Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
22.02.2017
БОҘ ӨҪТӨНДӘ БАЛЫҠСЫ
Untitled document

Балыҡсылар ҡыш көнө лә яратҡан шөғөлдәренә тоғро ҡала һәм мәке уйып балыҡ тота. Уларҙың ҡышҡы һыуыҡта һәм боҙ өҫтөндә эш итеүҙәре хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә һаҡланыу сараларын алдан хәстәрләү зарур.

Мәке уйыласаҡ боҙҙоң ҡатламын ныҡлы ҡарағыҙ. Уның ҡатылығы ҡалынлығына, һауа температураһына, һыу ятҡылығының билдәле шарттарына бәйле. Һауа температураһы 00С булғанда боҙ ҡатламы 500С һыуыҡҡа ҡарағанда 10-12 тапҡырға йоҡа була. 5 сантиметр ҡалынлығындағы боҙ—бер, 8 сантиметрлығы—бергә торған ике, 12 сантиметрлығы 7 кешене күтәрә ала. Айырыуса көҙгө һәм яҙғы боҙ ҡурҡыныс, улар ҡышҡынан күпкә нескә. Йылға ағыны көслө, ҡыуаҡ, ҡамыш, ағас үҫкән урындарҙа, шишмә урғылған, мәке уйылған ерҙәрҙә боҙ ҡатламы йоҡа булыусан.

Боҙ өҫтөнә баҫыр алдынан таяҡ менән уның ҡатылығын тикшереп ҡарарға кәрәк: әгәр ул ярылып, һыу сыҡһа, унда балыҡ тоторға ярамай. Һыу ҡатламына сығыу урыны, уның өҫтөндә йөрөү, кире ҡайтыу юлы ярҙа уҡ билдәләнергә тейеш.

Яҡты мәлдә балыҡ тотоу, хәүефле урындарҙы урап йөрөү ҙә хәйерле. Балыҡҡа төркөм менән сыҡҡанда, үҙ-ара дистанцияны һаҡлау зарур. Балыҡсыларға бер-береһенән 5-6 метр алыҫлыҡта барырға, бер урында күпләп йыйылмаҫҡа, ашыҡмаҫҡа тәҡдим ителә. Боҙ сатнай башлаһа, килгән юлдан ғына кире боролоп, аяҡтарҙы боҙҙан айырмай шыуыштырып ҡына барырға кәрәк.

Балыҡ тотҡанда араларҙы яҡын итеп һәм кисеүҙә мәкеләр уйыу; балыҡ күпләп эләккән урынға йыйылыу; боҙ ситенә урынлашыу, унда ырғыу, йүгереү, ҙур төркөмдәргә тупланыу тыйыла. Һәр балыҡсыға 12-15 метр оҙонлоғонда, бер осона 400-500 грамм ауырлығында йөк аҫылған, икенсеһендә элмәк яһалған, арҡан алып йөрөү тәҡдим ителә.

Ҡыҫынҡы, һыу әйбер кейеү ҙә, алкоголле эсемлек ҡулланыу ҙа өшөүгә илтә. Өшөгән ерҙә ҡан әйләнеше яйлай, хатта туҡтай. Иң беренсе ҡолаҡтар, танау, сикә, эйәк туңа, аяҡ кейеме уңайлы булмаһа, аяҡтар ҙа тиҙ өшөй. Туңыуҙың билдәләре—тиренең әрнеүе, тойоусанлығын юғалтыуы. Ҡышҡы балыҡ тотоуҙа һәр балыҡсы ваҡыты-ваҡыты менән иптәшенең йөҙөнә ҡарап, туңыу билдәләре булыу-булмауын күҙәтеп торорға тейеш.

Һыуҙың туңғаны ла хаталарҙы ғәфү итмәй...

А.Маликов,

 

Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал аръяғы инспектор участкаһының бәләкәй судалар буйынса дәүләт инспекторы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap