Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
22.02.2017
КӨСЛӨ—КӨСӨН, ҺӨНӘРЛЕ ЭШЕН КҮРҺӘТЕР
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры 85-се ижад миҙгелен асҡанда мәҙәниәт усағының автотранспорт цехы начальнигы Радик Рәүеф улы Fәбитов (һүрәттә) ғүмеренең һикһәненсе үрен аша атланы. Түңәрәк дата уңайынан театр һулышы хаҡында мәҡәләләр әҙерләгәндә, хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе: «Ана, Радик ағай тураһында яҙығыҙ. Йәше театрҙыҡынан 5 йылға ғына ҡалышһа ла, эшендә уға тиңдәр юҡ»,—тине.

Начальникты автобус, автомобилдәрҙең торошон ентекле тикшереп йөрөгән мәлендә тап иттек. Ысынлап та, ҡойоп ҡуйған етәксе икән: ыҫпай кейенгән, кәүҙәһен тура ғына тота, ҡул аҫтындағылар менән йылмайып, матур итеп мөғәләмә итә. Редакциянан икәнемде, фото төшөрәсәгемде әйткәс: «Егеттәр, тараҡ, көҙгө килтерегеҙ әле!»—тип бойорҙо.  Улары кеҫәләрен ҡапшап ҡаранылар ҙа, баштарын һелкте. «Үҙемдекен сығарырға тура килә инде»,—тине лә Радик ағай, башҡа машиналар араһында ялтлап ултырған үҙ «Волга»һына ыңғайланы. Тулҡынланып торған сәстәрен тараны, өҫтөндәге костюм-салбарын ҡаҡты ла яныма һалдаттарса дәртләнеп килеп баҫты.

—Һеҙгә 80 йәш бирерлек түгел бит, егеттәр кеүекһегеҙ!,—тием һоҡланып.—Шулайҙыр, Дамир Мәзит улы һаман эштән ебәрмәй, эшлә, ти ҙә ҡуя. Бергә эшләгән техниканы яҡшы белгән Зөфәр Биксурин, Риза Әбдрәшитов, Илдус Мөғиновтар менән разведкаға барырға була. Урыныма шәп алмашсы—Әмир Сафинды әҙерләгәнмен дә ул, юҡ, дилбегәне тапшырырға рөхсәт юҡ,—ти әңгәмәсем, йылмайып.

Радик Рәүеф улы 1936 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. Атаһы Рәүеф Шәкирйән улы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғас, әсәһе өс балаһын алып Баймаҡ районының Fәле ауылына күсеп ҡайта. Унан һуң Баймаҡта торалар, 1947 йылдан Сибайҙа йәшәй башлайҙар. Балиғ булғас, Радик Fәбитов әрме сафына алына. Физик яҡтан ныҡлы әҙерлекле егет һауа ғәскәрҙәрендә 3 йыл хеҙмәт итеп ҡайта. «Совет Армияһы сафы минең һымаҡ ауыл малайҙарынан ышаныслы ил һаҡсылары әҙерләне. Ирмен тигән ир-егет әрме мәктәбен мотлаҡ үтергә тейеш»,— тип иҫәпләй ул. «Беҙҙең тоҡом Тыуған ил алдындағы бурысты намыҫ менән үтәй. Атайым яу яланында башын һалған, үҙем дә, улым да, ейәнем дә әрменән ситтә ҡалманыҡ»,—тип тә өҫтәне.

Слесарь, иретеп йәбештереүсе, водитель һөнәрҙәренә эйә булған егет 1959 йылда водитель булып хеҙмәт юлын башлай. Сибай байыҡтырыусылар фабрикаһында слесарь, иретеп йәбештереүсе булып та эшләй. 1961 йылда Сибай театрының билдәле артистарының береһе Хәмзә Ҡурсаев уны үҙҙәренә эшкә саҡыра. «Шапито» тип йөрөтөлгән ЗИЛ-157, «Кубань», ПАЗ автобустарында артистарҙы гастролгә йөрөтә. Быйыл уның  театрҙың автотранспорт цехында эшләүенә теүәл 56 йыл! Хеҙмәт стажының 27 йылы начальник вазифаһында үткән. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да 20 йыл эшләп ташлаған.

Радик Рәүеф улы хәләл ефете Роза Зәки ҡыҙы менән 58 йыл бергә татыу ғүмер итә. Өс балаларын—Эльвира, Венера, Рафаэлды тәрбиәләп үҫтереп, һөнәрле итеп, үҙ ояларын ҡорорға ярҙам иткәндәр. Әлеге көндә Fәбитовтар шәхси йорттарында йәшәй, гөрләтеп баҡса үҫтереп, матур итеп ғүмер итә.

Йәш сырайлы, алсаҡ ағайҙың нисек итеп 80 йәштә лә хеҙмәткә яраҡлылыҡты юғалтмау серҙәре менән бүлешеүен үтендек.

—Йәштән спорт менән дуҫ булдым, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барҙым. Футбол, хоккей менән шөғөлләндем. Үҙемде һәр ваҡыт формала тоторға    тырышам. Эшемде яратам. Элекке заман техникаһы менән хәҙергеһе араһында шаҡтай айырма ҙур. Заманса автомобиль, автобустарҙы йөрөтөү ул уйынсыҡ менән идара иткән кеүек кенә бит ул,—ти.

 

Көслө—көсөн, һөнәрле хеҙмәтен күрһәтер, ти. Хеҙмәтте һөйгәнгә лә йәш күренә, эшенә теләп барғанға, уны яратып башҡарғанға донъянан йәм таба Радик Рәүеф улы. Йәштәргә ағайҙан үрнәк алырға, уның һымаҡ эшләргә тырышырға ғына ҡала.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap