Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
21.02.2017
ҮҘЕБЕҘҘЕ ҮҘЕБЕҘ КҮТӘРМӘҺӘК, БЕҘҘЕ КЕМ КҮТӘРЕР?
Untitled document

Мәктәп йылдарынан уҡ, «Урал батыр» эпосы менән танышҡандан һуң, ниңә ошо мәшһүр әҫәргә бағышлап кино йә йәнһүрәт төшөрмәйҙәр икән, тип уйлана торғайным. Ысынлап та, донъяға, киң халыҡҡа сығарып танытырлыҡ бына тигән фильм булыр ине бит! Кесеһенән олоһона тиклем ҡарап, барыһы ла башҡорт халҡын таныу ғына түгел, ә тормош мәғәнәһе, асылы, ғүмер ҡәҙере, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында ихлас уйланыр, дөрөҫ һығымталар яһар ине. Тик халҡыбыҙ эпосты китап итеп сығарыуҙан ары китә алманы...

Һәм, ниһайәт, баш ҡалабыҙ Өфөлә «Урал батыр» эпосына бағышланған һәйкәл барлыҡҡа киләсәк тигән оло ышаныста ҡалабыҙ. Уның проектын Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, скульптор Хәйҙәр Хәлиҙәр улы Fарипов тәҡдим итте. Үҙе әйтеүенсә, был тема менән ул студент сағынан уҡ шөғөлләнә.

—Етмешенсе йылдар башында Өфө сәнғәт училищеһында белем алдым. Ул ваҡытҡа «Урал батыр» эпосы «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡҡайны. Ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ. Скульптура дәресенән композиция эшләп алып килергә өйгә эш бирелгәс, һис уйлап тормай, Уралды һынландырырға ниәт иттем,—тип хәтерләй Хәйҙәр Хәлиҙәр улы.

Дастандың кешелек тарихында әһәмиәте ҙур. Мөхәмәтша Буранғолов уны 1910 йылда Fәбит һәм Хәмит сәсәндән яҙып ала. Эпос бөгөнгө көнгә тиклем килеп еткән икән, тимәк, фольклорсының фиҙакәрлеге бушҡа булмаған. «Урал батыр»ҙың йөҙәр, меңәр йылдар дауам иткән төп рухы—ул халҡын берләштереү, кешеләрҙе изге эштәр өсөн туплау. Һуңғы йылдарҙа тамырыбыҙҙы өйрәнеүгә, шәжәрәбеҙҙе барлауға ҙур иғтибар бирелә, ә төптән уйлап ҡараһаң, һәр беребеҙҙең шәжәрәһе «Урал батыр»ҙан башлана бит. Беҙ барыбыҙ ҙа—«Урал батыр»ҙың балалары. Дастан—донъя әһәмиәтендәге күренеш.

Башҡортостандың ете мөғжизәләренең береһе тип танылған «Урал батыр» эпосы ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән.  Һүҙ юҡ, аҫыл ҡомартҡыбыҙ тураһында ғилми тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр әле булһа алып барыла, уны өйрәнеү буйынса төрлө саралар ойошторола, шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәр донъя күрә. Әммә, дөрөҫөн әйткәндә, былар ғына аҙ.

—Урал-Шүлгәндең ата-әсәһен—Йәнбирҙе менән Йәнбикәне Әҙәм һәм Һауа менән сағыштырырға мөмкиндер. Бер улдары—хаҡ юлдан, икенселәре ҡара юлдан бара. Ошо ҡапма-ҡаршылыҡта донъя фәлсәфәһе, был хаҡта беҙ бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ,—тип үҙ ҡарашын белдерә Хәйҙәр Хәлиҙәр улы.

«Урал батыр» эпосы—башҡорт халҡының боронғо архаик хикәйәттәренең береһе. Ул фин халҡының «Калевала», германдарҙың «Нибелунгтар тураһындағы йыр», ҡырғыҙҙарҙың «Манас» кеүек эпик шиғриәт шедеврҙары менән бер рәттә тора. Тик шуныһы үкенесле: башҡалар үҙҙәренең геройын киң даирәләргә күтәреп, уларҙың исеме менән урамдарын, район-ҡалаларын атай, таш һәйкәлдәр ҡуя. Был тәңгәлдә «Урал батыр» эпосыбыҙ күпкә ҡайтыш. Скульпторҙарҙың һәйкәл ҡуйыу тигән теләге әлегә бары макеттарҙа ғына ҡала килә.

Хәйҙәр Fарипов тәҡдим иткән проект та күптән иғтибарға лайыҡ бит.

Һүҙ юҡ, «Урал батыр» эпосын һынландырған һәйкәл күптән кәрәк. Халҡыбыҙҙың йөҙөн билдәләп кенә ҡалмай, ул йәмғиәтте берләштерер, республика ҡунаҡтары алдында башҡорт халҡын танытҡан тағы ла бер йәмле урынға әйләнер ине.

Проект менән яҡындан танышып үтеү бөтәһе өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайбыҙ. Уның урынлашыр урыны—Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт йорто алды, Ағиҙел йылғаһы яры буйы. Һәйкәл тигәс тә бер һындан ғына ҡаралмаған ул. Иң өҫтә, үҙәктә, әлбиттә, Урал батыр урын аласаҡ. Баҫып торған килеш, гүйә, ул ҡарашын алға, киләсәккә төбәгән. Уң ҡулында—ергә ҡаҙалған ҡылыс, һулында—таштабаҡта Йәншишмә һыуы. Ике яғынан ике арыҫлан ята. Алдан яр буйлап баҫҡыс төшә. Ә  баҫҡыстың ике яғы буйлап—халҡыбыҙҙың бүтән эпостарынан күренештәр. Шул рәүешле башҡорттоң ауыҙ-тел ижады байлығы     тулы кимәлдә күҙ алдына баҫасаҡ. Аҫта иһә фонтан комплексы урынлаштырыласаҡ. Фонтан үҙәгендә—ятҡан килеш сабыйҙы күккә сөйгән ир менән ҡатын һыны. Улар тормоштоң күсәгилешлеген, быуындар алмашыныуын, донъяның мәңгелеген аңлата.

Донъя халыҡтары өсөн «Урал» географик атаманы ғына аңлатһа, башҡорттар өсөн был исем тәү сиратта изге аманат булараҡ ҡәҙерле. Бындай мөһабәт фонтан комплексы «Урал батыр» эпосын киләсәктә артабан да өйрәнеүгә этәргес булыр, йәштәрҙә эпосҡа ҡарата тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уятыр, уларҙа яңы фекерҙәр тыуҙырыр тигән изге уйҙа автор. Үҙенең шәхси оҫтаханаһы, уңайлы йәшәү шарттары, ныҡлы сәләмәтлеге булмауға ҡарамаҫтан, оло йәштәге рухи скульпторыбыҙҙың был эшен дә бойомға ашырырына өмөтө ҙур.

Хәйҙәр Fариповтың бик күп эштәре бөгөн Сибай ҡалаһын биҙәй. Билдәле дәүләт эшмәкәре Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, әҙиптәребеҙ Рәми Fарипов, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Мөхәмәтша Буранғолов, Советтар Союзы геройы Федор Белов бюстары, халыҡтар дуҫлығына арналған һәйкәл—былар барыһы Урал аръяғы баш ҡалаһын күркәмләндереп, уны иҫтәлекле итә. Бынан тыш, уның эштәре Баймаҡ һәм Учалы ра-йондарында ла күп. «Йәш саҡтағы хыялдарым тормошҡа ашты»,—ти Хәйҙәр Хәлиҙәр улы. Һәм, әлбиттә, аҫыл мираҫыбыҙ «Урал батыр» эпосына арналған мөһабәт эше лә баш ҡалабыҙҙа урын алып, һис шикһеҙ, барыһын да һоҡландырыр, тип ышанып ҡала ул.

2006 йылда проект Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында профессор Әхмәт Сөләймәнов етәкселегендәге комиссия тарафынан тикшереү үтә. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы уны бик оҡшата. Һәйкәл комплексының аҫҡы өлөшөнә ҡарата үҙенең бер-нисә тәҡдимен дә индерә.

Моғайын, баш ҡаланың йәме булыр был һәйкәлде төҙөү маҡсаты тормошҡа ашыр. Киләсәктә ул республикабыҙға ағылған туристар өсөн ғәжәйеп бер күренеш булыр ине.

Фәиз Харрасов.

 

(«Башҡортостан» гәзитенән).

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap