Алдан әйтеүебеҙсә, конкурсанттарҙың барыһы ла беҙҙе һоҡландырҙы. Оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, уртаҡ фекергә килдек. Һөҙөмтәлә, Баймаҡтан Юлиә һәм Урал Fүмәровтар (конкурстың ике төрөндә лә ҡатнаштылар), Баймаҡ районы районы Үрге Иҙрис ауылында йәшәүсе Айһылыу һәм Марат Салиховтар тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында мәҡәлә яҙырға ҡарар иттек. Улар ҡорған күркәм ғаилә күптәргә өлгө булыр тип ышанабыҙ.

Һуңғы ваҡыт йәштәр араһында заманса туй үткәреү, тәбиғәт ҡосағында никах теркәү модаға инеп китте. Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында йәшәүсе Дилә һәм Альберт Ниғмәтуллиндар ҙа туйҙарын үҙенсәлекле итеп ойоштора. Кейәү егеттең Һауа десант ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итеүен иҫәпкә алып, йәштәр ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле көнөн ВДВ-ға арнай. Кәләш аҡ күлдәк урынына күкле-йәшелле күлдәк тектерә. Ҡунаҡтар ҙа кейем һайлағанда күк һәм йәшел төҫкә өҫтөнлөк бирә. Туй барған зал да ошо стилдә биҙәлә. Шуға ла беҙ Ниғмәтуллиндарҙы «Үҙенсәлекле туй» номинацияһында бүләкләргә ҡарар иттек.

«Һөйкөмлө пар» номинацияһы еңеүселәре тип Диана һәм Альберт Үҙәнбаевтар табылды. Улар 17 йыл бергә татыу йәшәй. Өлкән улдары Ислам 10-сы, ҡыҙҙары Алтынай 6-сы класта уҡый, бәләкәстәре Динияр балалар баҡсаһына йөрөй.

Конкурстың шарты буйынса фотолар сифатлы булырға тейеш ине. Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында йәшәүсе Гөлнур һәм Даян Дәүләткилдиндарҙың фотоһы был йәһәттән әллә ни маҡтанырлыҡ булмаһа ла, үҙенсәлекле булыуы менән барыбыҙҙы ла йәлеп итте. Сәскәле болондағы ғашиҡ йәрҙәрҙең фотоһынан ниндәйҙер йылылыҡ, һөйөү бөркөлә. Ир үҙ йәренә аҡ сәскәләр бүләк итә, ә ҡатын оялсан ҡарашын ергә төбәгән… Был матур һүрәттәге парҙың бергә йәшәүенә—24 йыл. Бер ул, өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Дәүләткилдиндар «Һөйөү мәңгелек» номинацияһында еңеү яулай.

Балаларҙы үҫтереп, эйәле-башлы итеп, бәхетле өләсәй һәм ҡартатай булып ултырған мәлдә лә мөхәббәт усағының һүрелмәүен теләй күптәр. Фәриғә һәм Факил Күсәковтар тап шундай парҙарҙың береһе. 45 йыл бергә ғүмер иткән, 2 бала үҫтергән, әле 4 ейән-ейәнсәргә өләсәй һәм ҡартатай булған инәй менән олатайҙың бер-береһенә булған һөйөүе ҡараштарында сағылып тора. Шуға ла уларҙың фотоһүрәтен «Күҙҙәремә бер ҡарауың етә» номинацияһында билдәләмәй булдыра алманыҡ.

Үрҙә атап үткән ғаиләләргә конкурстың бағымсыһы «Цифра» (https://vk.com/zifrabikbay) фото һәм үҙенсәлекле бүләктәр салоны еңеүселәрҙең фотоларын туҡымаға төшөрөп бүләк итәсәк. Әйткәндәй, «Цифра» салонында (Сибай ҡалаһы, Таусылар проспекты, 20, «Бикбау» магазины) фотоға бәйле бар хеҙмәттәр күрһәтелә. Бокалдарға, футболкаларға һеҙ теләгән фото ҡуйыла, календарҙар, брелоктар, магниттар эшләнә. Документ өсөн дә фото төшөргә була. Заказ буйынса рамкалар, мисәт-штамптар, визиткалар эшләтергә мөмкин. Иҫкергән, төҫөн юғалта  барған фотоһүрәттәргә реставрация эшләйҙәр. Байрамдар уңайынан төрлө ташламалар, бүләктәр ҡаралған. Күрһәтелгән хеҙмәттең тулы исемлеге менән салондың үҙендә йә «Бәйләнештә» селтәрендәге махсус төркөмдә таныша алаһығыҙ.

Конкурсанттар араһында 11 балалы ғаилә лә бар. Улар—Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында ғүмер итеүсе Зөлфиә һәм Вәкил Боҫҡоновтар. Быйыл көмөш туйҙарын билдәләйәсәк ғаиләлә һигеҙ ҡыҙ һәм өс малай тәрбиләнә. Өлкәндәренә 23  йәш булһа, иң бәләкәстәренә ни бары—1 йәш. Боҫҡоновтарға Сибай тарих крайҙы өйрәнеү музейы сертификат тапшыра. Ул ғаилә менән экскурсияға килеү мөмкинлеге бирә.

 

Фотоконкурсҡа килгән фотоларҙан күҙҙәр ҡамашты. Еңеүселәр рәтенә йәш, урта, оло быуын кешеләрен дә алырға, ғәҙел баһаларға тырыштыҡ. Бүләкләнеүселәр исемлегенә инмәүселәр һис кенә лә кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Һеҙ барығыҙ ҙа матур, һәммәгеҙҙең татыу ғаиләһен башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Артабан да бәхеттә, именлектә тиң-тигеҙ ғүмер кисерегеҙ! «Атайсал» гәзите менән бергә ҡалығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, конкурстарыбыҙҙа ҡатнашығыҙ!




гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap