Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
21.02.2017
МӨХӘББӘТҺЕҘ ЙӘШӘҮ МӨМКИН ТҮГЕЛ МӨХӘББӘТЛЕ ОШО ДОНЪЯЛА
Untitled document

«Мөхәббәт тарихы» конкурсына ебәрелгән һөйөү тарихтары береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ булыуы менән йәлеп итте. Улар менән ҡыҫҡаса таныштырып үтәбеҙ.

Сейф урынына—кәләш

Fүмәровтарҙың мөхәббәт тарихы бынан 15 йыл элек ябай ғына телефон аша һөйләшеүҙән башланып китә. Ул ваҡытта Юлиә «Түбә тимер ҡоролмалары» йәмғиәтендә кадрҙар бүлеге начальнигы булып эшләй. Бер мәл Икенсе Этҡол ауыл хакимиәте башлығы Урал сейф эшләтеү теләге менән шылтырата. Күп тә үтмәй заказ бирергә тип килеп тә етә. Шулай итеп, эш мәлендә беренсе тапҡыр осраша йәштәр. Дүрт айҙан гөрләтеп туй үткәрәләр. Әле Баймаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр, 3 ул, 1 ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Бына шулай: Урал Түбәнән сейф түгел, кәләш ала.

Ҡунаҡ ҡыҙ һәм күрше малай

Рәмилә һәм Фәрит Моратовтарҙың мөхәббәт тарихы үҙенсәлекле. 12 йәшлек Рәмилә Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән туғандарына ҡунаҡҡа бара. Ят ҡыҙға 13 йәшлек күрше малай шунда уҡ күҙ һала. Танышып, дуҫлашып китәләр. Ул ваҡытта телефон юҡ, үҫмерҙәр хат алышып тора. Рәмилә берҙән-берен әрме сафынан көтөп ала. Фәрит ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, йәштәр өйләнешә. Өс бала тәрбиәләйҙәр.

Туй артынан туй

1995 йылда Алһыуҙы әхирәте туйына саҡыра. Мәжлес ауылдағы ашханала үтә. Туйҙың ҡыҙған мәлендә ҡыҙҙың ике туған ағаһы килеп инә. Йәштәр таныша. Иртәгеһенә уларға бер машинала ҡайтырға тура килә. Шунда еңгәй тейеш кеше Алһыуға: «Урланыҡ беҙ һине, килен итәбеҙ!»,—тип шаярта. Икенсе көнөндә Алһыу менән Рәис осраҡлы рәүештә генә урамда осраша. Дуҫлашып китәләр, бер аҙнанан өйләнешергә лә ҡарар итәләр. Шулай итеп, 21 йыл элек Фәтхетдиновтар ғаиләһе барлыҡҡа килә. Улар өс балаға ғүмер биргән.

Һыу буйында осрашыу...

Әлфиә һәм Fәлинур икеһе лә Баймаҡ телевидениеһында эшләй, көндә күрешеп, бергә сюжеттар, тапшырыуҙар әҙерләй. Шулай ҙа яңы ғаилә барлыҡҡа килеүгә ябай бейеү сәбәпсе була. Әлфиә «Иң яҡшы эшсе ҡатын-ҡыҙ» район конкурсында ҡатнашырға ҡарар итә. Конкурс шарттары буйынса үҙ сығышыңда музыкаль номер ҙа әҙерләргә кәрәк. Ҡыҙ был өлкәлә тәжрибәһе булған коллегаһына мөрәжәғәт итә. Әлфиәгә күҙ атып йөрөгән егет был мөмкинлекте оҫта ғына файҙаланып, «Һыу буйында осрашыу» тигән парлы бейеү һала. Шунда башлана ла инде мөхәббәт тарихы. Әле улар Fәлиә исемле ҡыҙ үҫтерә.

Алай ҙа Флүр тыуған...

«Булыр инеме икән беҙҙең ғаилә, әгәр ҙә Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында Флүр исемле малай тыумаһа… Эйе, ҡайһы ваҡыт шулай тип уйлап ҡуям. 1990 йылда мине, дипломлы белгесте, тап ошо ауылға эшкә ебәрҙеләр. Унда Иҙрис ауылынан килгән фельдшер ҡыҙ Гөлниса менән дуҫлашып алдым. Бригадир Айҙар ағай Ишҡыуатов элекке медпункт бинаһын йәшәрлек итеп йүнәттереп бирҙе. Өс ҡыҙ шунда йәшәй башланыҡ. Гөлнисаның эше тынғыһыҙ: төндә лә, көндөҙ ҙә саҡырталар. Йә берәйһенең ҡатыны бәпәйләй, йә ҡан баҫымдары күтәрелеп китә. Шулай бер мәл Гөлнисабыҙ бер егет менән бензовоз машинаһында ҡайтып төштө. Егете матур ғына күренә: ҡара мыйыҡлы, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле. Гөлниса килеп инеү менән: «Хәлит ағайҙың малайы бар икенсегә, әйҙә һөйөнсөләйбеҙ»,—тине беҙгә. Мин барманым. Гөлниса һөйөнсө һорарға шофер егет менән сығып китте. Бер аҙҙан яулыҡ менән таҫтамал тотоп килеп инделәр. Бергәләп сәй эсеп алғас, бензовоз машинаһында Ярат ауылына һинд киноһы ҡарарға елдерҙек. Кино бөткәс, егет беҙҙе кире Йәрмөхәмәткә алып килде. Шул саҡ минең беретка машинала ятып ҡалған, имеш. Әллә ысынлап, әллә юрый ҡалған, кем   белһен. Иртәгеһенә береткамды алып килгән шофер егет менән дуҫлашып киттек, оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Быйыл Фәрит менән бергә тороуыбыҙға 25 йыл тула, Алла бирһә. 3 ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Бына шулай, кемдеңдер малайы тыуыуы беҙҙең ғаилә ҡороуыбыҙға сәбәп булды»,—тип үҙ тарихын бәйән итә Миләүшә Юлдашбаева.

Тәү күреүҙән ғашиҡ булдым…

«Беҙҙе Сибай сәнғәт училищеһы таныштырҙы. Бер-беребеҙҙе күргәс тә ғашиҡ булыштыҡ та, оҙон-оҙаҡҡа һуҙып тормай, алты ай ғына дуҫлашып йөрөгәндән һуң, өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Иремә—18, миңә—17 генә йәш ине. Ҡыйыу булғанбыҙ, тормош тигән оло донъяға йәшләй генә аяҡ баҫҡанбыҙ. Бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, осраған бер кәртә-һикәлтәләрҙе бергә уҙып, бәхетле-мөхәббәтле генә йәшәп ятабыҙ, Аллаға шөкөр. Өс малай үҫтерәбеҙ»,—тип яҙа Гүзәл Мырҙаева.

Мөхәббәт дауахананан башлана

Әсәйем мәрхүмә рухына аят уҡытып мәсеттән сығып барған мәлемдә ҡаршыма бер ҡатын осрап «Ике йылдан тормошоңда бер кеше осрай, иғтибарлы бул»,—тине лә юҡ булды. Мин аптырап тороп ҡалдым...Был хәлгә теүәл ике йыл үткәс, йыш ҡына төшөмә ингән егетте осраттым. 2008 йылдың апрель айында дауаханаға эләктем. Шул ваҡытта тормошома йәм өҫтәп килеп инде ул—минең мөхәббәтем. Алсаҡ, һөйкөмлө генә 1 курс студенты дауаханала практика үтә икән. Таныштыҡ. Көндәр үтә торҙо. Минең дауахананан сығыр мәл етте, ә егеттең практикаһы бөттө. Хушлашып икебеҙ ике тарафка киттек. Теүәл ун көн үткәс осраштыҡ. Дуҫлаша башланык. Шулай башланып китте беҙҙең мөхәббәт тарихы,—тип яҙа Сибай ҡалаһынан Илүзә Вәхитова.

Төштәремә кергән һылыуҡай...

«Fәҙәттәге эш көнөнән һуң бер аҙ һуңлабыраҡ ҡайтып инһәм, әсәйем әле генә мунсанан сыҡҡан, ә һеңлем Анфиса (апайымдың ҡыҙы, беҙҙә йәшәй) өҫтәлгә табын әҙерләү менән мәшғүл.

—Ҡайҙа йөрөйһөң ул, оҙаҡлап,—Анфиса ишектән инеү менән мине штыкка алды.—Эш кейемдәреңде сис тә, бына мин үтекләп әҙерләгән матур кейемдәреңде кейә һал... Хәҙер беҙгә бер апай мунса төшөргә килә, өләсәй менән беҙ һеҙҙе таныштырып ҡалырға булдыҡ... Етәр инде яңғыҙың ни алтара-ни полтара булып йөрөүең (беренсе мөхәббәттән уңмағас, дүрт-биш йыл буйҙаҡ инем).

Килде… Мин уны күреп ҡаттым да ҡалдым. Аптырауым ханымды тәүге күреүҙән түгел, ә нәҡ уны әрме хеҙмәтендә саҡта уҡ төшөмдә күреүемдән ине. Кәпәсен һалыу менән уның төштәге һылыуҡай икәнлегенә ысынлап та инандым—маңлай сәсенең бер шәлкеме ап-аҡ!!! Бына мөғжизә! Бына Аллаһының ҡөҙрәте! Минең яҙмышыма, минең бәхетемә яҙылған бит ул! Ханым уға текләп, өнһөҙ тороуымдан уңайһыҙланып ҡына түргә атланы. Мин иһә уйҙарым менән теүәл ун биш йыл элек булған төшөмдө яңынан күҙ алдымдан үткәрәм...

Был хәл 2001 йылдың 19 мартында булды. Ә 13 апрель көнө (13 һанын бәхетһеҙ тиһәләр ҙә минең өсөн һәр саҡ уңыш килтергән һан ул!) ике яҡлап та яҡын туғандар Йылайыр районының Һабыр ауылында Ҡоҙашевтар ғаиләһендә никах табынында гөр киләләр ине инде... Быйыл бергә йәшәүебеҙгә теүәл ун алты йыл»,—тип яҙа Мотал Рәмов.

«Аманат» журналына рәхмәт!

«Мине ирем менән мәңгелеккә хаттар бәйләне. 6-сы класта уҡыған осорҙа мәктәп китапханаһында «Аманат» журналының яңы номеры ҡулыма килеп эләкте. Ундағы «Дуҫтар эҙләйем» рубрикаһын ҡарап ултырам. Шул ваҡыт күҙем Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Заһир исемле малайҙың адресына төштө. Бер аҙ ваҡыттан хат яҙып һалдым. Яуап килмәне. Бер йыл үтеүгә был турала онотҡан инем инде. Мине иң аптыратҡаны шул булды: теүәл дүрт йылдан яуап килде!!! Минең хатым барған ваҡытта Заһир Ишембай ҡалаһының кадеттар мәктәбендә уҡыған булған, һәм хат гәзиттәр араһына буталып киткән. 2005 йылдың яҙында осраҡлы рәүештә генә ул Заһирҙың ҡулына килеп эләгә. Егет яуап яҙырға була. Мин колледжда уҡып йөрөгән саҡ ине. Шулай итеп икәү араһын хаттар бәйләне. Телефондар юк, хат-сәләмен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, һәм бына бер нисә айҙан беҙ осраштыҡ. Уны күргәс тә мин ғашиҡ булдым. Быға тиклем мин бындай егеттәрҙе осратҡаным юҡ ине. Сығып йөрөп килдек, ул миңә ҙур ғына йомшаҡ уйынсыҡ һәм үҙенең фотоһын бүләк итте. Ул йылда Заһир мәктәпте тамамлап Өфөгә уҡырға инде. Тағы айырылышыуҙар, хаттар, шылтыратыуҙар, байрам-ялдарҙа ғына күрешеүҙәр... Дүрт йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек. Әмилә һәм Самира исемле бәләкәстәребеҙҙе тәрбиәләйбеҙ»,—тип үҙ тарихы менән уртаҡлаша Олеся Көнсыуаҡова.

Ҡыҙыу ҡояш аҫтында

Наҙгөл һәм Илһам Ильясовтарҙың да тарихы үҙенсәлекле. Улар Ҡара диңгеҙ ярында таныша. 2002 йылдың йәйендә Сибай институтының 50 әүҙем студенты диңгеҙгә путевка менән бүләкләнә. Был исемлеккә Наҙгөл менән Илһам да инеп китә. Быға тиклем ике йыл бер институтта белем алған йәштәр беренсегә Сочиға ҡарай елдергән автобуста таныша. Мөләйем, алсаҡ егет йәш ҡыҙҙың иғтибарын шунда уҡ йәлеп итә. Диңгеҙҙә һыу төшөүҙәр, дискотекалар, төрлө экскурсиялар. Йәштәрҙең көндәре күңелле һәм файҙалы үтә. Йөҙә белмәгән Наҙгөлгә Илһамдың ярҙамға килеүенән мөхәббәт тарихы башланып китә. Теүәл бер йылдан йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Танышыуҙарының ун йыллығын улар шулай уҡ Ҡара диңгеҙ ярында ҡаршы ала.

Урланған аш сүмесе

«2005 йыл минең өсөн ҙур үҙгәрештәргә бай йыл булып сыҡты, уҡыуҙы тамамланым, институтҡа керҙем. Буласаҡ тормош иптәшем Динис менән мин ятаҡта таныштым. Дөрөҫөрәге, аш бүлмәһендә. Бала саҡтан үҙем бик шаян, шуҡ һәм отҡор ҡыҙ булып үҫтем. Шуға күрә, дөйөм ятаҡтың аш бүлмәһендә егеттәрҙең аш сүмесен йәшереп ҡуйыу минең өсөн бер ни ҙә тормай ине. Нәҡ шул сүместән башланып китте лә инде беҙҙең дуҫлығыбыҙ. Ул көндө минең төп маҡсатым егет ҡаратыу түгел ине. Ә ни бары шаяртыу ғына... Сүмесен «юғалтҡан» егет Белорет районынан, тарих бүлегенең 3-сө курс студенты булып сыҡты. Динис—саф башҡорт   егете, тырыш, ярҙамсыл, иғтибарлы. Сәскәләр, бүләктәр,осрашыуҙар... Дуҫлашыуыбыҙ теүәл 3 йыл дауам итте. Мин 3-сө курсты тамамлағанда, Динис ҡулына юғары белемле белгес дипломын алды. Оҙаҡламай эшкә урынлашты. 2008 йылдың сентябрь айында беҙ туй үткәрҙек. Әле ике ул үҫтерәбеҙ. Тормош үҙ һынауҙарын алдыбыҙға ҡуйып тора, беҙ уларға          бирешмәй, алға ҙур өмөттәр бағлап, пландар ҡороп йәшәйбеҙ»,—ти Дилә Фәтҡуллина.

Йәшләй һөйгән йәрем

Нурсилә 9-сы класта уҡып йөрөгәндә дауаханаға эләгә, күрше палатала унан бер йәшкә оло Айбулат исемле егет була. Танышалар. Был дуҫлыҡ оло мөхәббәткә әүерелә. Телефондан һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар… Магнитогорск медицина колледжының 1-се курсын тамамлағандан һуң, егет әрмегә барып килә. Ул ҡайтыуға ҡыҙ мәктәпте тамамлай һәм Сибай медицина колледжына документтар тапшыра. Ошо йылда, йәғни 2011 йылдың 11 ноябрендә егет менән ҡыҙ өйләнешеп тә ҡуя. Бер-бер артлы өс балалары тыуа. Йәш кенә булһалар ҙа ауырлыҡтарға бирешмәй улар, уҡыуҙарын да тамамлайҙар, ипотекаға өй ҙә алалар. Халисовтарҙың бергә йәшәүенә—5 йыл.

Ҡоҙа менән ҡоҙаса...

Илфат менән Ләйлә Мырҙағәлиндар ҙа мәктәп ваҡытынан алып дуҫлаша. Бер мәл уҡыусылар араһында шапка алып ҡасыу уйыны ҡыҙып китә. Ләйлә лә ситтән күҙәтеп тормай, ҡоҙаһының шапкаһын алып ҡаса. Етмәһә «Шоколад алып килһәң генә кире ҡайтарып бирәм»,—тип шаярта. Был хәлдән арыуыҡ ҡына ваҡыт үтә. Яңы 2001 йылды ҡаршылаған мәлдә тышҡа йыйынып йөрөгән ҡыҙҙар: «Урамда иң беренсе осраған кешегә киләсәктә кейәүгә сығабыҙ»—тип көлөшәләр. Тышҡа сыҡҡас та, бер төркөм йәштәргә осрай улар. Араларында Илфат та бар. Ул өндәшмәй генә килеп Ләйләгә шоколад һәм сәскә тоттора. Өҫтәүенә яратам тип тә ысҡындыра. Ҡыҙҙарҙың шаяртып әйтелгән һүҙҙәре дөрөҫкә сыға. Алты йылдан гөрләтеп туй үткәрә Ләйлә менән Илфат.

Нурфәизгә булһа ла сығырмын...

Йәш ҡыҙҙарҙы, ғәҙәттә: «Ҡасан кейәүгә сығаһың?»—тип аптыраталар бит. Гөлкәйгә был һорауҙы йыш бирәләр. Ундай саҡтарҙа: «Кейәү ҡасмаҫ, ҡасһа ла берәй әбейе үлгән бабай алыр, бик булмаһа, күршем Нурфәизгә (оҙаҡ өйләнмәй йөрөгән күрше егет) булһа ла сығырмын әле»,—тип яуаплай шаян ҡыҙ.

Уҡыуҙы тамамлап ҡайтҡас, уны Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылына эшкә ебәрәләр. Сит ауыл һәм ундағы мәктәп менән танышырға барғанда Гөлкәй апаһын да эйәртә. Сөнки Сыңғыҙҙа апаһының әхирәте йәшәй. Мәктәптә булып сыҡҡандан һуң, апаһының әхирәтенә сәйгә баралар. Ишек алдында йөрөгән егеткә Гөлкәй иғтибар ҙа бирмәй. Ул апаһының әхирәтенең ҡустыһы Нурфәиз булып сыға. Тағы нимәһе ҡыҙыҡ: ике Нурфәиздең дә атаһы Мостафа исемле. Бына бит шаяртып әйтелгән һүҙҙәргә лә Аллаһы Тәғәлә амин ти икән. Быйыл Гөлкәй һәм Нурфәиз Гөлбәйетовтар ғаилә ҡорғанға—15 йыл. Нургиз, Айым, Нурлыгөл исемле балалар үҫтерәләр.

Бына ошондайыраҡ мөхәббәт тарихтары килде беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙан. Еңеүселәрҙән Олеся Көнсыуаҡоваға һәм Илүзә Вәхитоваға Элина Ҡаҙаҡбаеванан (http://vk.com/tortysibaj) татлы приз. Диля Фәтҡуллинаға бағыусыбыҙ Гөлнур Fәббәсованан (https://vk.com/artland09) махсус бүләк тапшырырға ҡарар иттек. Миләүшә Юлдашбаеваға, Гөлкәй Гөлбәйетоваға Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейына сертификат бирелә. Ләйлә Мырҙағәлинаға «Атайсал» гәзитенән иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ.

 

Гәзитебеҙ үткәргән конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм ғаиләләренә именлек, бәхет теләйбеҙ! Артабан да беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ! «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмөбөҙҙә һеҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, яңынан-яңы конкурстар көтә.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap