Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
22.02.2017
ҺАЙ, ШӘП ТӘ ҺУҢ ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЕГЕТТӘР!
Untitled document

«Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр» тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Башҡорттарҙың генофондында уҡ атҡа һөйөү һалынғандыр, сөнки «ат ене ҡағылған» үтә йәш спортсыларҙы күреп ғәжәпләнмәү мөмкин түгел. Һүҙем Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡыусылары, яҡын туғандар Динар һәм Айсар Юнысбаевтар хаҡында. Улар икеһе лә сығышы менән Баймаҡ районы Урғаҙа ауылынан.

Тәү ҡарамаҡҡа егеттәр башҡа уҡыусыларҙан үтә айырылып та тормайҙар кеүек: әҙәплеләр, мөләйемдәр, ихластар, тырыштар, бер аҙ йомоҡтар ҙа. Шулай ҙа, яҡындан аралаша килә, уларҙың тәбиғәтен нығыраҡ аңлайһың, фекерләү даирәһен, тормош принциптарын белеп, һоҡланып ҡуяһың. Был ныҡышмал егеттәр менән һеҙҙе лә яҡынданыраҡ таныштырыу өсөн әңгәмә тәҡдим итәм.

—Динар, әйҙә әле гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырып үт.

—Мин Юнысбаев Динар Илгиз улы булам. 13 йәшкә тиклем Урғаҙа ауылында йәшәнек, әле 1-се мәктәптә 9-сы класта уҡып йөрөйөм.

—Ҡасандан бирле аттар менән ҡыҙыҡһынаһың?

—Аттарға һөйөү нәҫелдән киләлер тимен. Сөнки атайым мәлендә ат сабыштарында ҡатнашҡан. Әле ул—полиция хеҙмәткәре. Ә ат малына профессиональ ҡыҙыҡһыныуҙы тәүге тренерым Шөгөров Алмаз ағай уятты. Минең менән шөғөлләнә башлағанда ул ошо төбәктең барлыҡ ярыштарында еңеүсе ине, ә хәҙер Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромында профессиональ әҙерлектәр үткәрә. Үткән йыл Ҡалмыҡстанда еңеп, бүләккә «Нива» машинаһы ла алып ҡайтты.

—Беренсе еңеүең ҡасан булды?

—2014 йылда Аҡъярҙа беренсе урын алдым. Шулай уҡ Ҡуянтауҙа, Баймаҡта, Сибайҙа уҙған ярыштарҙа призлы урындар яуланым.

—Атта сабып барғанда ниндәй хис-тойғолар кисерәһең?

—Шундай еңеллек кисерәм, үҙемде осоп барған ҡош кеүек хис итәм, адреналин алам.

—Беренсе килә алмаған саҡтарҙа нимәләр эшләйһең?

—Бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәйем, тағы ла сәмләнеп киләһе ярыштарға әҙерләнә башлайым.

—Атты ярышҡа нисек әҙерләргә?

—Һәр тренерҙың үҙ алымдары, серҙәре бар. Мәҫәлән, гел генә ҡыу бесән ашатаһың, һоло күпләп бирәһең. Ат быуындарына май йыйырға тейеш. 2 сәғәт һыу эсермәй тоторға кәрәк, сөнки аттың «яныуы» бар.

—Аттарҙың ял итеү ваҡыты бармы?

—Эйе, ноябрь, декабрь айҙарында аттарға «каникул» бирелә.

—Атта сабышыусының тән ауырлығы күпмегә тиклем була ала?

—54-56 килограмдан артмаҫҡа тейеш.

—Тағы ла ниндәй спорт төрҙәрен үҙ итәһең?

—Бәләкәй саҡтан хоккейға йөрөйөм. Мин Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылы командаһына ҡарайым. Бергәләп Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында уҙғарылған республика кимәлендәге ярышта 1-се урынды яуланыҡ, ә Туймазы ҡалаһында 2-се урын алдыҡ. Шулар нигеҙендә 2-се разрядлы зачет кенәгәһе алдым. 2016 йылда ла тағы республикабыҙҙа команда менән 1-се, 2-се урындар яуланыҡ. Бынан тыш, йөҙөү менән шөғөлләнәм. 2014 йылда Сибай ҡалаһында, 2015 йылда Баймаҡта 1-се урын алдым. Йүгереү буйынса ла еңеүҙәрем байтаҡ.

—Ошо спорт төрҙәренән күңелеңә ҡайһыһы яҡыныраҡ?

—Әлбиттә, ат спорты. Сөнки мин унда яңғыҙ түгел, тоғро дуҫым бар. Ярыштарҙа ат менән бер бөтөнгә әйләнеп сабыуҙары ҙур кинәнес бирә.

Артабан һорауҙарымды Динарҙың ҡустыһы, шулай уҡ мәктәбебеҙ ғорурлығы, 7-се класс уҡыусыһы Айсар Рауил улы Юнысбаевҡа төбәйем.

—Айсар, ә һин ниндәй спорт төрҙәрен үҙ итәһең?

—Мин дә ағайым кеүек аттарҙы ныҡ яратам, шулай ҙа бокс һәм йүгереүҙе үҙ итәм.

—Һин республика кимәлендә шәп боксер булып та өлгөргәнһең. Ә был спорт төрөнә кем һине алып килде?

—Беренсе башлап ағайыма эйәреп барҙым. Яйлап оҡшап китте. Тәүге тренерым Илдус Хәләф улы Fөбәйҙуллин боксҡа һөйөү уятты. 2014 йылда Асҡарҙа беренсе урын алыуым тағы ла нығыраҡ дәртләндерҙе. Артабан төрлө ярыштарҙа ҡатнаштым, призлы урындар яуланым. Уҙған йыл республика беренселегендә беренсе урын алдым.

—Афарин! Шундай һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн ниндәй әҙерлектәр үтәһең?

—Көн һайын тренерым Р.Т.Әхмәтвәлиев сәғәттәр буйы минең бер үҙем менән генә шөғөлләнә. Шул һөҙөмтәләр бирәлер тип уйлайым.

—Киләсәгеңде нисек күҙ алдына килтерәһең? Кем һинең кумирҙарың?

—Тормошомдо әлбиттә спорт менән бәйләргә уйлайым. Кумирҙарым билдәле боксерҙар: Өфөнән—Денис Шафиҡов, Рә-сәйҙән—Александр Повяткин.

—Ҙур рәхмәт, егеттәр! Артабан да шулай беҙҙең илебеҙҙең, ҡалабыҙҙың, мәктәбебеҙҙең данын күтәреп, спортта ла, уҡыуҙа ла ҙур үрҙәр яуларға яҙһын. Һау-сәләмәт булығыҙ!

С.Б.Буранғолова,

 

Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap