Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
22.02.2017
СИБАЙ БОҘОНДА—РӘСӘЙ ЙОНДОҘҘАРЫ
Untitled document

Сибай ҡалаһының «Ирәндек» боҙ һарайында ҙур спорт байрамы уҙғарылды. Унда Рәсәйҙең билдәле артистары, эстрада һәм кино йондоҙҙарынан торған «КомАР», Рәсәй журналистарын берләштергән «Российская пресса», «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең йыйылма командалары һәм Сибай ҡалаһының «Горняк» хоккей клубы араһында иптәштәрсә осрашыу үтте.

Рәсәй журналистары командаһы составына Донъя чемпионы, Олимпия уйындарының призеры Андрей Николишин, Беренсе канал алып барыусыһы Антон Верницкий, спорт коментаторы Денис Казанский, Матч-ТВ, КХЛ-ТВ һәм башҡа каналдар репортерҙары, төрлө тапшырыуҙарҙың мөхәррирҙәре тупланған ине.

«КомАР» тип исемләнгән Рәсәй артистары командаһын билдәле «Глухарь-2», «Молодежка» сериалдары геройҙары Иван Дубровский, Тимофей Фокин, Владислав Шкляев, рок-музыкант, «Uma2rman» төркөмөнөң бас-гитарисы Сергей Кристовский, актер, продюсер Александр Морозов тулыландырҙы.

Ярыш ике көн дауамында барҙы. Беренсе көндө «Российская пресса» һәм «Горняк», «КомАР» менән «Газпром трансгаз Өфө» командалары осрашты. Алыш көсөргәнешле барҙы. Йә береһе, йә икенсеһе алға сыға. Тәүге көндә «Российская пресса»—«Горняк» командалары иҫәбе 9:7 булһа, «КомАР»—«Газпром трансгаз Өфө» уйыны 6:5 иҫәбенә тамамланды. Икенсе көндө боҙҙа «КомАР» менән «Горняк» осрашты, ә «Российская пресса» «Газпром трансгаз Өфө» командаһына ҡаршы сыҡты. Уйын бик сәмле барҙы. Берәүҙең дә алдынғылыҡты биргеһе килмәй ине. Беренселәр 6:11 иҫәбе менән үткәрһә, һуңғы уйын 5:7 булып тамамланды.

Ике көн дауам иткән уйын үҙенә тамашасыларҙы күпләп йәлеп итте. Арена шығырым тулы ине. Профессиональ хоккеист булмаһалар ҙа, артистар ҙа, журналистар ҙа, ябай эшселәр ҙә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеүгә өлгәште. Хоккейҙы Өфө ҡалаһынан Антон Антонов һәм Мәскәү ҡунағы, билдәле коментатор Михаил Поленов йәнле итеп алып барҙы. Ярышты судьялар Вадим һәм Валера Хоҙайғоловтар ғәҙел баһаланы.

Бынан тыш «Горняк» хоккей клубы тәрбиәләнеүселәре өсөн оҫталыҡ дәрестәре, «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү үткәрелде. Йондоҙҙар менән фотоға төшөү, автограф алыу мөмкинлеге булды.

Шулай итеп хоккейҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән спорт байрамы гөрләп үтеп китте. Тамашасылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа күтәренке кәйеф менән таралышты.

Ситтән килгән ҡунаҡтар Сибай ҡалаһы, «Ирәндек» боҙ һарайы һәм урындағы халыҡ тураһында үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Илдар Адеев, «Газпром трансгаз Өфө» командаһы уйынсыһы, Өфө ҡалаһы:

—Ярыш оҡшаны. Командалар көслө. Бөгөн тап ошо боҙ һарайында ошондай мәртәбәле байрам үтеүе һөйөндөрә. Сибай минең өсөн яҡын, бында эшләп, «Ирәндек»тә сәкән һуғып йөрөгән саҡтар һағындыра. Әле кире шул мәлдәргә ҡайтҡандай булдым. Дуҫтарымды, таныштарымды күреп ҡыуандым.

Василий Андреев, «Российская пресса» командаһы уйынсыһы, 1-се каналда барған «Непутевые заметки» тапшырыуының баш мөхәррире, Мәскәү ҡалаһы:

—Сибай бәләкәй генә булһа ла шундай яҡты, матур, бөтә технологияларға ярашлы эшләнгән боҙ һарайы менән таң ҡалдырҙы. Командалар көслө, «Горняк» командаһының тәрбиәләнеүселәре менән осрашыу оҡшаны. Матур итеп ҡаршы алдылар. Башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы хаҡында ишетеп кенә белә инек. Ысынлап та халыҡ ихлас. Һағынып иҫкә аласаҡбыҙ был матур ҡаланы.

Александр Морозов, «КомАр» командаһы капитаны, актер, продюсер, Мәскәү ҡалаһы:

—Беҙ бындай иптәштәрсә уйын менән төрлө ҡалаларҙа булғаныбыҙ бар. Башҡортостанға ла бер нисә тапҡыр килдек. Сибай ҡалаһына беҙҙе саҡырғандары өсөн бик шатбыҙ. Үҙенсәлекле халыҡ йәшәй бында. Үҙенең ҡунаҡсыллығы менән хайран ҡалдырҙы. Боҙ һарайына килгәндә шуны әйтер инем: ҙур ҡалаларҙыҡына алыштырғыһыҙ арена, боҙо шыма, тын алыуы рәхәт. Әгәр мөмкинлек булһа тағын бер әйләнеп килер инем.

 

Ләйлә Ишмырҙина.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap