Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
21.02.2017
ҒИЛЕМЕ БАРҘЫҢ—ТЕЛЕМЕ БАР
Untitled document

Башҡортостанда һәләтле йәштәргә ярҙам күрһәтеү системаһы булдырылған. Йыл һайын Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһы, Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы, докторанттар, аспиранттар һәм студенттарға   Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиялары тапшырыла. Был республиканың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше уның тәбиғи потенциалына ғына түгел, ә фәндең яңынан-яңы ҡаҙаныштарына ла бәйлелеген аңлауҙы сағылдыра.

Рәсәй фәне көнөндә Хөкүмәт йортонда йәш ғалимдарҙы тәбрикләнеләр. Fилми эштәр конкурстарында еңеүсе 20 кешегә—республика гранттары тапшырылды. Быйыл аҡсалата бирелгән бүләктең күләме 90 мең һум тәшкил итте.

Грантҡа эйә булыусы Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының иҡтисад факультеты уҡытыусыһы, иҡтисад фәндәре кандидаты Гөлшат Илдар ҡыҙы Яҡшымбәтова сертификаттың йәш ғалимдар өсөн бик яҡшы дәртләндереү сараһы, үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙең көнүҙәклеген раҫлаған мәртәбәле дәүләт ярҙамы булыуын билдәләй:

—Беҙҙең республиканың социаль-иҡтисади үҫешендә ғилем бик тә мөһим, шуға күрә белемдең һәм иҡтисадтың берләшеүе төбәгебеҙ һәм илебеҙ өсөн мөһим йүнәлеш булып тора,—ти ул.

Гөлшат Илдар ҡыҙының  грант яулаған проекты бюджет-ара трансферттарҙың ҡыҫҡартылыуы шарттарында урындағы үҙидара органдарының финанс тотороҡлолоғон күтәреү юлдарын эҙләүгә йүнәлтелгән. Көслө республика—ул урындағы мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итерҙәй ныҡлы биләмә. Белгестәрҙең тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе республиканың иҡтисади именлеген һәм социаль тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә һәм «Башҡортостан 2030» дөйөм үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерәсәгенә шик юҡ.

Гөлшат Илдар ҡыҙы төбәк муниципалитеттары өсөн актуаль мәсьәлә өҫтөндә ентекле эшләүен дауам итә, грант аҡсаһын монография, тикшеренеү эштәренә йүнәлтергә иҫәп тота. Уның был фәнни эше докторлыҡ диссертацияһының бер йүнәлеше лә булып тора. Әйткәндәй, үҙе уҡытҡан уҡыу йортон 2004 йылда тамамлағандан бирле Г.И.Яҡшымбәтова фән менән етди шөғөлләнә. 2009 йылда Мәскәү ҡалаһының Хеҙмәт институтында иҡтисад фәндәре кандидаты диссертацияһын яҡлай. Тынғыһыҙ уҡытыусы былтыр БДУ-ның ғилми Советының 60 мең һумлыҡ грантына ла өлгәшкән.

Дөйөм алғанда, БДУ-ның Сибай институтында иҡтисадсы ғалимдарҙың берҙәм командаһы эшләй. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор Әҙеһәм Әғзәм улы Барлыбаев етәкселегендә институциональ тикшеренеүҙәр мәктәбе уңышлы эшләп килә. Уҡыу йорто Сибай ҡала хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәре институты, «Урал аръяғының эшлекле донъяһы» бизнес үҙәге, Урал аръяғы райондарының эре сәнәғәт предприятиелары һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары менән эшлекле бәйләнеш булдырған. Иҡтисад факультеты киләсәктә юғары вазифалар биләп, төбәгебеҙҙең иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерерлек шәхестәр, эшҡыуарҙар әҙерләүгә ҙур баҫым яһай. Уҡыу йорто етәкселеге яҡын арала магистрҙар әҙерләй башлауҙы ла маҡсат итеп ҡуя.

—Карл Маркс: «Фәндә киң оло юл юҡ, арыу-талыу белмәйенсә уның тау-ташлы һуҡмаҡтарынан үрмәләгәндәр генә иң ҙур бейеклектәрҙе яулай ала»,—тигән. Ошо һүҙҙәрҙе девиз итеп алып, алға ынтылабыҙ. Был тәңгәлдә башҡаларға үрнәк булып торһаҡ, ҡалғандар ҙа беҙгә эйәрер тигән теләктәмен,—ти йәш ғалимә.

 

Г.Иҙрисова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap