Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
22.02.2017
ҺАУАЛАРҒА УҠ СОЙОРҒОТТОМ...
Untitled document

Сибай ҡалаһының «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса I асыҡ турнир үтте. Уны былтыр Fафури районында уҙған «Мәргән уҡсы» фестиваленең еңеүсеһе, Сибай гимназия-интернатының физкультура уҡытыусыһы Х.З.Таһиров ойошторҙо.

—«Мәргән уҡсы» фестивале спорттың был төрөн киң йәйелдереү маҡсатын күҙ уңында тота һәм ул республикабыҙҙа   беренсе тапҡыр уҙғарылды,—тине Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Хөрмәт Зөбәйер улы. —Уҡ-һаҙаҡтан атып, еңеп ҡайтҡандан һуң, Урал аръяғында ошондай сара ойоштороу теләге тыуҙы. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан хыялым тормошҡа ашты. Башланғысымды хуплаған ҡала хакимиәте етәкселегенә ҙур рәхмәт. Турнирҙың йәш быуын күңелендә милләтебеҙгә, тыуған еребеҙгә, тарихыбыҙға ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, милли спорт төрөн тергеҙеү йәһәтенән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы А.Ф.Иҙрисов, спорт комитеты рәйесе Р.Л.Fәбитов, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе И.Н.Бикмәтов тәбрикләне.

Асыҡ турнирҙа йәмғеһе 14 кеше мәргәнлектә ярышты. Хөрмәт Зөбәйер улы 5 уҡыусыһын (һүрәттә), бер туған ҡустыһы Рөстәм Зөбәйер улы Таһировты уҡтан атырға йәлеп итһә, эштәр идарасыһы Айнур Фазлетдин улы Иҙрисов, Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү идаралығы начальнигы Азамат Мырҙағәле улы Юлдашбаевтар үҙҙәре генә мәргәнлектә ярышып ҡалманы, улдарын да эйәрткән ине. Ярышҡа Баймаҡ районының Ҡаратал ауылынан килгән Айбулат Байғотлин мәргән генә түгел, уҡ-һаҙаҡ, йәйә эшләү оҫтаһы ла икән.

Шулай итеп, I асыҡ турнирҙың еңеүсеһе булып Рөстәм Таһиров танылды. Ҡалабыҙҙың элекке 4-се мәктәбендә балаларға һабаҡ биргән Рөстәм Зөбәйер улы бө-гөнгө көндә Себер тарафтарында эшләй. Сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк биргән яҡташыбыҙ уҡтан атыу менән бәләкәй сағынан мауыға.

Икенсе урынды Сибай ҡала мәғариф бүлеге начальнигының административ-хужалыҡ буйынса урынбаҫары Урал Кирәйев яуланы. Өсөнсө урынға Баймаҡ районынан Айбулат Байғотлин лайыҡ булды. Еңеүсегә, призлы урынға өлгәшеүселәргә миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Айбулат Байғотлин иһә ярышта 4-се урынға өлгәшеүсе Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы Сыңғыҙ Саптаровҡа үҙ ҡулдары менән эшләгән йәйә, уҡ-һаҙаҡтарын бүләк итте.

Турнирҙы ойоштороусы Х.З.Таһиров ошондай сараны йыл һайын уҙғарасағын, киләһе ярышты 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт батырҙарына арнап ойошторасағын белдерҙе.

 

Рәсүл Мансуров.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap