Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
22.02.2017
ДОНЪЯ МАТУР ЙӘШӘЙ БЕЛГӘНДӘРГӘ
Untitled document

Мөхәббәттең ҡәҙерҙәрен һәр саҡ татыу

Башланалыр булыуҙарҙан һәр саҡ татыу…

Шағир Рауил Ниғмәтуллиндың был шиғыр юлдарын юҡҡа ғына эпиграф итеп алманым. Сөнки татыу ғаиләләрҙә һәр саҡ тыныслыҡ, үҙ-ара килешеп йәшәү мөхите хөкөм һөрә, улар йәшәгән йорттан тирә-йүнгә мөхәббәт нуры, инсафлыҡ, башҡаларға ҡарата изге теләк бөркөлгәндәй тойола. Сибай концерт-театр берекмәһендә бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем Мираҫбаевтар ғаиләһенә төбәп әйтелгән кеүек миңә был һүҙҙәр. Fаилә парының бер-береһенә булған мөнәсәбәтенән, донъяларын бер табандан алып барыуҙарынан, үҙ-ара килешеп йәшәүҙәренән үк тойомларға була икәү араһындағы мөхәббәт хистәрен.

Fаилә башлығы Самат Салауат улы Башҡортостаныбыҙ тарихына үҙенең данлы үткәне менән ингән, бөгөн килеп күптәр уны республикабыҙҙың беренсе баш ҡалаһы итеп иҫәпләгән Темәс ауылында дүрт балалы Мираҫбаевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Ветеринар белемле атаһы Салауат ағай ғүмере буйына совхоз тимерлегендә тимерсе булып эшләй, ә әсәһе Земфира апай ауыл Советында секретарь, хәҙергесә әйтһәк, идарасы булып, хаҡлы ялға сыға. Әле лә ҡул ҡаушырып, кем әйтмешләй, «пенсия ашап» ҡына ултырмай Земфира апай—халыҡ иҫәбен алыу, һайлауҙар һ.б. мәлендә ауылдаштары уны оҫта өгөт-нәсихәтсе, иҫәп алыусы булараҡ күреп ҡыуана. Йәл, тормош иптәше генә уны йәшләй тол ҡалдыра…

Мәктәп йылдарында Самат үҙен төпкөр, отҡор уҡыусы итеп таныта. Зирәк малай дәрестә уҡытыусы һөйләгән теманы хәтер һандығына һалып ҡуя ла, артабан китапты ҡулына ла алып ҡарамай. Уның был ҡылығын өнәп етмәгән уҡытыусылар ата-әсәһенә лә әйтеп, ошаҡлап ҡарай, әммә хәл үҙгәрмәй. Ә Баймаҡ ҡалаһындағы мәктәп-интернатта 10-11 кластарҙа уҡығанында ул үҙен физика, математика фәндәренән көслө генә уҡыусы итеп күрһәтә, район, республика ярыштарында призлы урындар яулай. Саматты уҡытыусылары нәҡ теүәл фәндәр юлынан китер, моғайын, тип уйлап яңылыша, сөнки малай кескәй сағынан уҡ бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булып, уға ынтылып үҫә. Шуға ла  сығарылыш имтихандарынан һуң туп-тура Стәрлетамаҡ ҡалаһына барып, документтарын Республика мәҙәниәт техникумының хореография бүлегенә тапшыра һәм 2000 йылда уны уңышлы тамамлай. Диплом практикаһын үтергә Сибай филармонияһына ҡайтҡан йәш белгесте ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Шул көндән алып Самат Мираҫбаевтың артабанғы яҙмышы нәҡ ошо сәнғәт учреждениеһы менән тығыҙ үрелеп бара.

Был мәлдә Хөснә Вәғиз ҡыҙы филармонияла ярайһы ғына тәжрибә туплаған хеҙмәткәр була. Тыуған ауылы Байышта һигеҙенсене тамамлаған ҡыҙ артабан уҡыуын Сибай һөнәрселек училищеһында дауам итә һәм тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Заманында гөрләп эшләп торған Сибай теген фабрикаһында тегенсе булараҡ өс йыл тәжрибәгә эйә булған ҡыҙҙы филармонияға костюмерша итеп эшкә алалар. Быйыл, Алла бирһә, уның ошо эштә эшләүенә 20 йыл була.

Филармонияла хеҙмәт юлын башлаған йәш егет тәүге көндәрҙән үк костюмерша ҡыҙға иғтибар итә. Нисек танышып, дуҫлашып китеүҙәрен бөгөн улар үҙҙәре лә хәтерләмәй инде. Шулай ҙа ғаилә башлығы уңайы сыҡҡан һайын үҙенең «последний герой» булыуы менән ғорурланып ала. «Нисек инде «последний герой»?»—минең был аптыраулы һорауыма ул көлөп кенә яуап ҡайтара:

—Хөснә 12 баланан—8 ҡыҙҙан һәм 4 малайҙан торған ишле ғаиләлә төпсөк бала! Мин бит кинйә кейәү, тимәк, «последний герой» булам! Туй көнөндә ҡайынбикәләрем нарыҡланы миңә был ҡушаматты… Уйынлы-ысынлы ғына әйтһәләр ҙә миңә бик оҡшап ҡалды…

—Бөгөн 11-ебеҙ иҫәнбеҙ,—тип һүҙгә ҡушыла Хөснә Вәғиз ҡыҙы.—Бер ағайым ғына 18 йәшендә фажиғәле үлеп ҡалды… Итәк тулы балалары араһынан берәүһен генә юғалтыу ҡайғыһын атай-әсәйебеҙ бик ауыр кисерҙе, әсәйем Мәғәтифә ҡайғынан аяҡһыҙ ҡалды хатта. Атайым һуғыш ветераны ине, 75 йәшендә донъя ҡуйҙы. Әсәйемде ерләгәнебеҙгә лә ике йыл инде. Шөкөр, бер туғандар үҙ-ара аралашып, татыу йәшәйбеҙ, атай-әсәйебеҙҙең рухтары рәнйемәйҙер, моғайын…

Мираҫбаевтар бер нисә йыл коммуналь торлаҡта йәшәгәндән һуң, Иҫке Сибай ауылында үҙ нигеҙҙәрен ҡора. Өс балаға атай менән әсәй инде улар хәҙер. Оло ҡыҙҙары Сулпанға—11, Хәмзигә 9 йәш. Икеһе лә мәктәптә уҡып йөрөй. Ә бәләкәйҙәре Әнүәр Иҫке Сибай ауылының «Сулпылар» балалар баҡсаһында тәрбиәләнә.

Бөгөн Мираҫбаевтар аласыҡтары янына ҙур итеп йорт һала. Ниәттәре—көҙгә өй туйлау.

«Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы булараҡ, Самат Салауат улы тамашасылар араһында хаҡлы һөйөү яулаған бейеүсе. Уның һәр бейеүҙе күңел биреп, ихлас башҡарыуы иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалмай.

—Бейеү—минең өсөн ғүмеремдең, яҡты донъяла йәшәүемдең мәғәнәһе,—ти ул.—Бейергә мөмкинлегем, дәрт-дарманым барҙа бейейем әле! Әммә балаларымдың минең юлымдан китеүен теләмәҫ инем… Ни өсөнмө? Бейеүсенең, ғөмүмән, артист халҡының үҙе өсөн йәшәргә ваҡыты ҡалмай. Был беренсенән. Икенсенән, тамашасы өсөн бик еңел һәм күңел асыуға ғына ҡоролған эш ысынында һинән бик күп көс һәм ихтыяр талап итә…

Әммә бейеүсе аталары балаларын сәнғәттән бөтөнләй ситләштергән икән, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Сөнки Сулпан менән Хәмзи Сибай балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү класында теләп шөғөлләнә. Сулпан үҙ йәшенә күрә ҙур ғына уңыштарға ла өлгәшкән инде—балаларҙың Сочи ҡалаһында үткән фестиваль-конкурсынан беренсе дәрәжәле диплом менән ҡайтып һөйөндөргән ата-әсәһен. Быға бигерәк тә Хөснә Вәғиз ҡыҙы ҡыуанып бөтә алмай. «Ҡыҙың шундай ҙур конкурстан миҙал яулап ҡайтһын да нисек ҡыуанмайһың инде?!»—ти ул.

Мираҫбаевтар йыш ҡына оҙайлы гастролдәргә лә сыға. Бындай мәлдәрҙә уларға туғандары ярҙам ҡулы һуҙа.

—Ата нигеҙендә йәшәүсе Fосман ағайым менән Зәкиә еңгәмә айырыуса рәхмәтлебеҙ,—хужабикә оло кинәнес менән туғандарына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыға. —Улар бер ҡасан да ярҙамдан баш тартҡандары юҡ, балаларыбыҙ ҙа: «Олатай, инәй»,—тип, улар өсөн йән атып тора. Был яҡтан күңелебеҙ тыныс… Уңайы сыҡҡанда Саматтың ҡартәсәһе—оло ҡәйнәмә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Балаларына матур тәрбиә биреп, уларҙы дөрөҫ юлдан атларға тәү йүнәлеште нәҡ ул күрһәткән бит! (Мәҙинә инәйгә бөгөн 89 йәш, Темәстә йәшәй). Шулай уҡ директорыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов етәкселегендәге коллективыбыҙға, бергә эшләгән иптәштәребеҙгә лә рәхмәтлебеҙ. Улар һәр ваҡыт, һәр яҡлап ярҙамға килергә әҙерҙәр!

Самат Салауат улы балаларының киләсәге хаҡында бөгөндән хәстәрлек күрә, уйлай башлаған инде. Яңы йортона инеп, баш-күҙ алышҡас та малайҙарына нигеҙ ҡора башларға иҫәп тота атай кеше. Ә ғаиләлә бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, һәр эште кәңәшләшеп башҡарырға өйрәнгән ир менән ҡатын өсөн  киләсәккә пландар мотлаҡ тормошҡа ашыр, Мираҫбаевтар балаларының туйына лайыҡлы бүләк әҙерләр, тигән ышаныс уята…

Мотал Рәмов,

РФ һәм БР журналистар

берлеге ағзаһы.

 

Һүрәттә: Самат һәм Хөснә Мираҫбаевтар.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap