Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ГРАЖДАНДАР ИМЕНЛЕГЕН ХӘСТӘРЛӘП
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Сибай ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, 2017 йылға бурыстар билдәләне.

Сара башында ҡаланың Үҙәк майҙанында предприятиеларҙың ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы булдырылған ҡотҡарыу бригадалары ҡатнашлығында смотр-күргәҙмә ойошторолдо. Унда ҡуйылған махсус техника, ҡорамалдар ҡалалаштарҙың иғтибарын йәлеп итте. Fәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, ликвидациялау һәм граждандар оборонаһының етәксе составы өсөн уҙғарылған уҡыу-методика йыйынында Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов, Рәсәй Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары С.А.Капитоненко, ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы З.И.Фәтҡуллина, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, белгестәр ҡатнашты. Улар смотрға теҙелгән составтарҙың әҙерлек кимәлен тикшереп, баһаланылар. Бай күргәҙмәне ҡарағандан һуң, барыһы ла «Урал аръяғы» күп функциялы комплексының кәңәшмәләр залына йыйылды. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы, ҡаланың граждандар оборонаһы етәксеһе Х.Х.Сөләймәнов сараны асып, ҡаланың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, киләсәккә билдәләнгән бурыстар тураһында һөйләне. Хәлит Хәмзә улы 2016 йылда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау өҫтөндә уңышлы эшләүсе ҡала предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәренә рәхмәт белдерҙе. Кешеләргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтеү, яҙғы ташҡындарға һәм янғындарға бәйле профилактика һәм иҫкәртеү сараларын ойоштороуға етди иғтибар бирергә кәрәклеген әйтте.

Артабан ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ф.Сафин сығыш яһаны. Ул ҡала хакимиәте эргәһендә 23 кешенән торған ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия төҙөлөүе һәм уның эшмәкәрлеге хаҡында хәбәр итте.

—2016 йылда янғындарҙа һәм юл-транспорт ваҡиғаларында кеше ғүмерҙәренең күпләп өҙөлөүе хафаға һала. Йышыраҡ тәмәке төпсөгө ут сығыуға сәбәпсе булып тора. Быйыл ғинуарҙа осраҡлы ғына рәүештә ҙур бәләнән ҡотолоп ҡалдыҡ. 17 ғинуарҙа 9 май урамында урынлашҡан бер йортҡа 8-се мәктәптең социаль педагогы Г.С.Фәйзуллина һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы А.С.Иҙрисова дәрескә килмәгән 1-се класс уҡыусыһын эҙләп бара. Йортҡа инеү менән улар төтөн еҫен һиҙеп ҡала. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡурҡып тормайынса, ике баланы һәм өлкәндәрҙе уттан сығара. Ҡала етәкселәренә теләгем шул: тәбиғәт ғәрәсәттәренә, янғынға һәм ғәҙәттән тыш килеп тыуған хәлдәргә ҡаршы бергәләп көрәшәйек. Граждандарҙың именлеген тәьмин итеү—беҙҙең төп бурысыбыҙ,—тине Илфат Фазулла улы.

Ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы З.И.Фәтҡуллина үҙенең  сығышында 2016 йылда башҡарылған эштәргә туҡталды. Уҙған йыл урындағы кимәлдә ғәҙәттән тыш ситуацияларҙы иҫкәртеү һәм ликвидациялау өлкәһенә ҡағылышлы 25 норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул ителгән. Ҡала пляжын таҙартыу һәм йыһазландырыуға, ҡотҡарыу посты булдырыуға, матрос-ҡотҡарыусыларҙы әҙерләүгә урындағы ҡаҙнанан 401563, 59 һум аҡса бүленгән. Ҡала балансында иҫәптә   торған иң яҡшы йәшеренеү урындарына (убежище) смотр-конкурс үткәрелгән. Һөҙөмтәлә, 1-се урынға—Сибай район-ара телекоммуникацияларҙы техник эксплуатациялау үҙәге, 2-се урынға—«Өфө газпром газ бүлеү» йәмғиәтенең Сибай филиалы һәм «Сибайводоканал» предприятиеһы, 3-сө урынға ҡаланың үҙәк дауаханаһы, Сибай тау-байыҡтырыу комбинатының 4-се һәм 6-сы йәшеренеү урындары лайыҡ булған.

«Ҡала ойошмалары, учреждениелары араһында граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы белгес» конкурсында 1-се урынды—«Өфө газпром газ бүлеү» йәмғиәтенең Сибай филиалы, 2-се урынды «Ирәндек» боҙ һарайы һәм 3-сө урынды «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалы яулаған.

Квартал һайын граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса яуаплы хеҙмәткәрҙәр өсөн команда-штаб уҡыуҙары һәм күнекмәләр үткәрелә. 2016 йылда бөтәһе 18 уҡыу сараһы ойошторолған һәм унда 1562 кеше әҙерлек үткән.

Ҡыҫҡаһы, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе профилактикалау маҡсатында ҡалала ҙур эш алып барылған.

Һүрәттә: ҡотҡарыу бригадалары һәр ваҡыт әҙер!

Кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә 2016 йылда Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр өлкәһендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән предприятие һәм белгестәрҙе билдәләнеләр.

Полковник С.А.Капитоненко Сибай ҡалаһы граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Зөлфиә Ибраһим ҡыҙы Фәтҡуллинаға Рәсәй Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының Рәхмәт хатын бирҙе.

Ҡала башлығы Х.Х.Сөләймәнов йыл йомғаҡтары буйынса «Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр өлкәһендәге иң яҡшы ойошма» исемен яулаусы «Башкирэнерго» йәмғиәтенең «Сибай электр селтәрҙәре» производство бүлексәһе коллективына (директоры—Владимир Николаевич Понамарев) күсмә вымпел тапшырҙы.

Урал аръяғы ТЭЦ-ы директоры Игорь Валентинович Соломенников, Сибай сәнғәт колледжы белгесе Мәжит Fәбдрәшит улы Юлдашбаев, Үҙәк дауахананың граждандар оборонаһы буйынса фельдшеры Екатерина Валерьевна Парсаева ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

«Сибайводоканал» йәмғиәте директоры Тахир Толибович Муллоджанов, «Башавтотранс» предприятиеһының Сибай филиалы директоры Владимир Николаевич Косарев, 8-се мәктәп уҡытыусыһы Альбина Солтангәрәй ҡыҙы Иҙрисова, ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы матрос-ҡотҡарыусылар Михаил Анатольевич Колодежный һәм Марсель Марат улы Абсатаровҡа ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

 

Башҡортостан Республикаһының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы В.В.Темашев Сибай ҡалаһының төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Ишмырҙа Шаһыбал улы Рәхмәтуллин, ҡотҡарыусылар Илһам Рәмил улы Әлмөхәмәтов, Сергей Анатольевич Бирюков, Рәмил Бүләк улы Ишемғолов, Фәнис Зөфәр улы Яҡшыбаевтарҙы «Ҡаҙаныштары өсөн» знагы менән бүләкләне.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap